Ишһарин Рәмзил Рафаил улы
Рәмзил Рафаил улы Ишһарин (рус. Ишсарин Рамзил Рафаилович; 1975 йылдың 13 июне, Түбәнге Аллағыуат, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй сәйәсмәне, Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы[1].
Биографияһы
Рәмзил Рафаил улы Ишһарин 1975 йылдың 13 июнендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа. Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инеп, 2003 йылда диплом ала.
1999—2000 — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Йәштәр эштәре буйынса идаралығында баш белгес.
2000—2006 — «АТ Трэйд — Башкортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары.
2006—2008 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында Йәштәр менән эшләү буйынса комитеттың баш белгесе[2].
2008—2009 — «Арена» Идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.
2009—2010 — «ОПОРА России» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең рәйес урынбаҫары.
2010—2011 — «ОПОРА РБ» коммерция булмаған партнерлығының вице-президенты.
2011—2012 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — агитация-пропаганда бүлеге начальнигы.
2012—2014 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — партия ҡоролошо бүлеге начальнигы[2].
2014—2016 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.
2016—2021 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тәҡдим иткән кандидаттарҙың федераль исемлеге составына һайлана (төбәк төркөмөндә алтынсы номеры no 11, Башҡортостан Республикаһы)[3]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы[3].
Закон сығарыу эшмәкәрлеге
2016 йылдан 2019 йылға тиклем, VII Саҡырылыш Дәүләт думаһының тулы хоҡуҡлы депутаты үтәлеше менән бәйле, 30 закон сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проекттарына төҙәтмәләр авторы булып сығыш яһай[4].
Ғаилә хәле
Өйләнгән, ике бала атаһы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ишсарин Рамзил Рафаилович. Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2019. Архивировано 6 февраль 2019 года.
- ↑ 1 2 Ишсарин, Рамзил Рафаилович. ИА ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2017. Архивировано 23 сентябрь 2017 года.
- ↑ 1 2 Ишсарин Рамзил Рафаилович// Официальный сайт Государственной Думы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 28 июнь 2017 года.
- ↑ Объекты законотворчества :: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2019. Архивировано 4 август 2019 года.