Ғилметдинов Динар Заһит улы
Динар Заһит улы Ғилметдинов (рус. Гильмутдинов Динар Загитович; 1969 йылдың 10 авгусы, Сабыҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, полиция полковнигы. 2021 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2005—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ (ГИБДД) идаралығы начальнигы.
Биографияһы
Динар Ғилметдинов 1969 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Сабыҡ ауылында тыуған[1].
1988 йылда Совет армияһына саҡырыла, Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен старшина званиеһында, хәрби машина командиры вазифаһында тамамлай.
1996 йылда Ырымбур дәүләт аграр университетын (рус.)баш., 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай.
1991 йылдан ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып эшләй. 1993 йылдан Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығы ЮХХДИ бүлегендә пропаганда буйынса инспектор итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдан бүлек начальнигы урынбаҫары, 2000 йылдан бүлек начальнигы булып эшләй.
2005—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығын етәкләй.
2021 йылдың сентябрендә VIII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округы № 8 буйынса депутат итеп һайлана (тауыштарҙың 53,78 %). Дәүләт Думаһында хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты ағзаһы[2].
Украиналағы ваҡиғаларға бәйле ул Европа Берлеге илдәре, Бөйөк Британия, АҠШ, Канада һәм Австралия тарафынан индерелгән шәхси халыҡ-ара санкциялар исемлегенә индерелгән[3].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Наградалары
Төп сығанаҡ: [2]
- Салауат Юлаев ордены;
- Рус православие сиркәүенең изге кенәз Дмитрий Донской ордены (II дәрәжә);
- «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы айырмалыҡ өсөн» миҙалы;
- «Хәрби хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы;
- «Идара итеү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (III дәрәжә);
- Рус православие сиркәүенең «Тиң апостоллы бөйөк кенәз Владимирҙың вафатына 1000 йыл тулыу иҫтәлегенә» юбилей миҙалы;
- «ГАИ хеҙмәтендә айырмалыҡ өсөн» күкрәк билдәһе (II дәрәжә);
- «ГИБДД хеҙмәтендә айырмалыҡ өсөн» күкрәк билдәһе (I дәрәжә);
- Рәсәй Эске эштәр министрлығының «МВД-ның почётлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе;
- «Башҡортостан Республикаһы закондарын үҫтереүгә айырыуса өлөш индергән өсөн» почёт билдәһе;
- «Законлылыҡты нығытыуға айырыуса өлөш индергән өсөн» почёт билдәһе;
- Рәсәй Федерацияһы Хәүефһеҙлек советының почёт билдәһе;
- Награда ҡоралы — Макаров пистолеты;
- Рус православие сиркәүе менән Рәсәй Ҡораллы көстәре араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә индергән өлөш өсөн Патриарх грамотаһы;
- Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең почёт грамотаһы;
- Мәскәү Кремле коменданты хеҙмәтенең грамотаһы;
- Рәсәй Федерацияһы транспорт министрының рәхмәт хаты;
- Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация советы рәйесенең рәхмәт хаты.
- Маҡтаулы исемдәре
Төп сығанаҡ: [1]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
- Мишкә районының Почётлы гражданины[4];
- «Почётлы динамосы» исемe.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Депутат Государственной думы РФ Гильмутдинов Динар Загитович. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
- ↑ 1 2 Гильмутдинов Динар Загитович. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
- ↑ Двенадцать депутатов Госдумы от Башкирии попали под санкции ЕС — РБК. ufa.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
- ↑ Почётные граждане Мишкинского района. Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.