Башнефть-Новойл


«Башнефть-Новойл» — ««Башнефть» Акционер нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан нефть эшкәртеү сәнәғәт предприятиеһы. 1951 йылда «Икенсе Баку» нефтен эшкәртеү өсөн төҙөлгән.

Адресы: 450037, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14 йорт.

Элекке завод директорҙары: Борис Павлович Майоров, Георгий Фёдорович Ивановский — 1957—1965 йылдарҙа.

Предприятие ихтыяждары өсөн Черниковка-Восточная тимер юл станцияһы (Куйбышев тимер юлы, коды 654805) төҙөлә.

Етәкселек

Генераль директоры — 2014 йылдан Сәрүәров Илдус Ирек улы.

Етештергән әйберҙәре һәм инновациялар

  • Бөтә маркалы этилһыҙ автомобиль бензиндары (АИ-80, АИ-92, АИ-95, АИ-98)
  • Авиация яғыулығы (ТС-1, РТ маркалы авиация кәрәсине)
  • Ҡышҡы һәм йәйге дизель яғыулыҡтар
  • 100 маркалы яға торған мазут
  • Шыйыҡ газ
  • Мотор майы, трансмиссион, индустриаль, гидравлик майҙар һ. б.
  • Техник углерод өсөн сеймал
  • Төҙөлөш, түбә һәм юл битумы

Етештереү (цехтар)

  • Электр тоҙҙан таҙартыу ҡоролмаларында нефть әҙерләү цехы (ЭЛОУ)
  • АВТМ-1,2,9 (Атмосфера-вакуум май торбаһы) атмосфера менән ҡыуыу һәм вакуумлы дистилляция ысулы менән май фракциялары алына
  • АВТ.-5 (Атмосфера-вакуум май торбаһы) атмосфера менән ҡыуыу һәм вакуумлы дистилляция ысулы менән вакуумлы газойль алына
  • Риформинг (Л-35, Жекса)
  • Термик крекинг (ТК-2,3)
  • Май блогы (мотор, индустриаль, трансформатор, гидравлик һ. б. майҙар етештерелә)
  • Кокслау (21-10)
  • Көкөрт етештереү
  • Изомерлаштырыу[2](Л--35 составында)
  • Алкилациялау (25-4/2, СКА-көкөрт-кислота алкилация)
  • АГФУ (абсорбция-газ фракциялаусы ҡоролма)
  • 22/4 (икенсел ҡыуыу)
  • ЛЧ 24/7 (кәрәсин, дизель яғыулығын һыу менән таҙартыу)
undefined

БПЛА һүжүме

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә ике БПЛА һөжүме фактын рәсми рәүештә раҫланы. Был турала белдереү 2025 йылдың 13 сентябрендә яҡынса 18:50 сәғәттә барлыҡҡа килде:

«Бөгөн Башнефть предприятиеһы самолет тибындағы пилотһыҙ аппараттарҙың террористик һөжүменә дусар булды. БПЛА-ларҙың береһе артынан күҙәтеү үткәрелде. Предприятиеның һаҡ көстәре ҙур калибрлы атыу ҡоралынан ут асты. Пилотһыҙ аппарат зыян күреп завод территорияһына төштө. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Производство майҙансығы ҙур зыян күрмәне, янғын сыҡты, уны әлеге ваҡытта һүндерәү бара.

Бынан һуң тағы бер БПЛА бәреп төшөрөлгдө. Уның ҡолауы эҙемтәләренең масштабы әлегә ваөытта аныҡлана. Бөтә хеҙмәттәр ҙә хәрби әҙерлеккә килтерелгән. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге һәм Экология Министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә тотола», — тип хәбәр Республика башлығы итте Радий Хәбиров[3].

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә нефть эшкәртеү заводына дрон һөжүменән һуң оператив кәңәшмә үткәрҙе.

  • Һөжүмде кире ҡағыу өсөн хәрбиҙәр бәләкәй ҡоралдан һәм ҙур калибрлы пулеметтан атты.
  • Ике дрон атып төшөрөлдө. Улар завод биләмәһенә төшкәс, янғын сығып, техник һыу үткәргесенә зыян килтерҙе.
  • Был ваҡиғаға ҡарамаҫтан, предприятие ҡәҙимге эшмәкәрлеген дауам итә. Яғыулыҡ етештереүҙең кәмеүе көтөлмәй.
  • Экология министрлығы үткәргән тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләрҙең артыҡ булмауын күрһәтте.
  • Властар яңы һөжүмдәр ихтималлығын билдәләй һәм сәнәғәт объекттарын һаҡлау буйынса террорға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә ниәтләй.

Иҫкәрмәләр

  1. Отчёт компании за 2011 год
  2. Показатели работы установки изомеризации 2014 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
  3. Радий Хабиров. Страница на ВК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә