Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы

Бәхтейәр Ғүмәр улы Мирзанов (1892 йылдың 10 ноябре, Йөрәктау, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы1941 йылдың 17 июле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет уҡытыусыһы, дәүләт органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир.

Биографияһы

1892 йылдың 10 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Йөрәктау-Муҡшы ауылында тыуған 1914 йылда Өфөлә "Ғәлиә мәҙрәсәһе"н тамамлай. 1935 йылда хәҙерге Башҡортостан ауыл хужалығы институтында, 1937—1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый[1].

1914—1915 йылдарҙа «Сөйөмбикә» (Ҡазан) журналында эшләй. 1917—1918 йылдарҙа Сәмәрҡәнд һәм Орск ҡалаларында уҡытыусы була.

1920 йылдан — АСБР‑ҙың халыҡ мәғарифы комиссариатында инспектор. 1922—1926 йылдарҙа тыуған Йөрәктау ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1929—1931 йылдарҙа — Маҡар район Ер бүлегендә ерҙе файҙаланыу буйынса белгес була. 1936—1937 йылдарҙа — «Коммуна» (хәҙерге «Ҡызыл таң») гәзитенең бүлек мөдире[1].

1914—1915 йылдарҙа «Шура» журналында, «Вакыт», «Тормош» гәзиттәрендә һәм башҡа периодик баҫмаларҙа үҙенең тәүге әҫәрҙәрен баҫтырып сығара башлай. 1910 йылда яҙылған бер нисә әҫәре ысынбарлыҡтан биҙеү, теге донъя тураһында хыялланыу, төшөнкөлөк рухы менәнн һуғарылған («Күңел йыуатыу», «Әсә ҡәбере янында», «Күңелем тарихы» һәм башҡалар). 1921 йылда «Ҡыҙыл сәскәләр» шиғырҙар йыйынтығын, балалар өсөн «Аҡ батша» һәм «Кескәй революционер» китаптарын сығара[1]. «Ҡыҙыл сәскәләр» йыйынтығында автор дини- мифик атрибуттарҙы күп ҡуллана[2].

1941 йылдың 17 июлендә Өфөлә вафат була[1]

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Мирзанова Ғәлиә мәҙрәсәлә уҡытыусыһы була[3].
  • Улы — Мирзанов Нияз Бәхтийәр улы (1924—2000) — тарих уҡытыусыһы, юрисконсульт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Мирзанов Бахтияр Гумерович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Литература и наука: избранные труды. Жильем, 1998. С. 228.
  3. 1 2 Мирзанов Нияз Бахтиярович. moypolk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2016. Архивировано 20 апрель 2016 года. 2016 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983. (баш.)

Һылтанмалар