Копсов Анатолий Яковлевич
Анатолий Яковлевич Копсов | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
1994 йыл октябрь — 1999 йыл ғинуар | ||||
Президент: | Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы | |||
Алдан килеүсе: | Мирғәзәмов Марат Парис улы | |||
Дауамсы: | Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы | |||
Тыуған: | 6 апрель 1942 (82 йәш) Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Красноусол ауылы | |||
Партия: | КПСС | |||
Белеме: | ||||
Ғилми дәрәжәһе: | фән докторы | |||
Наградалары: |
| |||
Копсов Анатолий Яковлевич (6 апрель 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-энергетик. 1992—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Федерация Советы депутаты (1994—1996). Техник фәндәр докторы, профессор.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анатолий Яковлевич Копсов 1942 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Красноусол ауылында тыуған. Институтҡа уҡырға ингәнгә тиклем Калининградтың икенсе ГРЭС-ында (хәҙер Калининград өлкәһе Светлый ҡалаһының икенсе ГРЭС-ында) слесарь өйрәнсеге һәм электрослесарь булып эшләгән. Уҡыуын тамамлағандан һуң, шул уҡ ГРЭС-та инженер, цех мастеры була.
1968—1976 йылдарҙа — БАССР-ҙың Ҡарман ГРЭС-ында мастер, цех начальнигы урынбаҫары, йылытыу автоматикаһы һәм үлсәүҙәр цехы начальнигы. 1976—1983 йылдарҙа — Бангладеш Республикаһында «Горозал» ГРЭС-ында техник ярҙам күрһәтеү буйынса белгес. 1983 йылда СССР-ға ҡайта һәм Ҡарман ГРЭС-ы директоры була.
1988 йылда Өфө ҡалаһында «Башкирэнерго» РЭУ-һы идарасыһы итеп тәғәйенләнә, 1990 йылдан — «Башкирэнерго» производство берекмәһенең генераль директоры.
1992 йылда Башкирэнерго акциялаштырыла һәм акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә, ә Копсов уның генераль директоры була. Республика һәм Рәсәй Федерацияһы властары килешеүе буйынса «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәте 1992 йылдың икенсе яртыһында ойошторолған «ЕЭС России» Рәсәй акционерҙар йәмғиәте контроленә бирелмәй һәм дүрт бойондороҡһоҙ энергосистемаларҙың береһе булып ҡала.
1992 йылдың ноябрендә Анатолий Копсов Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе итеп һайлана.
1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов менән бергә Рәсәй Федерацияһының беренсе саҡырылыш Федераль Йыйылышының Федерация Советына Башҡортостандан 2-се ике мандатлы һайлау округынан депутат итеп һайлана. Федерация Советында ул бюджет, финанстар, валюта һәм кредит көйләүе, аҡса эмиссияһы, һалым сәйәсәте һәм таможня көйләүе буйынса комитет ағзаһы була. Депутат вәкәләте 1996 йылдың 23 ғинуарында тамамлана.
1994 йылдың июлендә Анатолий Копсов Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе вазифаһын ҡалдыра һәм «ЕЭС России» РАО-һына эшкә күсә:
- 1994 — 1996 йылдар — Берҙәм энергосистемалар РАО-һының «Центрэнерго» департаменты директоры;
1996—2000 йылдар — территориаль акционер йәмғиәттәре менән эшләү буйынса департамент директоры, бер үк ваҡытта 1996—1998 йылдарҙа Берҙәм энергосистемалар РАО-һының вице-президенты һәм идара ағзаһы.
2000—2001 йылдар — урынбаҫар, 2001—2002 йылдар — Берҙәм энергосистемалар РАО-һының идара рәйесе Анатолий Чубайстың кәңәшсеһе. 2002—2005 йылдарҙа — генерация объекттарын төҙөү буйынса директор урынбаҫары һәм Берҙәм энергосистемалар РАО-һының Корпоратив үҙәген капиталь төҙөү буйынса директор. Бер үк ваҡытта 1996—2004 йылдарҙа «Мосэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе. 2005 йылда Мәскәүҙе энегросистемаларҙа авария булғандан һәм "Мосэнерго"ның генераль директоры Аркадий Евстафьев отставкаға киткәндән һуң, генераль директор итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 2008 йылдың 31 мартына тиклем ултыра.
2008 йылдың майында Энел ОГК-5 асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә һәм 2010 йылға тиклем идара итә. 2011 йылдың 6 июлендә Президент — «ГазЭнергоСтрой Газотурбинные технологии» корпорацияһының етәксеһе посын биләй.
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1965 йылда Иваново энергетика институтын тамамлай.
- Техник фәндәр докторы, профессор.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» IV дәрәжә ордены (16 июль, 2003) — Электр энергетикаһын ңҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм Бурейск ГЭС-ының беренсе гидроагрегаты сәнәғәт сафына индерелеүгә бәйле[1]
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1986)
- Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1992)
- «Рәсәй электр энергетикаһындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почёт билдәһе
Юғары етәкселәр рейтингында — «Коммерсантъ» (2010) гәзите яҙыуынса, «Электр энергетикаһы» номинацияһында 4-се урын[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ РФ Президенты Указы, 16 июль 2003 йыл
- ↑ Рейтинг высших руководителей-2010 . Газета «Коммерсантъ» № 176 (4476) (23 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 сентябрь 2010. Архивировано 25 август 2011 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Копсов Анатолий Яковлевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2022)
- Копсов Анатолий Яковлевич. Энциклопедия «Инженеры Урала» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Газета «Коммерсантъ», № 232, 17 декабрь 2007 год
- Биография. Сайт Башкирэнерго 2010 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
Алдан килеүсе: Абдрәшитов Шамил Рәхим улы |
идарасы, РЭУ «Башкирэнерго» РЭУ-ының генераль директоры 1988 — 1992 |
Һуңынан килеүсе: Крайнов Владимир Кузьмич |
Алдан килеүсе: Евстафьев Аркадий Вячеславович |
идара рәйесе, «Мосэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры июнь 2005 — апрель 2008 |
Һуңынан килеүсе: Яковлев Виталий Георгиевич |
Алдан килеүсе: Назаров Валерий Евгеньевич |
«Энел ОГК-5» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (до июля 2009 — ОАО «ОГК-5») апрель 2008 — июль 2010 |
Һуңынан килеүсе: Виале, Энрико |
- 6 апрелдә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ғафури районында тыуғандар
- Иваново энергетика университетын тамамлаусылар
- Фән докторҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Техник фәндәр докторҙары
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары
- Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары (1996—2000)
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетиктары