Исҡужин Рудик Ғәзиз улы
Исҡужин Рудик Ғәзиз улы (рус. Искужин Рудик Газизович; 1950 йылдың 28 июле, Таймаҫ, Башҡорт АССР-ы) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 1972—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, генерал-майор. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы[2]. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары, «Самрау» Евразия үҙәге рәйесе[3].
Биографияһы
Рудик Ғәзиз улы Исҡужин 1950 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Таймаҫ ауылында тыуған[4].
1965—1969 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының Тау-механика техникумында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң, бер йыл самаһы Эстония ССР-ының Силламае ҡалаһында эшләй[4].
1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында Латвияла танк полкында хеҙмәт итә[5].
1976 йылда СССР КГБ-һының Юғары Ҡыҙыл Байраҡ мәктәбен, 1985 йылда КГБ-ның Ҡыҙыл Байраҡ институтын тамамлай, унда Рәсәйҙең буласаҡ Президенты Владимир Путин [6] һәм Сергей Нарышкин менән бер класта уҡый. 1980—1984 һәм 1985—1988 йылдарҙа Афғанстанда ике тапҡыр хеҙмәт итә.
1992 йылға тиклем дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт итә. Артабан ул дәүләт компанияларының — «Газпром», «Транснефть» һәм «Машиноимпорт»тың тышҡы иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлай. 2002—2004 йылдарҙа «Машиноимпорт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары вазифаһында Афғанстандың иҡтисади тергеҙеүендә ҡатнаша. Исҡужиндың үҙе әйткәнсә, ул Рәсәй автомобиль менән тәьмин итеү буйынса өс контракт төҙөүгә өлгәшкән[6].
2004—2013 йылдарҙа Рудик Ғәзиз улы Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнаша[4]: 2004 йылдан 2013 йылға тиклем Рудик Исҡужин Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы була[7].
2004 йылдың февраленән Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Федерация Советы ағзаһы, 2006 йылдың декабренән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ағзаһы.[8] Федерация Советы эшмәкәрлеген күҙәтеү комиссияһы рәйесе урынбаҫары ла ул. Ул шулай уҡ хоҡуҡи һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы[4].
Федерация Советына тәғәйенләнгәнгә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты Генераль советы секретары советнигы була[1]. Ул шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары.
2013 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Президентының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Башлығы) кәңәшсеһе[2]. Ул шулай уҡ Самрау Евразия үҙәге рәйесе[4].
Урыҫ һәм башҡорт телдәренән тыш инглиз, ғәрәп, фарсы, португал телдәрен белә.
Ғаиләһе
Уның сығышы 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Пугачевтың (Бүгәсәү)көрәштәше һәм уның полковнигы, башҡорт дворяны, абыҙ, философ, дин белгесе, старшина Кинйә Арыҫлановҡа барып тоташа[5].
Өйләнгән, ике ҡыҙ атаһы. Ҡатыны Светлана Ҡәйүмова, уның менән Өфө ҡалаһында ЭЭМ(МВД) мәктәбендә уҡыған ваҡытта таныша. Карате буйынса тренер, ҡара билбау эйәһе, спорт оҫтаһы. Бабаһы — Ғәфиәтулла Арыҫланов — 1939 — 1940-сы йылдарҙағы Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы, башҡорттар араһында тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған,
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- ике «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[8],
- Афғанстан ордендары[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Члены Совета Федерации. Краткие биографические сведения о членах Совета Федерации Федерального Собрания Российской Федерации (по состоянию на 20 марта 2008 года) // Российская Федерация сегодня, март 2008 (спецвыпуск «Кто есть кто в парламенте России»)
- ↑ 1 2 Рудик Искужин назначен советником Президента Башкортостана (17 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
- ↑ Искужин Рудик Газизович. 22 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Он связал свою судьбу с защитой интересов Отечества (К 65-летию видного государственного и общественного деятеля Рудика Искужина). 22 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Хусаинов А. Сенатор-«Лев» из рода Льва Архивная копия от 11 сентябрь 2008 на Wayback Machine // Уфа, № 9 (58), сентябрь 2006
- ↑ 1 2 Стасюконис А. Жизнь под грифом «Секретно» Архивная копия от 10 сентябрь 2008 на Wayback Machine // Республика Башкортостан, № 53, 21 марта 2007
- ↑ Однояйцевые сенаторы // Эксперт Online, 22 декабря 2006
- ↑ представитель от законодательного (представительного) органа государственной власти Республики Башкортостан Искужин Рудик Газизович. Структура Совета Федерации.
Һылтанмалар
- Информация на сайте Совета Федерации
- Информация на сайте партии «Единая Россия» 2019 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.