Кравченко Сергей Павлович

Сергей Павлович Кравченко (рус. Кравченко Сергей Павлович; 1960 йылдың 1 марты, Первомайский ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәр Рәсәй инженер-электригы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Чайка» колхозы рәйесе, 1995 йылдан «Первомайский» ауыл хужалығы кооперативы һәм «Сельэнерго» йәмғиәте директоры, 2004—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[3][4].

Биографияһы

Кравченко Сергей Павлович 1960 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылында тыуған[3][4].

Юғары белемле: Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын[5] «электрик-инженер» һөнәре буйынса тамамлаған[6][4].

Үҫмер сағынан уҡ Стәрлетамаҡ районы «Первомайский» игенселек совхозының үҙе йәшәгән үҙәк бүлексәһендә төрлө эштәрҙә ҡатнаша. Саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, Силәбе ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрификациялау институтына уҡырға инә[3][4].

«Электрик-инженер» һөнәре буйынса юғары белем алғас, 1985 йылда Стәрлетамаҡ районының «Первомайский» игенселек совхозында электрик-инженер булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Артабан «Сельхозэнерго»ның Стәрлетамаҡ район производство берекмәһенең «Первомайский» совхозын техник хеҙмәтләндереү буйынса өлкән электрик-инженеры[7][6].

1986 йылдан — Стәрлетамаҡ районы «Первомайский» игенселек совхозының өлкән инженеры[6].

1988 йылдан — «Первомайский» совхозының өлкән инженеры — йылылыҡ буйынса механигы[7].

1990 йылдан — «Первомайский» совхозының газ үткәреү буйынса өлкән инженеры[6].

1993 йылдан — Стәрлетамаҡ районының «Чайка» колхозы рәйесе[3][4].

1995 йылдан — ошо уҡ райондың «Первомайское» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы директоры[7][4].

2001 йылдан — «Стерлитамаксельэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры[3][4].

2004 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары[6].

2006—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары[6][4].

2012 йылдан һуң ООО «Башкирэнерго» етәксеһе булып эшләй[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005)[3][8]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2010)[3]
  • Рәсәй Федерацияһының Төбәк үҫеше министрлығының Почёт грамотаһы[3]
  • «2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[3]
  • «Рәсәйҙең Янғын һағына 360 йыл» миҙалы[3]
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Почёт грамотаһы[3]
  • Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының Почёт грамотаһы[3]
  • Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының Почёт грамотаһы[3]
  • Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Советы Президиумының Почет грамотаһы[3]
  • Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2012)[3][4]

Иҫкәрмәләр

  1. https://viperson.ru/people/kravchenko-sergey-pavlovich
  2. https://str.bashkortostan.ru/district/honorary/190/?ysclid=m85vsxuz4m144824463
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Муниципальный район → Почетные граждане → Кравченко Сергей Павлович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 март 2025)
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Почётный гражданин Стерлитамакского района. Кравченко Сергей Павлович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2026)
  5. Хәҙер Көньяҡ Урал аграр университеты.
  6. 1 2 3 4 5 6 Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). Кравченко Сергей Павлович – биография. 21 февраля 2022 года  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 март 2025)
  7. 1 2 3 Портал «Лица Рунета». Главная → Каталог → Кравченко Сергей Павлович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 март 2025)
  8. Указ Президента Республики Башкортостан от 3 августа 2005 года № УП-329 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник сельского хозяйства Республики Башкортостан“ Кравченко С.П.»  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2026)

Һылтанмалар