Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы

Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латипова  (рус. Фавзия Шагалеевна Латыпова; 1947 йылдың, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй журналисы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы азаһы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Биографияһы

Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латипова 1947 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Абҙан районы Ағурҙа ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) тыуған.

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1971 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәте, 1977 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 1993—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.

Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында «Изгелектәр генә эҙләйем» (2006), «Донъяны биҙәй улар» (2006) очерктар китаптары, социаль темаларға мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Салауат Юлаев ордены (2026)[1];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Эдуард Кускарбеков. В Уфе прошёл Первый республиканский женский форум «Всё для Победы!» bashinform.ru (26 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2026.

Һылтанмалар