Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы)
Ауыл | |||
Мәҡсүт | |||
---|---|---|---|
53°24′06″ с. ш. 55°44′28″ в. д.HGЯO | |||
Ил |
![]() |
||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Стәрлетамаҡ районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453142 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 249 816 006 | ||
ОКТМО коды | 80 649 416 116 | ||
|
Мәҡсүт (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. Ауыл Ашҡаҙар Мәҡсүте тип тә йөрөтөлә. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[2]. Почта индексы — 453142, ОКАТО коды — 80249816006. ИФНС коды 0268.
Тарихы
Хәҙер Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Мәҡсүт ауылы XVII быуатта Нуғай даруғаһы Юрматы улусынң Аҙнай түбәһенә ҡарай. Ауылға нигеҙҙе 1748 —1814 йылдарҙа йәшәгән Әбүбәкер Мәҡсүтов һала. VII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Әбүбәкерҙең балалары: Рәхмәтулла Сәғиҙулла, Йәрмөхәмәт иҫәпкә алына. XVIII быуат аҙағында (1795 йылда) үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ҙур булмаған ауылдағы 17 ихатала 88 кеше йәшәүе билдәләнә. 1859 йылдағы Х халыҡ иҫәбен алыуҙа бында 48 ихата була һәм 256 кеше йәшәй. Ә 1920 йылда инде ихаталар һаны 64-кә, ә кешеләр һаны 309-ға (143 - ир-егет һәм 165 ҡатын-ҡыҙ) етә[3].
Халыҡ һаны
Дөйөм халыҡ һаны[2] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
137 | 168 | +31 | +22,63 |
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 27 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Федоровка): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 27 км
Ауылдың урамдары
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы),
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 181. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/042/000096.html
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
- Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.