Шишмә (Дүртөйлө районы)

Шишмә (рус. Чишма) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[2]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810007.

Тарихы

Йылан ырыуы башҡорттарының ауылы. 1727 йылда Иҫке Йылан улусының Шишмә ауылынан Айыт Уразаев һәм Туҡташ Тауҡаев Гәрәй улусынан Теләкәй ауылы башҡорттары менән аҫаба ерҙәрен бүлешеү тураһында килешеү төҙөй. Бына шул документта Шишмә ауылы атап үтелә[3].

1795 йылда 20 йортта 145 башҡорт йәшәй. 39 йылдан һуң уларҙың һаны 292 кешегә етә, 1859 йылда – 460 башҡорт, 1920 йылда беренсе совет рәүизе ауылда 764 башҡорт йәшәүен күрһәтә[3].

1834 йылда 292 башҡортҡа 1320 бот ужым һәм 1440 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда 4 тирмән була. 37 ихатала 334 ат, 214 һыйыр, 338 һарыҡ, 276 кәзә аҫырала. 23 умарта һәм 10 солоҡ тоталар. Ауылда мәсет эшләй[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 472 229 243 48,5 51,5

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 146 км

Сығанаҡтар

  • А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • https://ufagen.ru/places

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Тема буйынса өҫтәмә