Дегтярёв Александр Николаевич
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] и техник фәндәр кандидаты[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | профессор |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, иҡтисадсы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Эш урыны | |
Биләгән вазифаһы |
|
21 декабрь 2011 — 5 октябрь 2016 | |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] и Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
![]() | |
Тыуған көнө | 8 апрель 1952 (73 йәш) |
Эшмәкәрлек төрө | иҡтисад |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү ҡалаһы |
Тыуған урыны | |
![]() |
Дегтярёв Александр Николаевич (8 апрель 1952 йыл) — ғалим һәм сәйәсмән, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1985), иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Петр фән һәм сәнғәт академияһының ғәмәли ағзаһы, Дәүләт Думаһы Мәғариф буйынса комитетының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Биографияһы
Александр Николаевич Дегтярёв[2] 1952 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрө районы Иҫке Петров ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа.
1968 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм Өфө авиация институтының авиадвигателдәр факультетына уҡырға инә. Институтты 1973 йылда тамамлай һәм вузда комсомол эшендә ҡала, НИС инженеры була.
1985 йылда Александр Николаевич — техник фәндәр кандидатлығына, 2001 йылда «XIX—XX быуаттарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең институциональ нигеҙҙәре» (Башҡортостан өлгөһөндә) темаһына «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
1987—1990 йылдарҙа Өфө авиация институтында өлкән уҡытыусы, доцент була, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй.
1990 йылдан алып Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында: 2011 йылға тиклем ректор, бер үк ваҡытта социаль-мәҙәни сервис һәм туризм иҡтисады кафедраһы, 2005 йылдан иҡтисад теорияһы һәм донъя иҡтисады кафедраһы мөдире.
А. Н. Дегтярёв Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2012) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
2011 йылда А. Н. Дегтярёв Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты, унан һуң депутаттар этикаһы мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе була. 2014 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһын башҡара.
2015 йылдың 27 апрелендә ректор һайлауҙа етерлек тауыш йыя алмай.
«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе.
Александр Николаевич Дегтярёв — 160-тан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография, 13 уҡыу әсбабы авторы.
Ғаиләһе
Өйләнгән, дүрт балаһы бар[3].
- Ҡатыны — Ленара Ринатовна Дегтярёва (ҡыҙ фамилияһы Фәйзуллина). Улы Кирилл Александрович Дегтярёв (1987 — 01.07.2002) — Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк була. Балалары — Эдуард (1998), Филипп (2002), Сәйҙә (2004), Арианна (2009).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- «Өфө ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почетлы билдәһе (2002).
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002).
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2007).
- «Конверсия институтов. Начала теории» монографияһы өсөн «Экономическая книга года — 2020» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/12838/
- ↑ Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в республике Башкортостан» . Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.
- ↑ Учетная карточка паспортного стола г. Уфы, свидетельства о рождении детей, свидетельство о браке
- ↑ Книга ученого из Башкирии стала лауреатом всероссийской премии «Экономическая книга года»
Һылтанмалар
- Дегтярёв Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2022)
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- 8 апрелдә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Бөрө районында тыуғандар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Техник фәндәр кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө дәүләт авиация техник университеты ректорҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- КПСС ағзалары
- Рәсәй иҡтисадсылары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар