Тирлән
Село | |||
Тирлән | |||
---|---|---|---|
рус. Тирлянcкий | |||
Файл:Тирлян - panoramio.jpg | |||
54°12′27″ с. ш. 58°34′47″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башкортостан | ||
Муниципаль район | Белорет | ||
Ауыл советы | Тирлән | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘4218[1] кеше (2015) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453530 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 211 848 001 | ||
ОКТМО коды | 80 611 448 101 | ||
ГКГН номеры | 0518496 | ||
|
Тирлән (рус. Тирлянский) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 4427 кеше булған[2]. Почта индексы — 453530, ОКАТО коды — 80211848001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирлән ҡасабаһы 1801 йылда Тирлән йылғаһында ярҙамсы «сүкеү станоктары булған завод» төҙөлөшө башланыу менән барлыҡҡа килә. Тирлән заводына заводсы Дарья Пашкова (Мясникова) нигеҙ һала. 1803 йылдан алып дүрт сүкештә Белорет заводынан килтерелгән суйынды тимергә әйләндергәндәр. Заводта унан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Березовка ауылынан крәҫтиәндәр эшләгән. Ауылда 243 йорт булған, унда 1125 крәҫтиән йәшәгән. 1866 йылда Тирләндә Березовка ауылы менән бергә 1699 ир-ат һәм 1856 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән, 1520 йорт булған. Березовка ауылы һуңынан 1928 йылда Белорет ҡала советына буйһонған Тирлән эшселәр ҡасабаһы составында була[3].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1940 йылдың 2 июненән 2004 йылдың 17 декабренә тиклемге осорҙа Тирлән эшселәр ҡасабаһы РСФСР Юғары Советы Президиумының «БАССР хеҙмәтсәндәре депутаттарының Белорет ҡала советы башҡарма комитетына административ-хужалыҡ йәһәтенән буйһоноу тураһында»ғы указы нигеҙендә Белорет ҡала депутаттары Советына буйһона.
2004 йылдан алып ауыл статусына эйә һәм шул уҡ исемдәге ауыл советы үҙәге булып тора.
- Элемтә һәм телевидение
Ауыл биләмәһендә кәрәҙле операторҙарҙың (Билайн, Мегафон, МТС) вышкалары ҡуйылған һәм эшләй. Мегафон менән МТС-тың дөйөм антеннаһы ауылдың көньяҡ өлөшөндә Беренсе май урамы аҙағында иҫке дауахана районына ҡуйылған.
РФ Һаҡлыҡ банкыһының Беренсе май урамы мөйөшөндә һәм Почта тыҡрығында бер банкоматы бар. Был йортта Рәсәй Федерацияһы почтаһы һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы бүлексәһе урынлашҡан.
Атама этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирләнде әллә немецтар, әллә шведтар төҙөгән, шуға күрә атамаһын немец теленән тәржемәләргә кәрәк тип фараз итеүселәр бар, улар «Йәнлектәр иле» тигән «тәржемә» яһап та ҡуйған. Был уйҙырма хатта «Белорет энциклопедияһы» кеүек баҫмаға ла барып ингән (Н. Вавилова мәҡәләһе). Әммә Пётр Иванович Рычков үҙенең «Топография Оренбургская»[4] тигән китабында: «Река Тирлян, она же Терден» тип яҙып ҡалдырған.
Профессор Фирҙәүес Хисамитдинова «Башкирская ойконимия 16-19 веков» тигән китабында Пётр Рычков башҡорт теленең көнсығыш диалектын теркәгән, тип яҙа[5]. Бишенсе рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда Тирлән телгә алынмай, унда Берёзовка ауылы күрһәтелгән. «Переписи населённых мест Оренбургской губернии за 1868 год» рәүиз документтарында ҡайһы бер ауылдар ике атамалы тип әйтелә, улар араһында Тирлән заводы — Берёзовка. ХХ быуат башында бында инде Тирлән заводы.
Оло йәштәгеләр һаман әле Тирлән түгел, Кирлән тип һөйләшә. Ҡарҙай һалҡын һыулы Ҡарлан йылғаһынан «Ҡар» — «Ҡарлан» Тирлән атамаһына әйләнеп киткән, тип һанай улар. Белорет ҡалаһының 19-сы быуат яҙыусыһы Григория Белорецкий ҙа былай тип яҙған:
С горы камешек скатился
Во Карлянскую реку... |
Ҡарландың Тирләнгә әйләнеүен башҡорт телендә лә, урыҫ телендә лә К (Ҡ) өнөнөң Т менән сиратлашыуы күренеше менән аңлатырға мөмкин, был хаҡта Р. Аванесов, О. Донских, П. Кузнецов та яҙған. Ҡарлан — Кырлан-Кирлан-Кирлянь-Тирлян[6]
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 2002[11] | 2009[12] | 2010[13] |
14 034 | ↘12 017 | ↘8948 | ↘8066 | ↘5747 | ↘5257 | ↘4427 |
2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[1] | |||
↘4357 | ↘4296 | ↘4232 | ↘4218 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Валавин Анатолий Иванович (28.01.1921—17.09.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 1967—1969 йылдарҙа уҡсылар дивизияһы командиры, гвардия генерал-майоры (1968). Ҡыҙыл Байраҡ, өс Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[18].
- Губин Евгений Иванович (25.02.1923—5.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Кокин Павел Владимирович (21.07.1974), спортсы. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Ярым марафонда Рәсәй чемпионы (2003), халыҡ‑ара марафонда еңеүсе (АҠШ, Кливленд ҡалаһы, 2000), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000)[19].
- Оглоблин Иван Васильевич (1.01.1921—13.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби осоусы, авиация полкының звено командиры, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы.
- Полуэктов Степан Михайлович (1918—14.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, айырым моторлаштырылған понтон күпер батальоны понтон төҙөүсеһе, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1943)[20].
- Пугаев Степан Александрович (01.10.1910—28.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы.
- Фадеев Иван Павлович (1924), йөҙйәшәр, эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[21].
Бөгөнгө тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2018 йылдың 4 декабрендә ауылда «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыла. Уны төҙөү 2016 йылда башланған һәм тулыһынса Социаль маҡсатлы программалар фонды аша «Башнефть» нефть компанияһының хәйриә ярҙамы иҫәбенә финансланған. Объекттың дөйөм хаҡы – 29 миллион һум.
Комплекста баскетбол, волейбол, спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Ҡыш көнө балалар эргәлә төҙөлгән асыҡ боҙ һырғалағында хоккей уйнай ала[22].
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- YouTube сайтында Видео Наводнение в Тирлянском. 1994 год
- YouTube сайтында Видео п.Тирлян. Белорецкий район
Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тирлян - panoramio.jpg
Тирлән күренеше
- Тирлян - panoramio (1).jpg
Тирлән күренеше
- Тирлян - panoramio (2).jpg
Тирлән күренеше
- Панорама с реки Тирлян - panoramio.jpg
Тирлән йылғаһы буйы
- Мост через р.Тирлян - panoramio.jpg
Тирлән йылғаһы аша күпер
- Дорога в Тирлян - panoramio (1).jpg
Тирлән юлы
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тирлән заводының табаҡ прокатлау станы өсөн маховик - Тирләндең визит карточкаһы. Ул 1915 йылда ҡуйылған[23].
- Иҫке завод харабалары. Ауылдың уртаһында, быуа янында, завод идаралығының емерелгән иҫке бинаһын күрергә мөмкин[24].
- Мезониндар. Мезониндар Рәсәйҙең үҙәк һәм көньяҡ һыҙатында аҙ ҡатлы ағас һәм таш биналарҙың элементы булараҡ рус архитектураһында таралған[25].
- Марюта ташы тауы[26].
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яткил йылғаһы[27]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 113. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рычков П. И. Топография Оренбургской губернии. 1762 г.
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия 16-19 вв.-Уфа: Баш. кн.изд-во, 1991.
- ↑ Имя моё-Тирлян [1].
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Тирлян. Наши земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2022)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кокин Павел Владимирович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 июль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Полуэктов Степан Михайлович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- ↑ В Башкирии ветеран Великой Отечественной войны празднует 100-летие. ИА «Башинформ», 11 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2024)
- ↑ Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 4 декабрь (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- ↑ Наш Урал. Достопримечательности Тирляна: гигантское колесо-маховик (билдәһеҙ). Наш Урал (21 июль 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021.
- ↑ Наш Урал. Достопримечательности Тирляна: плотина и трагедия, связанная с ней (билдәһеҙ). Наш Урал (19 июль 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021.
- ↑ Наш Урал. Достопримечательности Тирляна: дома с мезонином и другие постройки XIX века (билдәһеҙ). Наш Урал (20 июль 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021.
- ↑ Наш Урал. Достопримечательность Тирляна: гора Марюткин камень и ее легенды (билдәһеҙ). Наш Урал (16 июль 2021). Дата обращения: 29 декабрь 2021.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалов А. А. Башкирские географические термины и топонимия.-Уфа: Башиздат «Китап»,1997.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия 16-19 вв.-Уфа: Баш. кн.изд-во, 1991.
- Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении.-Уфа:
- Баскаков Н. А. Принципы выбора признаков для наименования гор у алтайцев. (К проблеме оронимии Горного Алтая). В кн. Исследования по восточной филологии. М., Наука,1974.
- Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Баш кн. издат.,1980.*Русско- башкирский словарь водных объектов Респ. Башкортостан.- Уфа: Баш. кн.издат. «Китап». 2005.
- Словарь топонимов Респ. Башкортостан.- Уфа: Баш кн. издат. «Китап», 2002.
- Мурзаев Э. М. Словарь народных географических терминов. М., «Мысль»,1984.
- Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала.-Челябинск: Юж. Урал.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт Краеведческий Фонд «Наш Урал». Достопримечательности Урала. Башкортостан. Поселок Тирлянский (Тирлян) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- «Ураловед». Портал знатоков и любителей Урала. Поселок Тирлянский (Тирлян) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тирлән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2022)