Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты

Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (рус. Башкирский военно-революционный комитет; Башревком) — 1919 йылдың 21 февраленән 1920 йылдың июленә тиклем Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының төп дәүләт органы.

Тарихы

Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы Хәрби-революцион комитеты (Башревком) 1919 йылдың 21 февралендә Орск өйәҙенең Темәс ауылында[1] I Бөтә башҡорт хәрби съезында ойошторола[2]. 22 февралдә республика территорияһындағы властың бөтә тулылығы менән Башревкомға бирелеүе тураһында фарман сыға[3].

Ревкомдың беренсе рәйесе Мстислав Ҡулаев була. Башревком 15 комиссариаттан тора: сит ил эштәре комиссариаты, хәрби комиссариат (Әхмәтзәки Вәлиди), социаль тәьминәт комиссариаты (Илдархан Мутин), аҙыҡ-түлек комиссариаты (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау комиссариаты һәм финанс комиссариаты (Усман Ҡыуатов), игенселек комиссариаты (Гәрәй Ҡарамышев), эске эштәр комиссариаты һәм милләттәр комиссариаты (Фәтих Төхвәтуллин), хеҙмәт комиссариаты (Ильяс Алкин), мәғариф комиссариаты (Аллабирҙе Йәғәфәров), юстиция комиссариаты (Юныс Бикбов), тышҡы комиссариат һәм эске сауҙа комиссариаты (Сәйетгәрәй Мағазов). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.

Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе Иосиф Сталин, башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте Рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Башревком ағзаһы Муллаян Халиков һәм Башҡорт ғәскәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауов[4]. Артабан Башревком «Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы килешеүе»н тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.

1919 йылдың апреленән август айына тиклем, Колчак армияһы һөжүме осоронда, Башревком Саранск[5] ҡалаһына эвакуациялана.

1919 йылдың 20 авгусынан Башревком Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш башлай, 1919 йылдың 26 авгусында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты «уның Башҡорт Совет Республикаһы менән идара итеүгә башлауы тураһында» бойороҡ ҡабул итә[6] (Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1919 йылдың 17 сентябрендәге «Башҡортостан революцион комитетына бөтә идара итеү аппаратын тапшырыу Һәм Башҡорт Совет Республикаһы территорияһында уның идара итеүен ойоштороу тураһында» ҡарары менән раҫлана)[7].

undefined
undefined

1918 йыл 18 ноябрендә 1-се Башҡорт партия конференцияһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса Башревком ағзалары (Харис Йомағолов, Каспранский, И. Рәхмәтуллин) РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты составына инә.

Башревком позицияһы күп кенә мәсьәләләр, айырыуса автономия һәм федерализм принцибының ғәмәлгә ашыуы һәм республика менән идара итеү һәм уны етәкләү буйынса, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы, Башҡорт хәрби комитеты, Башҡорт совет халыҡ хужалығы, Башҡорт халыҡ аҙыҡ-түлек комитеты ағзаларының ҡараштары менән тап килмәй[8]. Был ҡапма-ҡаршылылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаларының Башревком тарафынан ҡулға алыныуына килтерә (тулыраҡ — Ғинуар конфликты (1920).

1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК), РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркөстан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен — Башҡортостан автономияһы дошмандарын — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын талап итә[8].

1920 йылдың 19 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декрет ҡабул итә. Ике йыл элек Килешеүҙә раҫланған республика хоҡуҡтары сикләнгән булып сыға. Был ҡарар менән ризалашмай, Башревком 16 июндә тулы составта отставкаға китә. Яңы состав 26 июндә һайлана.

1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт АССР-ының 1-се Советтар съезы үткәрелә һәм Башревком урынына дәүләт власының даими юғары органы — Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты булдырыла.

Башревком рәйестәре

undefined

Баҫма органдары

• Рәсми баҫма органы — «Башҡортостан хәрби инҡилаби комитетының мөхбире» («Известия Башкирского военно‑революционного комитета и центрального бюро коммунистов (большевиков) Советской Башкирии») гәзитен ойоштороусыларының береһе була.

Әҙәбиәт

Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917–1921 гг.) / Марат Кульшарипов. – Уфа: Китап, 2000. – 368 с.  (рус.)
Кульшарипов М. М. Соглашение центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономной Башкирии // Башкирская энциклопедия. В 7 т. / глав. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — Т. 6. — С. 7. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5.  (рус.)
• Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002.  (рус.)
• Зайтунов Р.Б. Деятельность Башкирского военно‑революционного комитета. Уфа, 2008.  (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы.
  2. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ
  3. Кульшарипов М. М. ПРИЗНАНИЕ ЦЕНТРАЛЬНОЙ СОВЕТСКОЙ ВЛАСТЬЮ БАШКИРСКОЙ АВТОНОМНОЙ РЕСПУБЛИКИ (К 95-ЛЕТИЮ ПОДПИСАНИЯ "СОГЛАШЕНИЯ... С БАШКИРСКИМ ПРАВИТЕЛЬСТВОМ...") // Проблемы востоковедения. — 2014. — № 1. — С. 27-32. Архивировано 18 октябрь 2018 года.
  4. Башҡортостан Республикаһы Автономияһы 2019 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
  5. Хәҙер Рәсәйҙең Мордовия Республикаһының баш ҡалаһы.
  6. Приказ Башкирский военно-революционный комитет от 26 августа 1919 года «О вступлении его в управление Башкирской советской республикой»
  7. Постановление Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета Советов. О передаче Башкирскому Революционному Комитету всего аппарата управления и об организации управления на территории Башкирской Советской Республики.
  8. 1 2 Башревком.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Тема буйынса өҫтәмә