Ҡантүк

Ҡантүк (рус. Кантюковка) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 214 кеше[2]. Почта индексы — 453167, ОКАТО коды — 80249848004.

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
249 214 -35 -14,06

Географик урыны

(Салауат): 9,68 км

Дин

  • Суфия мәсете — Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылындағы был мәсет республикалағы иң матур мәсеттәрҙән иҫәпләнә. Ул яһалма күл янында урынлашҡан һәм мәрмәр, мозаика менән биҙәлгән, алтын ҡулланылған. Уны ошо ауылдан сыҡҡан Ҡазан ҡалаһы трансгаз газпромы ООО-һы генераль директоры Рәфҡәт Кантүков бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп төҙөткән. Мәсеткә ул әсәһенең исемен бирҙерткән[3][4][5].

Билдәле кешеләре

Ҡантүков Рәфҡәт Әбделхәй улы]( 1953, 23 август) — Ҡазан ҡалаһы трансгаз газпромы ООО-һы генераль директоры, Татарстан Республикаһының Дәүләт советы депутаты, Рәсәй Федерацияһының Технологик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы [6][7].

Галерея

Тема буйынса өҫтәмә