Һары Мәргән
Һары Мәргән (1596—1663 йылдар) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Биографияһы
Һары Мәргән башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы башҡорттарынан. Себер даруғаһында эш итә. 1662 йылда авгусында Һары Мәргәндән отряды (2 мең кеше) Ощепков ҡәлғәһенә, Павлов монастырына, Белослудск һәм Уст-Ирбит Верхотор өйәҙенең һәм Тубыл өйәҙенең Мырҙа биҫтәһен баҫып ала. Көҙөн октябрҙә Иртәш күле янында баш күтәреүселәр менән Полуэктов тәкселек хөкүмәт отряды араһында ҡаты алыш була. 1663 йылдың башында Һары Мәргән үлгәндән һуң Урал арты башҡорттарына Арыҫланбәк Бәккин етәксе булып алған.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Һары Мәргән 2014 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.
- Беҙ — Кирәй Мәргән тоҡомо 2016 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.
- Һары Мәргән 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше 2015 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.