Йөрәктау (Стәрлетамаҡ районы)

Йөрәктау (рус. Юрактау) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 227 кеше[2]. Почта индексы — 453154, ОКАТО коды — 80249812006. ОКТМО коды — 80649412126. ИФНС коды — 0268.

Тарихы

Ауыл атамаһы яҡын ғына урынлашҡан тау исеменән алынған. XVIII быуат башында Ағиҙелдең уң ярында Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан был ауыл Бөтә Рәсәй V рәүиз документтарында Йөрәктау-Мокшино булараҡ теркәлә. Ул заманда тораҡ пунктында аҫаба башҡорттар, уларҙың припущинниктары-типтәрҙәр һәм суҡындырылған сыуаштар йәшәй. 163 аҫаба башҡорт 35 ихатаны, 36 ерһеҙ башҡорт - 5, 24 типтәр - 4, 90 сыуаш 12 ихатаны биләй. 1859 йылда үткәрелгән X халыҡ иҫәбен алыу документтарында Стәрлетамаҡ өйәҙе XXVII Башҡорт кантонының 7-се йортонда йәшәгән 25 ир-егеттең исемлеге лә бирелә[3].

Юрматы олоҫоноң Ҡармыш түбәһе башҡорттары 1764 һәм 1776 йылдарҙа үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә, уларҙан тыш ауылда яһаҡ татарҙары ла йәшәй, яһаҡ татарҙарының 14-е 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы билдәле.

1920 йылда 69 ихатанан торған ауылда 349 кеше йәшәй[3].

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
175 227 +52 +29,71

Географик урыны

Урамдары

  • Яр (урамы) (рус. Береговая (улица))
  • Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира (улица))
  • Яр буйы (урамы) (рус. Набережная (улица))
  • Шоссе (урамы) (рус. Шоссейная (улица))

Билдәле шәхестәр

  • Ғәлекәйев Ҡотлозаман — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, "1812 йылғы Ватан һуғышын иҫкә алыу" миҙалы кавалеры[3].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. 1 2 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 183. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2017)

Сығанаҡтар

1. История башкирских родов. Юрматы. Уфа. изд. "Китап", 2018, стр. 840., 2 000 экз."

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә