Бугера Михаил Евгеньевич
Бугера Михаил Евгеньевич (14 ғинуар 1961 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы, сәйәси эшмәкәр. Рәсәй Федерацияһының 2-се, 3-сө, 4-се һәм 7-се саҡырылыш Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2006).
Биографияһы
Михаил Евгеньевич Бугера 1961 йылдың 14 ғинуарында Киевта тыуған. Ҡустыһы — В. Е. Бугера.
Өфө нефть институтын тамамлаған. 1983—1990 йылдарҙа — ассистент, аспирант, политэкономия кафедраһында өлкән уҡытыусы, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәр профкомы рәйесе;
1990—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Республика, ҡала һәм райондарҙың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләр буйынса даими комиссия рәйесе;
1995 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле. 2008 йылда— яңынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана; 2008—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 4-се саҡырылышының Дәүләт төҙөлөшө буйынса даими комитеты рәйесе урынбаҫары. 2013 −2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары.
Михаил Бугера М. Б. Ходорковскийҙы ҡулға алыуға килтергән «ҙур ЮКОС эше» инициаторы була. Тап Бугераның депутат запросы нефть компанияһының топ-менеджментын енәйәти эҙәрлекләүҙе көсәйтеүгә килтерҙе.
Бының менән бәйле эксперттар М. Е. Бугераны Кремлдең «көс манаралары» тип йөрөтөлгән сәйәси вәкиллегенең төп фигураларының береһе булараҡ ҡарай.
1996—2007 йылдарҙа — РФ Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты.
2016 йылдан «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» фракцияһынан РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты (Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. З. Хәмитов, үҙе баш тартып, мандатты уға тапшырҙы).
Дәүләт думаһының Тәбиғәт ресурстары, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы. Арбитраж идара итеүҙе, предприятиеларҙың булдыҡһыҙлығы (банкрот), шулай уҡ Африка ҡитғаһы илдәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙең бөтә сауҙа-иҡтисади спектрын дәүләт көйләүе менән бәйле йүнәлештәрҙе координациялай.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Бугера, Михаил Евгеньевич // ТАСС
- Бугера Михаил Евгеньевич 2021 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған. // Государственная Дума Российской Федерации
- https://flb.ru/info/19229.html
- http://bashgolos.ru/policy/2335-pyataya-tochka-myhayla-bugery.html
- http://polit.ru/news/2003/07/09/620892/
- http://news.bbc.co.uk/hi/russian/russia/newsid_3054000/3054243.stm
- https://web.archive.org/web/20050224103453/http://lenta.ru/russia/2003/07/16/audit/ http://lobbying.ru/persons.php?id=180 2017 йылдың 14 август көнөндә архивланған.
- Личная страница Бугера Михаила Евгеньевича