Оглоблин Иван Васильевич
Иван Васильевич Оглоблин (1921 йылдың 1 ғинуары, Тирлән, Башҡорт АССР-ы — 2011 йылдың 13 декабре, Һарытау) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы, осоусы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Оглоблин Иван Васильевич 1921 йылдың 1 ғинуарында Тирлән ҡасабаһы (хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы) эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған. Белорет станцияһында, һуңынан Тирлән ҡалай-прокат заводының янғын һүндереү һағында эшләй.
1940 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Хәрби авиацияның пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла[2].
Төнгө бомбардировщиктарҙың 25-се гвардия авиацияһы полкының бүлек командиры (төнгө бомабардировщиктарҙың 2-се гвардия авиацияһы дивизияһы, 8-се һауа армияһы, 4-се Украина фронты) гвардия өлкән лейтенанты Иван Оглоблин 1943 йылдың декабренә разведкаға 503 хәрби осош яһай һәм дошман тылындағы хәрби объекттарҙы, техниканы, тере көстәрҙе бомбаға тота, шул иҫәптән — «У-2» самолетында көндөҙ метеорологик шарттар булмаһа ла 15 осош яһай.
Һуғыштан һуң ҡыйыу лётчик СССР хәрби һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Ул 1956 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1967 йылдан полковник И. В. Оглоблин — запаста, ә һуңынан отставкаға китә. Житомир (Украина) ҡалаһы 6-сы һөнәри-техник училищела башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшләй. 1998 йылдан һарытау ҡалаһында йәшәй, Һарытау өлкәһенең һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ағзаһы була.
2005 йылдың 9 майында совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 60 йыллығына арналған Еңеү Парадында, Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда, Һарытау өлкәһе вәкиле булып ҡатнаша[2].
2011 йылдың 13 декабрендә Һарытауҙа вафат була[1].
Батырлығы
«…Батыр һәм ҡыйыу лётчик. Көндөҙ ҙә һәм төндә лә техника менән идара итеүҙе бик яҡшы белә. …Телеһә ниндәй метеорологик шарттарҙа оса.
Экипаж бомба һәм пулемёт уты менән ерҙә 5 самолетты, 7 танкты, 2 бронемашинаны, йөк һәм ғәскәр менән 33 автомашинаны, 19 тимер юл вагонын, 7 автоцистернаны, 1 баржаны, 3 фараны, 2 кисеүҙе, боеприпастар менән 8 складты һәм яғыулыҡ менән 4 складты, 13 артиллерия уты нөктәһен, 15 миномет, 5 пулемёт , 6 зенит-артиллерия һәм 10 зенит-пулемёт нөктәһен юҡ итә, тимер юлы полотноһын 17 урындан эштән сығара, дошмандың терәк пункттарында 63 бинаға зыян итә һәм 59 янғын тыуҙыра.
1942 йылдың июлендә көндөҙ Валуйки районындағы дошмандың ғәскәрҙәренә разведкаға ебәрелә. Самолет дошмандың көслө зенит һәм ҡорал-пулемёт уты аҫтына эләгә. Штурман-сержант Марченко һәләк була. Летчик батырҙарса разведка алып барыуын дауам итә, һәм заданиены үтәп, аэродромға пуля ярсыҡтары менән телгеләнгән самолетын алып килеп еткерә, командованиеға үҙ ваҡытында ҡиммәтле мәғлүмәттәр килтерә.
1942 йылдың ноябрендә, ауыр метеошарттар һәм дошмандың төрлө ҡоралдарҙан көслө утына ҡарамаҫтан Сталинградтағы үҙ частәренә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташыу буйынса йөкләмәһен үтәгәндә, 30-25 метр бейеклеккә тиклем түбәнәйә һәм йөктө аныҡ күрһәтелгән урынға ташлай. Төн буйына 8-10 осош яһай.
1943 йылдың 27-нән 28 сентябргә ҡараған төндә Никополь ҡалаһы эргәһендә хәрби задание үтәгәндә дошман зенит артиллерияһы тарафынан самолет бәреп төшөрөлә. Осоуҙы дауам итергә ярамай. Экипаж дошман тылында ергә ултырырға мәжбүр була. Летчик менән штурман өс тәүлек ҡамышлыҡта йәшеренәләр. 1 октябрҙә осраҡлы рәүештә урындағы халыҡ төркөмөнә барып сығалар, улар ҙа немецтарҙан ҡамышлыҡта йәшеренгән булалар, улар аша шул урындарҙа эш иткән ҙур булмаған партизан отряды менән бәйләнеш булдыралар. Был отрядта, разведка буйынса айырым заданиелар үтәп һәм дошман автотранспортын юҡ итеп, 1943 йылдың октябренә тиклем булалар. 25 октябрҙең төнөндә 17-се Һауа армияһы ебәргән самолет менән үҙ территорияһына күсереләләр.
30 октябрҙә кисендә, үҙе менән кәрәкле запас частар алып, беҙҙең ғәскәрҙәр тарафынан азат ителгән Балка районындағы мәжбүри ултырған самолеты эргәһенә оса. Дошман артиллерияһы уты аҫтында төнө буйы самолет тергеҙелә һәм 31 октябрҙә иртәнсәк самолет полк нигеҙләнгән аэродромға ҡыуып алып киленә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 апрелендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Оглоблин Иван Васильевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1307) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Оглоблин Иван Васильевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Тимер юл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4];
- Оглоблин Иван Васильевич — Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы[5].
- Тыуған ауылында һәм Белорет ҡалаһында уның исеме менән урамдар аталған, Белоретта уға бюст ҡуйылған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.04.1944)
- Ленин ордены (30.08.1942)
- Ленин ордены (13.04.1944).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06.03.1943)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Оглоблин Иван Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Оглоблин Иван Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Оглоблин Иван Васильевич. Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). Министерство обороны Российской Федерации. Электронный банк документов «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Почётные граждане. Оглоблин Иван Васильевич. Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Оглоблин Иван Васильевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Оглоблин Иван Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы: Оглоблин Иван Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)