Густов Борис Михайлович

Густов Борис Михайлович (18 октябрь 1938 йыл) — нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. 1963 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш технологы, начальниктың төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 3-сө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика мининистрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Нефтекама ҡалаһының (2002) һәм Краснокама районының почётлы гражданы.

Биографияһы

Борис Михайлович Густов 1938 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Шаран районы Иҫке Драж ауылында тыуған[2].

1959 йылда Октябрьский нефть техникумын һәм 1965 йылда «нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса[3] Өфө нефть институтын[4] тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1959 йылда «Туймазанефть» нефть промыслалары идаралығында ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып башлай, артабан — нефть әҙерләү һәм һурҙырыу цехының деэмульсация ҡоролмаһы мастеры[3].

1963 йылдан Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш технологы, начальниктың төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — идаралыҡ начальнигы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1999)[5]
  • Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2003—2008)[6]
  • Башҡортостан Республикаһы Кеше хоҡуҡтары буйынса Вәкиленең Нефтекама ҡалаһы ҡала округындағы йәмәғәт ярҙамсыһы
  • Нефтекама ҡалаһының Урыҫтар соборы рәйесе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986)
  • Хеҙмәт ветераны миҙалы (1985)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1992)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998)
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика мининистрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1989)
  • Нефть сәнәғәте отличнигы (1978)
  • Почётлы нефтсе (1989)
  • Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2002)
  • Краснокама районының почётлы гражданы

Әҙәбиәт

  • Башкирских нефтяников славные имена. — Уфа: РИЦ АНК Башнефть, 1997. — 648 с.: ил. ISBN 5-901004-06-Х
  • Профессионалы нефтегазовой отрасли. — Москва, 1996.