11 март
11 март (рус. 11 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 70-се (кәбисә йылында 71-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 295 көн ҡала. Өфөлә ☀️Ҡояш 7 сәғәт 34 минутта ҡалҡа, 19 сәғәт 3 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 11 сәғәт 29 минут. 🌔 Тулыусы Ай (йәше 11.39 көн).
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Һыу үткәргес көнө.
- Мосолман мәҙәниәте, донъяһы, диалогы һәм киноһы көнө.
- Бил сумкаһы көнө.
- Европа: Террор ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Шәхси һаҡ агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тажикстан: Матбуғат көнө.
тулы исемлек
- 1931 йыл: СССР-ҙа ГТО физкультура комплексы индерелә.
- 1932 йыл: Ҡырмыҫҡалы район гәзитенең тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1939 йыл: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нагаев Әсхәт Ильяс улы (1925—8.08.2003), ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Ауырғазы районы «Знамя» колхозы, 1978—1986 йылдарҙа — ошо уҡ райондың Исмәғил ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Исмәғил ауылынан.
- Вәлиева Альда Әкрәм ҡыҙы (1940), журналист, кинорежиссёр. 1962—1993 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 1976 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984). Яҙыусы Әкрәм Вәлиҙең ҡыҙы.
тулы исемлек
- Әхмәтшина Фәниә Ниғмәтйән ҡыҙы (1945—2013), финансист. 1992—2005 йылдарҙа «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш бухгалтеры, «Альфа-Банк-Башҡортостан» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының элемтә оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Шмелёв Алексей Николаевич (1960), төҙөүсе-инженер, нефть сәнәғәте һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2007 йылдан — Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2013—2023 йылдарҙа — хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәсәй Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017). Ҡаланың почётлы гражданы (2023).
- Юмашева Инга Альбертовна (1985), Рәсәйҙең телевидение һәм радио алып барыусыһы, журналист. Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш (2016—2021) Дәүләт думаһы депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Никонов Алексей Васильевич (1911—9.07.1937), Испаниялағы граждандар һуғышында һәләк булған яугир, танкист. Советтар Союзы Геройы (1937). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районы Софиевка ауылынан, Башҡорт АССР-ының хәҙерге Әлшәй районы Аксёнов урта мәктәбен тамамлаған.
- Хәтмуллин Флүр Хәким улы (1941), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1965 йылдан «Башнефть» берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында участка мастеры, смена начальнигы, 1972 йылдан баш инженер, 1975—2005 йылдарҙа идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Нестеров Альберт Валерьевич (1976), театр рәссамы. 2012 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре (2013), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016). Рәсәй Федерацияһының «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәйретдинов Ирек Абдулхаҡ улы (1932—9.05.2011), геохимик-ғалим. 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1974—2002 йылдарҙа лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, геология һәм геоморфология кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Норлат ҡалаһынан.
- Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы (1947), журналист. 1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәте, 1977 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 1993—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзуллин Әхмәт Сафа улы (Фәйзи Әхмәт; 1903—11.08.1958), Башҡортостанда тыуып, Татарстанда йәшәгән һәм ижад иткән яҙыусы, шағир, драматург, әҙәбиәт белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (1958). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Елисеев Спартак Феопемптович (1923—7.09.2002), ғалим-философ, социолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1988 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1985 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (1923—2007), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр (1940—1945, 1949—1969), полковник, шағир һәм публицист. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союздары ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002), Мәләүез ҡалаһының һәм Мәләүез районының почётлы гражданы (1993).
- Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы (1948), ауыл һәм урман хужалығы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Ҡариҙел район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, 1992 йылдан «Урғыш» совхозы директоры, 1994 йылдан район хакимиәте башлығы; 2002—2008 йылдарҙа Ҡариҙел урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995) һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1998) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998).
- Йыһангиров Роберт Әмин улы (1958), ғалим—хәрби табип-хирург, медицина хеҙмәте полковнигы (2003). Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡалаһынан.
- Боҫҡонов Әхтәр Мөхәмәт улы (1968), ғалим-тарихсы. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан.
- Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы (1968), ғалим-философ, яҙыусы, тәржемәсе, журналист һәм йәмәғәтсе. 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты (2009). «Золотое перо России-2016» халыҡ-ара конкурсы лауреаты. Әҙәбиәт белгесе Вафа Әхмәҙиевтың улы.
- Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (1983), спидвей спортсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтғәлин Хәмит Ғиниәт улы (1929—2006), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таҡһыр ауылынан.
- Сәләхов Марат Шакир улы (1959), педагог. Учалы ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең һәм 12-се башҡорт лицейының элекке рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡоҙаш ауылынан.
тулы исемлек
- Төхвәтуллин Олег Нәжип улы (1964), журналист, «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 1987 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәмәдәл ауылынан.
- Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы (1969), педагог, мәғариф, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Шәрәфетдинова Зөһрә Фәнил ҡыҙы (1974), театр артисы. 1998 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Лаяшты ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1890 йыл: Вэнивар Буш, АҠШ ғалимы, инженер, аналог компьютерҙар эшләүсе.
- 1910 йыл: Константин Коккинаки, лётчик-һынаусы, Советтар Союзы Геройы.
тулы исемлек
- 1920 йыл: Николас Бломберген, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1981).
- 1955 йыл: Нина Хаген, Германияның рок-йырсыһы.
- 1975 йыл: Бувайсар Сайтиев, Рәсәйҙең ирекле стиль көрәшсеһе, өс тапҡыр Олимпия, алты тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты.
- 1801 йыл: Павел I, Рәсәй императоры, 1796—1801 йылдарҙа хакимлыҡ итә.
- 1945 йыл: Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).