Күсәрбай

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Күсәрбай
53°40′50″ с. ш. 55°40′20″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Стәрлетамаҡ районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453162
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 249 880 003
ОКТМО коды 80 649 480 111
Показать/скрыть карты
Күсәрбай (Рәсәй)
Күсәрбай
Күсәрбай (Башҡортостан Республикаһы)
Күсәрбай

Күсәрбай (рус. Кучербаево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[2]. Почта индексы — 453162, ОКАТО коды — 80249880003.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсәрбай ауылы Тәлтем-Юрматы улусының Аҡсулпан түбәһенә ҡарай. Ауылға нигеҙ һалғандарҙың береһенең вариҫы Юлай Аҡсулпанов һөйләүенсә, XVIII быуатта был ауыл Аҡсулпан тип аталған була. Аҡсулпандың ейәне Күсәрбай Өмөтбай улы батша армияһында капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1793 йылда башҡорттарҙан беренсе булып дворянлыҡ титулына лайыҡ була[3].

Билдәле булыуынса, 1798 йылда башҡорт еренә кантон идаралығы индерелә, һәм Күсәрбай Аҡсулпанов VII башҡорт кантонының башлығы итеп ҡуйыла. Ауыл уның исеме менән атала башлай. Күсәрбайҙың беренсе ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760 йылғы) Аралбай, икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769) Тайып тыуа. 1801 йылда Күсәрбай 2 350 дисәтинә ер һатып ала, ләкин 43 йылдан һуң уның улдары һәм ейәндәре был ерҙәрҙе крәҫтиәндәргә һата. Ҡарайған, Ишәй һәм Күсәрбай ауылдары Аҡсулпан түбәһен хасил итә һәм Яланғас-Тәлтем түбәһе тип атала[3].

Аралбайҙың улы Күсәрбай 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша һәм, Колбин ҡалаһы янында барған һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. V рәүиз материалдарында Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылындағы 21 ихатала 124 кеше йәшәүе теркәлә. Ә X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫбен алыу мәлендә ауылдағы 36 ихатала 224 кеше йәшәгән була. Өҫтәүенә 82 керҙәш-ерһеҙ башҡорттар булыуы ла теркәлә[3].

1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауыл Аккүҙ тип теркәлә, һәм 105 ихатала 510 кеше йәшәгән була. 1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында ла ауыл шул атама менән инеп ҡалған була[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
278 341 +63 +22,66

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы (1783—1835) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).
  • Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы (1868—?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан офицерҙарҙың береһе, башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар нәҫеленән, батша армияһының подполковнигы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]