Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы
Айрат Рафиҡ улы Гаскәров, (5 октябрь 1963 йыл) — иҡтисадсы, банкир, 2002-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары — БР финанс министры, 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы, 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Биографияһы
Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы 1963 йылдың 5 октябрендә БАССР Шишмә районы үҙәге Шишмә ҡасабаһында донъяға килгән.
Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының финанстар һәм кредит бүлеген («1989»), РФ фәндәр академияһының иҡтисад институтын тамамлаған, шул уҡ институтта 2007 йылда иҡтисад фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлаған[1]. 1981-1983 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булған.
Хеҙмәт юлы
- 1981 йылдан БАССР финанс министрлығында иҡтисадсы.
- 1983-1991 йылдарҙа БАССР финанс министрлығында ревизор-инспектор, өлкән ревизор-инспектор, министрлыҡ хакимлығы аппаратының финанслау бүлеге башлығы урынбаҫары.
- 1991 йылда РСФСР коммунисттар фирҡәһенең Башҡортостан рескомы инструкторы.
- 1991-1995 йылдарҙа БАГСУ план-финанс бүлеге башлығы, финанс директоры.
- 1995-2000 йылдарҙа БР финанс министры урынбаҫары.
- 2000-2002 йылдарҙа РФ Пенсия фондының Башҡортостан республикаһы буйынса бүлеге идарасыһы.
- 2002-2010 йылдарҙа БР премьер-министрының урынбаҫары («2008 йылдан» — беренсе урынбаҫары) — БР финанс министры.
- 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советы ағзаһы — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация советында БР дәүләт хакимиәтенең башҡарма органынан ышаныслы кеше.
- 2011 йылдың мартынан РФ Һаҡлыҡ банкыһының вице-президенты.
- 2012 йылдың 17 декабренән «Уралсиб банкыһы» ААЙ-ның беренсе вице-президенты, 2013 йылның 11 мартынан банкының идара рәйесе урынбаҫары, 2015 йылдың 18 апреленән банкының идара рәйесе[2].
- 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы[3].
Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
