Зиннуров Рафаил Нариман улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зиннуров Рафаил Нариман улы
Rafail Zinurov.jpg
Тыуған көнө 26 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы
Иглин районы
Түбәнге Ләмәҙ ауылы
Гражданлыға СССР
Рәсәй флагы
Эшмәкәрлеге юрист, яҙыусы, скульптор, дәүләт эшмәкәре
Белеме
Партия Берҙәм Рәсәй
Наградалары Салауат Юлаев ордены
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png В Совете Федерации открылась выставка скульптур Рафаила Зинурова «Личность в истории мира»

Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).

Журналистар Союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (2004) һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдар Союзы (2006)[2], этнологтар, антропологтар Ассоциацияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рафаил Нариман улы Зиннуров 1953 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР-ының Оло-Теләк районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Каспнефтефлот» матросы булып башлай. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1974—1976 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй[3].

1981 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

1981—1985 йылдарҙа Стәрлебаш районында прокуратура тәфтишсеһе, 1985—1991 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы прокуратураһының енәйәт тикшереү бүлеге өлкән тәфтишсеһе, прокуроры булып эшләй.

1991—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең сектор мөдире, Юғары Совет секретариаты бүлеге мөдире була.

1994—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Прокурорының айырым йөкләмәләр буйынса өлкән ярҙамсыһы.

2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында хоҡуҡи экспертиза һәм административ органдар бүлеге мөдире урынбаҫары була.

2004—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайында тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаларын биләй.

2008 йылдың 2 мартында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының «Берҙәм Рәсәй» партияһынан IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 2008 йылдың 13 мартында Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

2010 йылдың 2 февралендә дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана[4].

2013 йылдың 8 сентябрендә Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының V саҡырылыш республика парламенты депутаты итеп һайланған. 2013 йылдың 3 октябрендә Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Р. Н. Зиннуровҡа Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында сенатор вәкәләттәре бирә[5]. Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы булып тора[1].

2013 йылдың 20 декабрендә «Башкортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп һайлана[6].

2017 йылдың 11 июлендә Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[7].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән. Ҡыҙы һәм улы бар.

Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. Н. Зиннуровтың фәнни хеҙмәттәре Рәсәй Федерацияһында хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген ойоштороуҙың концептуаль нигеҙҙәренә һәм фәнни-практик проблемаларына арналған. 85-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора[2].

Этнографик һәм антропологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә Р. Н. Зиннуров XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары (Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Һары Мәргән, Сәйет батыр, Алдар батыр, Батырша, Кинйә Арыҫланов, Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡаранай Моратов) һәм XVII—XIX быуаттарҙағы индейҙар һуғыштары ҡатнашыусылары һәм етәкселәренең; кенәз Александр Невскийҙың; Ҡытай геройы, данлыҡлы флотсы Чжэн Чэнгундың; Ҡаҙағстан милли геройы Тауке-хандың; үзбәк дәүләтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәйбани-хандың, тажик дәүләтенә нигеҙ һалыусы Исмаил Сомониҙың; Көньяҡ Африка Республикаһының бойондороҡһоҙлоҡ көрәшсеһе Нельсон Манделаның; Бразилия милли геройы Тирадентистың; Мәскәүгә барған башҡорт илселәренең береһе Тәтегәс бейҙең; Башҡортостандың беренсе прокуроры Иван Герасимовтың; башҡорт милли хәрәкәте лидеры Зәки Вәлидиҙең (авторҙаш); Саха халҡының милли геройы — Манчаарының; Корея бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусы адмирал — Ли Сун Синдың скульптура портреттарын; Һиндостандың милли геройы Лакшми Байҙың портретын һ. б. ижад итә. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1998, 1999, 2001, 2002, 2004, 2011, 2015); Мәскәү (2015, 2017); Якутск (2017)[2][8][9][10][11].

Әҙәби әҫәрҙәре «Шонкар», «Бельские просторы» журналдарында һәм башҡа ҡайһы бер баҫмаларҙа баҫыла.

