26 октябрь
26 октябрь (рус. 26 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 299-сы көнө (кәбисә йылында 300-сө). Йыл һуңына тиклем 66 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Көтөлмәгән һөйөнөстәр көнө.
Австралия: Балаларҙы яҡлау көнө.
Австрия: Республика көнө.
АҠШ: Үпкә һаулығы көнө.
- Финанс енәйәттәре менән көрәш көнө.
- Ҡабаҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Гимнастика көнө (октябрҙең һуңғы шәмбеһе).
Әзербайжан: Гранат көнө.
Ер: Табип-колопроктологтар көнө.
Бенин: Ҡораллы көстәр көнө.
Тажикстан: Суд органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тунис: Инженерҙар көнө.
- 1861 йыл: Филипп Рейс телефон уйлап таба.
- 1900 йыл: Нью-Йоркта метро асыла.
тулы исемлек
- 1956 йыл: МАГАТЭ (Халыҡ-ара Атом Энергияһы Агентлығы) ойошторола.
- 1994 йыл: Нефтекама ҡалаһында хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының филиалы — «Мираҫ» картиналар галерияһы асыла.
- 2012 йыл: «Windows 8» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имаҡов Таһир Ғилман улы (1895—14.11.1937), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ширипина Елена Васильевна (1910—11.05.1981), СССР-ҙың балет артисы, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
тулы исемлек
- Ижбулдин Михаил Ирдуганович (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—2010 йылдарҙа Бөрө районы Шишмә урта мәктәбенең мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фәттәхова Фәриҙә Миңлемөхәмәт ҡыҙы (1960), Өфө ҡалаһы «Торлаҡ хужалығы идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһының директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәлимов Андалис Ғариф улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер механик. 1969 йылдан Өфө нефть институты (1985 йылға тиклем Салауат ҡалаһындағы филиалы) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфөләге «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» ғилми-техник үҙәгенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Новикова Лилиә Барый ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-невролог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡтыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институтының неврология һәм нейрохирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Өфөләге Баш ҡан тамырҙары үҙәге һәм Инсульт кисергән ауырыуҙарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш неврологы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы. Профессор П. Я. Гапонюк исемендәге премия лауреаты (2013). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016). Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Канск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улы (1927—15.09.2021), ғалим-инженер-нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан «Башнефть» берекмәһенең баш инженеры; 1984—1998 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972); Октябрь Революцияһы (1981), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—20.02.2010), журналист, 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
тулы исемлек
- Игебаева Гөлнур Яңыбай ҡыҙы (1957), педагог. Йылайыр районы Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең элекке математика һәм физика уҡытыусы һәм район мәғариф бүлегенең элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Касимов Олег Валерианович (1972), музыкант-саксофонсы, композитор, аранжировщик. 2006 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (1908—5.02.1990), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры.
- Гаврилова Зинаида Петровна (1948), малсылыҡ ветераны, 1970—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы «Рассвет» хужалығы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бикеш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лебедев Владимир Иванович (1894—3.04.1966), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын беренсе өйрәнеүсе. Тарих фәндәре докторы (1954), профессор (1938). Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Рига ҡалаһынан.
- Вәхитов Рауил Сәми улы (1929—6.11.2000), физик‑химик-ғалим. 1986—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Пешку ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Шакиров Сәғит Хәсән улы (1929—2011), партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, артабан Асҡын, 1971 йылдан — Стәрлетамаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1979–1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Материаль-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Иҫке Ҡара ауылынан.
- Шкадинский Вадим Георгиевич (1934—19.07.1993), төҙөүсе-инженер. 1980—1985 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһының Төҙөлөш идаралығы начальнигы. Ағиҙел ҡалаһының почётлы гражданы (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Смела ҡалаһынан.
- Әхмәҙуллина Хәмиҙә Миңвәли ҡыҙы (1959), гигиенист‑эпидемиолог-ғалим. 2001 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы, педагогика һәм психология факультеты деканы, 2007—2017 йылдарҙа — Психология һәм мәҙәни-социаль эш инстиуты директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
- Бикмәтов Альберт Әлмир улы (1964), спортсы. 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең йыйылма командаһы ағзаһы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғаянова Зилә Рәйес ҡыҙы (1964), еңел сәнәғәт хеҙмәткәре. Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе туҡыу фабрикаһының технолог-инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (2022). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сәйфетдинов Эмиль Дамир улы (1989), спортсы. 2007 йылдан спидвей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Европа чемпионы (2014–2015), донъя чемпионатының бронза призёры (2009). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1983 йыл: Дмитрий Сычёв, Рәсәй футболсыһы.
- 1909 йыл: Ито Хиробуми, Японияның беренсе премьер-министры.
- 1973 йыл: Семён Будённый, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1942 йыл: Низам Ҡәрипов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы.