Арланнефть
«Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы | |
---|---|
![]() | |
Нигеҙләнгән йыл | 1957 йыл |
Урынлашыуы | Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы |
Тармаҡ | нефть һәм газ сәнәғәте |
Продукция | нефть |
Наградарары |
«Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы (рус. Нефтегазодобывающее управление «Арланнефть»; НГДУ «Арланнефть») — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш төбәгендә урынлашҡан һәм нефть запасы буйынса иң ҙур сығанаҡ булған Арлан нефть ятҡылығын эшкәртеү һәм файҙаланыуҙы тормошҡа ашырыусы предприятие. «Башнефть» берекмәһе составында «Арланнефть» нефть промыслаһы идаралығы булараҡ 1957 йылда ойошторола. 1970 йылдан — нефть һәм газ сығарыу идаралығы. 1981 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Идара аппараты Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан[1].
Ҡыҫҡаса тарихы
1957 йылда «Башнефть» производство берекмәһенең «Арланнефть» нефть промыслаһы идаралығы булып үҙенең көндәлек эшмәкәрлеген башлай. Уның составына Ҡалтасы районының Ҡырпы ауылы янында урынлашҡан 1-се һәм Краснокама районы Әшит ауылы эргәһендәге 2-се нефть промыслалары инә[1].
1970 йылдан — «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы исемен йөрөтә[1].
1995 йылдан — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы филиалы, 2003 йылдан — «Арланнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте[2].
2005 йылдан — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Башнефть—Яңауыл» филиалы, 2010 йылдан — «Башнефть‑Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составында[2].
Ҡаҙаныштары
• 1970—1998 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының алдынғы предприятиеһы.
• 2000 йылға тиклем «Арланнефть» 240 миллиондан ашыу тонна нефть сығарған.
• Нефть сығарыуҙың иң юғары йыллыҡ кимәле — 8,8 миллион тонна (1982).
• Идаралыҡта Рәсәй Федерацияһында тәүге тапҡыр скважиналарҙы тармаҡлап быраулау индерелә, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыусы ысулдар ҡулланыла: ҡатлам эсендә дымлы яндырыу һәм актив матдәләрҙе файҙаланып һыуландырыу.
• Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр скважиналарҙы вышкаһыҙ файҙаланыу үҙләштерелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981) [1]
Предприятие менән бәйле шәхестәр
• Безденежный Фёдор Ильич, оператор, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
• Густов Борис Михайлович, 1986—2003 йылдарҙа идаралыҡ начальнигы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Башнефть
• Арлан нефть ятҡылығы
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «АРЛАННЕФТЬ», предприятие (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2025)
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «БАШНЕФТЬ», предприятие (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2025)
Әҙәбиәт
• Башкирских нефтяников славные имена. — Уфа: РИЦ АНК Башнефть, 1997. — 648 с.: ил. ISBN 5-901004-06-Х
• Профессионалы нефтегазовой отрасли. — Москва, 1996.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «АРЛАННЕФТЬ», предприятие. (рус. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 06.11.2024) (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2025)
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «БАШНЕФТЬ», предприятие (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2025)