13 декабрь
13 декабрь (рус. 13 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 347-се көнө (кәбисә йылында 348-се). Йыл тамамланыуға 18 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡорһаҡ байрамы.
АҠШ: Ат көнө.
Мальта: Республика көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Айыу көнө.
- «Джентльмены удачи» комедияһы көнө.
Бразилия: Моряктар көнө.
- 1922 йыл: Кавказ аръяғы Советтарының I съезы (Баҡы) 1922 йылдың 12 мартында ойошторолған «Кавказ аръяғы Социалистик Совет Республикаларының Федератив Союзы»н берҙәм «Кавказ аръяғы Совет Социалистик Федератив Республикаһы» тип үҙгәртә.
- 1971 йыл: СССР кинотеатрҙарында «Джентльмены удачи» комедияһы күрһәтелә башлай.
тулы исемлек
- 1989 йыл: Владимир Жириновский Либераль-демократик партия ойоштора.
- 1996 йыл: Кофи Аннан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретаре итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сиражетдинова Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы (1930—29.12.1986), театр артисы. 1947 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1949 йылдан — хәҙерге Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры, 1952 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
- Фәррәхов Альберт Мөғәллим улы (1955—6.03.1998), педагог. 1985 йылдан хәҙерге Ағиҙел ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Теләшев Ғүмәр Ғариф улы (1931—2.06.2016), инженер-технолог-ғалим. 1954—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының АВТМ-1 ҡулайламаһы, 1964 йылдан — ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, 1967 йылдан — тәжрибә тикшеренеү цехы начальнигы; 1989 йылдан — ғилми технология үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; Өфөләге «ИНТЭКО» нефтехимик эшкәртеү инженерлыҡ үҙәген ойоштороусы һәм 1998—2004 йылдарҙа уның директоры. Техник Фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1978) һәм атҡаҙанған химигы (1991). Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015). Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Вилданов Эдгар Әбүзәр улы (1951—5.11.2018), шағир. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
тулы исемлек
- Рәхимов Урал Мортаза улы (1961), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2006—2009 йылдарҙа «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Константин Петрович (1912—2.05.1996), инженер, төҙөлөш тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1947 йылдан Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, трест идарасыһы урынбаҫары, 1953 йылдан — трест идарасыһы; 1958 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигы; 1970—1982 йылдарҙа СССР ауыл хужалығы подукттары әҙерләү министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963), алтынсы (1963—1967) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Зәки Хәсән улы (1932), табип-уролог. Башҡортостандың беренсе балалар урологы. 1967—1968 йылдарҙа хәҙерге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, артабан Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
тулы исемлек
- Аферина Лилия Васильевна (1937), Өфө ҡалаһы 114-се мәктәбе педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы (1937—10.11.1979), журналист, яҙыусы. 1967 йылдан Удмурт АССР-ының Грахов районы «Сельская новь» гәзитенең баш мөхәррире, 1970 йылдан — «Советская Удмуртия» гәзите (Ижевск), 1978 йылдан — «Молот» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Удмурт АССР-ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Удмурт АССР-ының дәүләт премияһы лауреаты (1980, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Үрге Тиктәм ауылынан.
- Ғәлимова Резида Марат ҡыҙы (1977), нейрохирург-ғалим, йәмәғәтсе. 2004 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының табип-нейрохирургы 2011 йылдан — баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. 2012 йылдан «Изгелек» хәйриә фондының эксперт советы ағзаһы. Медицина фәндәре кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Губарев Евгений Михайлович (1903—3.04.1963), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. 1934—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1936 йылдан — Өфөләге И. И. Мечников исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. 1956—1959 йылдарҙа Ростов дәүләт медицина университеты ректоры. Биология (1940) һәм медицина (1942) фәндәре докторы, профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).
- Тузов Николай Иосифович (1923—18.01.2002), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Фёдорова Мария Васильевна (1923—21.04.1982), китапханасы. 1949—1978 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы уҡыу залының өлкән китапханасыһы, мөдире, баш китапханасы, 1975 йылдан — бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәһүҙин Рим Мирғәҙи улы (1938), табип. 1968 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы, 1973 йылдан — Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһы табибы, 1974—2002 йылдарҙа планлы хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Торомтаева Римма Хөсәйен ҡыҙы (1938), малсы. 1960—1973 һәм 1981—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красное Знамя» колхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
- Кәлимуллин Радик Сәлим улы (1948), нефтсе, рационализатор. 1974 йылдан Бөрө быраулау эштәре идаралығы мастеры, ПТО инженеры, 1981 йылдан Дүртөйлө быраулау эштәре идаралығының баш механигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Урман ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Серебровский Александр Павлович (1884—10.02.1938), дәүләт органдары хеҙмәткәре. Революцион хәрәкәттә, Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1932 йылдан — СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. Ленин (1931), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) ордендары, Әзербайжан ССР-ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ивановский Георгий Фёдорович (1919—7.08.1998), нефтехимик, нефть сәнәғәте һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1957 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1965 йылдан — СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры урынбаҫары, 1973—1987 йылдарҙа Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (1924—27.02.2019), тел белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). 1-се (1944) һәм 2-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Мансурова Любовь Ильинична (1929—26.06.2023), агроном-ғалим. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).
- Телятников Иван Александрович (1929—10.08.1996), ветеринария табибы-ғалим. 1978—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ветеринария фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Ковалевский Николай Иванович (1939), тау инженеры. 1965 йылдан (өҙөклөк менән) Учалы руднигының, 1982—2000 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш маркшейдеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Яманйылға ҡалаһынан.
- Горулёв Павел Сергеевич (1949), педагог-ғалим, спортсы, тренер. 1999 йылдан Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), СССР чемпионы (1978) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997) һәм күренекле спортсыһы (1993).
- Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (1954), социолог-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил. Социология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008— 2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (1964), педагог-ғалим. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).
- Назаров Денис Андреевич (1989), юрист-ғалим, эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2017 йылдан «Аструм» компаниялар төркөмө президенты. Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан). Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1553 йыл: Генрих IV, Францияның Бурбондар династияһынан беренсе короле.
- 1684 йыл: Людвиг Хольберг, Мәғрифәтселек дәүере яҙыусыһы, Дания һәм Норвегия әҙәбиәттәренә нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1797: Генрих Гейне, Германия шағиры.
- 1816: Вернер фон Сименс, Германия инженеры, «Siemens» фирмаһын ойоштороусы.
- 1839: Пётр Баллод, Рәсәй империяһы табибы, философ, революционер.
- 1867: Кристиан Биркеланд, Норвегия ғалимы, һаҙағай күренешенең асылын тәүге аңлатыусы.
- 1874: Иосиф Левин, Рәсәй империяһы һәм Америка пианисы.
- 1899: Борис Ишбулдин-әл-Бәкри, тарихсы, иктисадсы, сығышы менән Мәскәүҙән.
- 1964: Хидэто Мацумото, Япония музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1969: Сергей Фёдоров, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы.
- 1969: Морат Насыров, СССР, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы.
- 1984: Сантьяго Касорла Гонсалес, Испания футболсыһы.
- 1989: Тейлор Свифт, Америка йырсыһы, актёр һәм йырҙар авторы.
- 1204 йыл: Маймонид, Испания философы, йәһүд мәғрифәтсеһе, Талмудты аңлатыусы.
- 1466: Донателло, Италия скульпторы.
тулы исемлек
- 1754: Мәхмүд I, төрөк солтаны.
- 1784: Сэмюэл Джонсон, Англия тәнҡитсеһе, шағир.
- 1944: Василий Кандинский, рус рәссамы, сәнғәттәге абстракционизм ағымына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1947: Николай Рерих, рус рәссамы.
- 2009: Пол Самуэльсон, АҠШ иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1970).
Иҫкәрмәләр