Саҡмағошнефть
«Саҡмағошнефть» (рус. Чекмагушнефть) — Башҡортостан Республикаһының нефть һәм газ сығарыу идаралығы, 2010 йылдан «Башнефть—Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына инә. Башҡортостан Республикаһының Бөрө, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары биләмәһендә 17 нефть һәм газ ятҡылығын эшкәртә һәм файҙалана[1]. Хакимиәт һәм төп етештереү объекттары Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан[2].
Тарихы
1954 йылдың 12 авгусында Илеш районының Үрге Маншыр ауылы эргәһендә «Башкөнбайышнефтьразведка» тресы бригадаһы быраулаған 11-се скважинанан беренсе нефть фонтаны атыла. 1956 йылда, өҫтәмә скважиналар быраулағандан һуң, Маншыр майҙансығында сәнәғәт эшкәртеүе башлана. 1957 йылда Крещенка-Бүләк ятҡылығында нефть табылғас, «Башнефть» берекмәһе етәкселеге ҡарары менән Күлтүбә эреләтелгән нефть промыслаһы ойошторола.
1960 йылда Маншыр төркөмөнөң Иғмәт, Крещенка-Бүләк, Маншыр, Тамъян участкаларында 59 скважина эшләй, йыллыҡ нефть сығарыу яҡынса 500 мең тонна тәшкил итә. Күлтүбә эреләтелгән нефть промыслаһы шул йылда «Саҡмағошнефть» нефть промыслаһы идаралығы итеп үҙгәртелә.
1960 йылдарҙың икенсе яртыһында быраулау эштәре Йосопов майҙанының Гремучий Ключ һәм Иванай участкаларында, Ҡарасайылға, Мәнәүез, Таймырҙа, Сәрмәсән һәм Шалҡан нефть ятҡылыҡтарында башлана. 1968 йылда нефть промыслаһы идаралығы — Сәйет майҙанында, 1970 йылда Андреевка ятҡылығында быраулау эштәренә тотона. 1968 йылда нефть сығарыу кимәле йылына 6,282 миллион тоннаға етә.
1970 йылда «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы төҙөлә.
1995 йылда «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының филиалы, 2002 йылда яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булып китә. 2005 йылда «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы «Башнефть — Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы составына инә. 2010 йылдан хәҙерге статусына эйә һәм «Башнефть—Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына ҡарай.
Етештереү һәм башҡа эшмәкәрлеге
«Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында нефть һәм газ сығарыу буйынса биш цех, шулай уҡ ҡатлам баҫымын һаҡлау, нефтте әҙерләү һәм һурҙырыу, ғилми-тикшеренеү һәм промысла эштәре цехы бар. Идаралыҡ Арлан, Маншыр, Мәнәүез, Сәйет, Таймырҙа, Туҙлыҡуш һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе һәм файҙаланыуҙы тормошҡа ашыра. 1970 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы нефть предприятиеларын комплекслы автоматлаштырыуҙы һәм төҙөкләндереүҙе ғәмәлгә индерә. Идаралыҡ «Башнефть» етештереү берекмәһе системаһында беренсе булып нефть скважиналарында органик булмаған тоҙҙар ултырмалары проблемаһын хәл итә.
Нефть һәм газ сығарыу идаралығының көндәлек эшмәкәрлегенең иҡтисади йүнәлеше етәкселектең даими контролендә була: цехтар һәм бригадалар менән идара итеү структураһы яҡшыртыла, етештереүҙе һәм хеҙмәтте ойоштороу буйынса яңы формалар индерелә. Идаралыҡ тармаҡта беренсе булып промыслаларҙа һөнәрҙәрҙе берләштереү нигеҙендә нефть скважиналарын хеҙмәтләндереү системаһын тәртипкә һала.
1970-80 йылдарҙа нефть сығарыу кимәле йылына 5,3-4,9 миллион тонна тәшкил итә, 1980-90 йылдарҙа — йылына 4,8-4,1 миллион тонна.
1990 йылдарҙа нефть сығарыу объекттарында һыуҙы бер юлы ағыҙыу өсөн торбалы һыу айырғысты индереүгә патент алына, был хеҙмәтләндереүсе персоналдан баш тартырға һәм аҡсаны экономияларға, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһауҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә.
2000 йылда Илеш нефть ятҡылығында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡатламға һыу-газ ҡатнашмаһын өрҙөрөп тултыра башлайҙар, был тәбиғи газды утилләштереү, шулай уҡ ятҡылыҡта ҡатлам баҫымын һаҡлау мөмкинлеген бирә.
2010 йылда «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ятҡылыҡтарында нефть сығарыу 2103,9 мең тонна тәшкил итә, 2012 йылда — 2534,8 мең тонна.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Саҡмағошнефть // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ «Чекмагушнефть». Дюртюлинская энциклопедия (2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2025.
Һылтанмалар
- Саҡмағошнефть // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Дюртюлинская энциклопедия (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2025)