Китаптары
  • Правовой статус прокуратуры Башкортостана как субъекта Федерации : диссертация … кандидата юридических наук : 12.00.11. — М., 1997. — 170 с.
  • Башкирские восстания и индейские войны — феномен в мировой истории. — Уфа: Гилем, 2001. — 536 с. — ISBN 5-7501-0214-9.
  • Прокуратура против преступности : Страницы истории. — Уфа: Гилем, 2001. — 137 с. — ISBN 5-7501-0261-0.
  • Координационная деятельность российской прокуратуры: Тенденции и закономерности. — Уфа: Гилем, 2002. — 251 с. — ISBN 5-7501-0326-9.
  • Концептуальные основы и научно-практические проблемы координации деятельности правоохранительных органов по борьбе с преступностью : Тенденции и закономерности : диссертация … доктора юридических наук : 12.00.11. — Уфа, 2003. — 351 с.
  • Рух. — Өфө: Ғилем, 2004. — 87 с. — ISBN 5-7501-0429-X.
  • Башҡортостан юлы : эпик поэма. — Өфө: Китап, 2007. — 199 с. — ISBN 978-5-295-04106-8.
  • Армения — путь тысячелетий… Том 1: Догосударственный и царский период. — М.: Юнипресс и К, 2010. — 307 с. — ISBN 978-5-904884-05-5.
  • Армения — путь тысячелетий… Том 2: Книга слёз и надежд. Том 3: Сквозь мрак к независимости. — М.: Юнипресс и К, 2013. — 390 с. — ISBN 978-5-904884-05-5.
Мәҡәләләре
  • Колонизация Башкортостана и Северной Америки // Ватандаш. — 1998. — № 2. — С. 179—192. — ISSN 1683-3554.
  • Восстание башкир и война короля Филиппа // Ватандаш. — 2000. — № 6. — С. 135—145. — ISSN 1683-3554.
  • Юстиция органдарының (1917—1922 гг.) һәм прокуратураның (1922—1933 йылдар) енәйәтселек менән көрәштә роле. / / Көньяҡ-Урал криминалистик уҡыуҙар: ВУЗ-дар ара ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы — 2002 . — 9-сы сығарылыш.
  • Координация информационно-аналитической деятельности правоохранительных органов // Закон и право. — 2002. — № 11. — С. 35—38.
  • Органы уголовной юстиции царской России и их взаимодействие в дореформенный период (1722—1864) // История государства и права. — 2003. — № 2. — С. 8—14.
  • Взаимодействие органов уголовной юстиции в пореформенный период (1864—1917) // История государства и права. — 2003. — № 1. — С. 2—7.
  • Законодательные основы координационной функции прокуратуры:проблемы и перспективы // Законность. — 2003. — № 2. — С. 41—43.
  • Приоритетные направления в координации деятельности правоохранительных органов по борьбе с преступностью // Уголовное право. — 2003. — № 2. — С. 111—113.
  • Ибн-Фадлан или дастан о курае // Ватандаш. — 2010. — № 11. — С. 122—130. — ISSN 1683-3554.
  • Еще раз об образовании Башкирской автономии // Ватандаш. — 2012. — № 3. — С. 82—85. — ISSN 1683-3554.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1993)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003)
  • Салауат Юлаев Ордены (2013)[12]
  • Халыҡтары дуҫлығын һәм тыныслыҡты нығытҡан өсөн (2017, Саха республикаһының Почёт Билдәһе)[13][14]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2017)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Зинуров Рафаил Нариманович // Официальный сайт Совета Федерации
  2. 2,0 2,1 2,2 Зиннуров Рафаил Нариман улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Константин Толкачев: «Профессионализм Рафаила Зинурова позволит эффективно решать задачи, поставленные перед ним как сенатором». ИА Башинформ (17 сентябрь 2014). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  4. Рафаил Зинуров избран председателем Башкортостанского отделения Ассоциации юристов России. ИА Башинформ (2 февраль 2010). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  5. Членом Совета Федерации от парламента Башкирии назначен Рафаил Зинуров. ИА Башинформ (3 октябрь 2013). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  6. Землячество Башкортостана в Москве возглавил Рафаил Зинуров. ИА Башинформ (20 декабрь 2013). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  7. Набиева Галия. Сенатор из Башкирии избран заместителем председателя Ассамблеи народов России. ИА Башинформ (11 июль 2017). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  8. Депутат, скульптор и писатель Рафаил Зинуров презентовал свои творческие работы. ИА Башинформ (16 декабрь 2011). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  9. Ханнанова Гульчачак. В Совете Федерации открылась персональная выставка скульптур сенатора Рафаила Зинурова. ИА Башинформ (2 апрель 2015). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  10. Выставка «Вдоль Великого Шелкового пути. С Запада на Восток» в галерее «Беляево». Департамент культуры города Москвы (6 июнь 2017). Дата обращения: 12 сентябрь 2017. 2017 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.
  11. В Москве открылась выставка скульптур сенатора от Башкортостана Рафаила Зинурова. Башкирское спутниковое телевидение (28 апрель 2017). Дата обращения: 15 сентябрь 2017.
  12. Вице-спикер Госсобрания РБ Рафаил Зинуров награжден орденом Салавата Юлаева. ИА Башинформ (30 июль 2013). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  13. О награждении государственной наградой Республики Саха (Якутия). Якутское-Саха Информационное Агентство (11 июль 2017). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  14. Набиева Галия. Рафаил Зинуров удостоен Почётного знака Республики Саха. ИА Башинформ (11 июль 2017). Дата обращения: 12 сентябрь 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]