13 июнь
13 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 164-се (кәбисә йылында 165) көнө. Йыл аҙағына тиклем 201 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Софтбол көнө.
- Теген машинаһы көнө.
- Сүсле үҫемлек — бамия көнө.
- Булавканың тыуған көнө.
Милли[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
АҠШ: Балалар көнө.
Аргентина: Яҙыусылар көнө.
Австрия:
Бельгия: Атай көнө.
Ҡырғыҙстан: Хәтер көнө.
Люксембург: Әсә көнө.
- 1860: Рәсәй империяһының Дәүләт банкы ойошторола.
- 1901: Хәҙерге «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы эш башлай.
тулы исемлек
- 1912: Мәскәүҙә хәҙерге А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейы асыла.
- 1956: Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство институты ойошторола.
- 1969: хәҙерге Ярославль дәүләт университеты асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Птицина Анастасия Евстафьевна (1915—23.05.1995), малсылыҡ өлкәһе хеҙмәткәре. 1934—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы «Дим» совхозының быҙау ҡараусыһы, шул иҫәптән 1947—1956 йылдарҙа — бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Яхин Риза Хәжиәхмәт улы (1935—15.12.1998), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).
тулы исемлек
- Ерёменко Игорь Леонидович (1950), химик-технолог-ғалим. 1981 йылдан СССР һәм артабан Рәсәй Фәндәр Академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты (Мәскәү) хеҙмәткәре: 1988 йылдан — өлкән, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — сектор мөдире, 1995 йылдан — лаборатория мөдире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (2006), химия фәндәре докторы (1986). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (2002), Л. А. Чугаев исемендәге премия (1994) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (2011). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Мастобаев Борис Николаевич (1950), инженер-механик-ғалим. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014 йылдан нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһының ике тапҡыр лауреаты (2007, 2011).
- Батталов Мөхәммәт-Рәсүл Вәғид улы (1960), спортсы, 1982—1987 йылдарҙа грек-рим көрәше буйынса Өфөнөң Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһаусы. 1982—1984 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987). РСФСР чемпионы (1985), СССР чемпионатының (1985) һәм СССР Кубогының (1984) көмөш призёры. Италияла (1980) һәм Францияла (1985) халыҡ ара турнирҙар еңеүсеһе. Сығышы менән Буйнаҡ ҡалаһынан.
- Баязитов Сынтимер Биктимер улы (1965), дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, 2006 —2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғәриф хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- Светлана Сураева (1970), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе прозаик, драматург, публицист һәм шағир, тәржемәсе. «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Рәсәйҙең әҙәби премиялары һәм Степан Злобин исемендәге премия лауреаты (2017).
- Ишһарин Рәмзил Рафаил улы (1975), сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафина Зөмәйрә Раян ҡыҙы (1961), журналист. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы (1966), ғалим-дерматовенеролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан дерматовенерология каведраһы мөдире. 2000 йылдан Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш дерматовенерологы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Самарин Виктор Сергеевич (1912—8.08.1979), төҙөлөш индустрияһы эшмәкәре, 1959—1977 йылдарҙа «Башспецнефтестрой» тресы управляющийы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Горлач Иван Дмитриевич (1922—17.06.1995), ауыл хужалығы эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966-1985 йылдарҙа Өфө районының «Йоматау» (артабан СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге) совхоз директоры. Ленин (1966), Октябрь революцияһы (1971), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Мельников Владимир Николаевич (1927—27.10.08.1996), табип-микробиолог, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1986). Октябрь революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1984), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
- Лялин Юрий Иванович (1932), педагог, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы.
- Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы (1932—29.06.1999), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976).
- Ғайсин Фәнәүи Шәйехғәли улы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1974 йылдан Баҡалы районы Иҫке Ҡорос участка дауаханаһы хирургы, баш табибы, 1980 йылдан — Дүртөйлө, 1995 йылдан — Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Абдулла ауылынан.
- Ғәлиев Рауил Ғәлимйән улы (1947—16.09.1999), ғалим-химик-технолог. 1970 йылдан «Әлмәтнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының, 1974 йылдан — «Чимкентоблгаз» тресының яуаплы хеҙмәткәре; 1985 йылдан Өфөләге Нефть химияһы-эшкәртеү проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан — бүлек мөдире. Химия фәндәре докторы (1999). Сығышы менән Чимкент ҡалаһынан.
- Түлибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы (1962), педагог. 1986 йылдан Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005) һәм өҫтөнлөклө «Белем» милли проекты буйынса үткәрелгән илдең иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡотләхмәтов Минһаж Шарап улы (1893—15.01.1973), педагог. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1941 йылдан Хәйбулла район мәғариф бүлеге мөдире, 1945—1960 йылдарҙа Бүребай башҡорт һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо райондың Вәлит ауылынан.
- Мәүлитов Илдар Мәсәлим улы (1953—19.09.2021), спортсы, тренер. 1983 йылдан Курск өлкәһе Курчатов ҡалаһының фехтование мәктәбе директоры һәм тренеры. Фехтование буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2006). Дуҫлыҡ ордены (2017) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хәлилов Зыя Ишбулды улы (1953—10.04.2009), ҡурайсы, йырсы, ҡурай һәм ҡумыҙ яһау оҫтаһы. 1981 йылдан Күмертау ҡалаһының «Алмаз» халыҡ ижады үҙәгенең Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Республика мәҙәни-методик үҙәгенең Күмертауҙағы бүлек мөдире. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ильясов Барый Ғәли улы (1939), инженер-электромеханик-ғалим. 1971 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1991 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. 1992 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Механика институтының лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәр докторы (1983), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
- Лоҡманова Фатима Хәбибулла ҡыҙы (1944), селекционер, партия органдары хеҙмәткәре. 1964—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983 йылдан Шишмә тәжрибә-производство хужалығының партия комитеты секретары, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
тулы исемлек
- Гладких Ирина Фаат ҡыҙы (1954), химик-технолог-ғалим. 1993 йылдан Өфөләге «Поиск» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең технология буйынса директоры, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
- Романова Любовь Валерьевна (1964), иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Мәләүез районы Салауат исемендәге колхоздың ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары машинисы, 2001 йылдан трактор бригадаһы иҫәпсеһе, 2010 йылдан хужалыҡтың өлкән иҡтисадсыһы. 2011—2019 йылдарҙа Ергән ауыл советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Йоносов Илдар Әбделмән улы (1964), ҡурайсы, педагог, йәмәғәтсе. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы Балалар ижад йорто уҡытыусыһы, райондың «Түңгәүер» ҡурайсылар халыҡ ансамбленең, 1999 йылдан район ҡурайсылар ойошмаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика конкурстары лауреаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1790: Хосе Антонио Паэс, Венесуэланың азатлығы өсөн көрәш батыры, илдең беренсе президенты.
- 1815: Осип Сомов, Рәсәй империяһы ғалимы, математик һәм механик.
тулы исемлек
- 1831: Джеймс Максвелл, Шотландия физигы, математик һәм механик.
- 1855: Лев Лопатин, Рәсәй империяһы ғалимы, философ-идеалист һәм психолог, Мәскәү университеты профессоры.
- 1860: Нортамо, Финляндияның юморист яҙыусыһы.
- 1865: Уильям Йитс, Ирландия шағиры, драматург, әҙәбиәт буйынса 1923 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1870: Жюль Борде, Бельгия ғалимы, бактериолог һәм иммунолог, вакциналар эшләүсе, Нобель премияһы лауреаты (1919).
- 1885: Элизабет Шуман, Германия йырсыһы (сопрано).
- 1910: Гонсало Торренте Бальестер, Испания яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе.
- 1910: Мэри Уикс, АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актрисаһы.
- 1935: Христо Явашев, АҠШ скульпторы, рәссам, сығышы менән Болгариянан.
- 1940: Гойко Митич, Югославия киноактёры, режиссёр һәм каскадёр.
- 1944: Пан Ги Мун, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 8-се Генераль секретары (1.01.2007—31.12.2016).
- 1955: Николай Мухин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, монументаль сәнғәт академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы (2005).
- 1975: Никита Белых, Рәсәй иҡтисадсыһы, сәйәсмән һәм хужалыҡ эшмәкәре.