Первомайский (Стәрлетамаҡ районы)
Первомайский (рус. Первомайское) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 986 кеше[3]. Почта индексы — 453164, ОКАТО коды — 80249864001.
Халыҡ һаны
| Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
| Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
| 2002 | 2009 | кеше | % | ||
| 977 | 986 | +9 | +0,92 | ||
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 50 км
Билдәле шәхестәре
- Данилин Михаил Фёдорович (1939), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1970—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының хәҙерге «Заря» хужалығы рәйесе, 1981—2001 йылдарҙа «Мариинский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005)[4].
- Кравченко Сергей Павлович (1.03.1960), электрик-инженер, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Чайка» колхозы рәйесе, 1995 йылдан «Первомайский» ауыл хужалығы кооперативы һәм «Сельэнерго» йәмғиәте директоры, 2004—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы (2012).
- Лоҡманова Фатима Хәбибулла ҡыҙы (13.06.1944), ветеран-селекционер. 1964—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984)[5].
- Паль Роберт Васильевич (15 апрель 1938 йыл) — шағир һәм яҙыусы, тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), 1969 йылдан СССР Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008), Степан Злобин (1998) һәм Фәтих Кәрим исемендәге (2009) премиялар лауреаты.
- Стрижкова Раиса Семёновна (5 ғинуар 1930 йыл — 26 апрель 2002 йыл) — тележурналист, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979). Журналистар союзы ағзаһы (1958)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 1 2 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2017 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Лоҡманова Фатима Хәбибулла ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2019)
- ↑ Стрижкова Раиса Семёновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
- Первомайский (Стәрлетамаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2022)