Исҡужин Рәмил Кәбир улы

Исҡужин Рәмил Кәбир улы (рус. Искужин Рамиль Кабирович; 1958 йылдың 5 марты, Ырғыҙлы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (2006—2007). Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры (2012—2013). Башҡортостан Республикаһының Иҫәп палатаһы рәйесе (2013—2019).

Юрист, юридик фәндәр докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[1].

Биографияһы

Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған.

Урындағы урта мәктәптең 10-сы класын 1975 йылда тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтына уҡырға инә, әммә атаһының вафатынан һуң уҡыуҙы ҡалдырырға тура килә. 1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

«Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын (1984)[2], Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (1995), РФ Генераль прокуратураһы квалификацияны күтәреү институтын (2005) тамамлаған[1].

Эш урындары

  • 1978—1980 йылдарҙа — Бөрйән районының Ырғыҙлы урта мәктәбе уҡытыусыһы,
  • 1980—1984 йылдарҙа — Ырғыҙлы ауыл советы рәйесе,
  • 1984—1985 йылдарҙа — Күмертау район-ара прокурор ярҙамсыһы,
  • 1985 йылда — халыҡ депутаттарының Күмертау район Советы рәйесе урынбаҫары,
  • 1985—1994 йылдарҙа — Мәләүез район-ара прокуроры,
  • 1994—2000 йылдарҙа — Мәләүез район-ара прокуроры,
  • 2000—2002 йылдарҙа — Өфөнөң Совет районы прокуроры,
  • 2002—2006 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары[1].

Рәмил Кәбир улы 2006—2008 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы була, 2007—2011 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[3]. 2 декабря 2007 года избран депутатом Государственной Думы РФ пятого созыва в составе федерального списка кандидатов, выдвинутого Всероссийской политической партией «Единая Россия»[4].

2012 йылдың 20 ғинуарынан 2013 йылдың 24 декабренә тилем Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры[5].

2013 йылдың 24 декабренән 2016 йылдың 16 июненә тиклем Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары вазифаһын башҡара.

2016 йылдың 16 июненән 2019 йылдың 31 ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһының Иҫәп палатаһы рәйесе. Үҙ үтенесе буйынса отставкаға китә[6].

Ғаиләһе

Рәмил Исҡужин өйләнгән[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре[8];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
  • «Парламентаризм үҫешенә ҡаҙаныштары өсөн» Рәсәй федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының почёт билдәһе[8];
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Почёт грамотаһы[9];
  • Салауат Юлаев ордены[8];

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Искужин Рамиль Кабирович- биография и последние новости (билдәһеҙ). ФедералПресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
  2. Искужин Рамиль Кабирович - биография, новости, фото, дата рождения, пресс-досье. Персоналии ГлобалМСК.ру. globalmsk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
  3. Депутаты (билдәһеҙ). Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; :2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Указ Президента Республики Башкортостан от 24 декабря 2013 года №УП-418 «О Секретаре межведомственного Совета общественной безопасности Республики Башкортостан». Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (25 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2019. Архивировано 1 ноябрь 2019 года.
  6. Между прочим отставка (1 февраль 2019). 25 июль 2025 тикшерелгән.
  7. Искужин Рамиль Кабирович - официальные декларации. Правительство республики Башкортостан. rosdek.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
  8. 1 2 3 Председателем Контрольно-счетной палаты Республики Башкортостан назначен Искужин Рамиль Кабирович. Счетная палата Российской Федерации (17 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2025.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; :1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә