10 август
10 август — рәсми календарь буйынса йылдың 222-се (кәбисә йылында 223-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 143 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Индонезия: Ветерандар көнө.
Латвия: Ут көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Гер спорты көнө.
Эквадор: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Аргентина: Хәрби-һауа көстәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Төҙөүселәр көнө (августың икенсе йәкшәмбеһе).
Башҡортостан: Умартасылар көнө (августың икенсе йәкшәмбеһе).
Тарихи ваҡиғалар
- 1500 йыл: Португалияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе Диогу Диаш Мадагаскар утрауын аса.
- 1905 йыл: Францияның Булонь-сюр-Мер ҡалаһында эсперантсыларҙың беренсе Бөтә донъя конгресы үтә.
Был көндә тыуғандар
- Ляшко Вениамин Иванович (1925—18.07.1980), хәрби хеҙмәткәр, генерал-лейтенант. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1980 йылдарҙа Киев Юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Маҡан ауылынан.
- Судничников Николай Миронович (1925—19.07.2020), нефть һәм газ сығарыу, төҙөлөш тармаҡтары, партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия капитаны. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районынан.
тулы исемлек
- Хәмитов Фәрит Вәлиәхмәт улы (1925—9.09.2024), совхоз эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Учалы районы «Поляковка» совхозының элекке электромонтёры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Кәрим ауылынан.
- Ҡотлобаев Айҙар Сәми улы (1935), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ейәнсура районы «Инәк» совхозының элекке агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Әхмәров Гәүис Мөхәмәт улы (1935), механик-инженер. 1964 йылдан Краснокама районы «1 Май» колхозы механигы, 1974—2002 йылдарҙа — хужалыҡтың баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Аҡтанышбаш ауылынан.
- Балғазин Илдус Әли улы (1940), агроном-иҡтисадсы-ғалим. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1988), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Суботина Мария Петровна (1940—9.05.2004), малсы, йәмәғәтсе. 1954—1995 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы. Район һәм ауыл советтарының элекке депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы Шәмәхә ауылынан.
- Пермяков Михаил Николаевич (1960—6.08.1980), СССР Ҡораллы Көстәренең Афған һуғышында һәләк булған саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Петропавловка ауылынан.
- Маслов Михаил Дмитриевич (1911—14.01.1973), ғалим-географ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән, 1950 йылғаса (өҙөклөк менән) директор урынбаҫары, 1953—1969 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1953). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). Ике 1-се (1944, 1945) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Дашков Заһит Камал улы (1926—16.04.1991), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1978 йылдарҙа Кушнаренко районы Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе, 1979—1986 йылдарҙа «Кушнаренко» совхозының директор урынбаҫары. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Баҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Степаненко Екатерина Игнатьевна (1931—31.07.2011), педагогик хеҙмәт алдынғыһы. 1956—2009 йылдарҙа Салауат ҡала мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан 6-сы урта мәктәптең уҡытыу бүлеге мөдире, 1976—1992 йылдарҙа — директоры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районынан.
- Дружинина Наталья Анатольевна (1951), ғалим-педиатр. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәмәтйәнова Рима Мөхәмәт ҡыҙы (1956), хеҙмәт ветераны. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке контролеры. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Хәйруллин Зөфәр Ғәли улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1972 йылдан Балаҡатай юл төҙәтеү-төҙөү участкаһы эшсеһе, 1979 йылдан — юл мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әрмет-Баш ауылынан.
- Астраханцев Александр Александрович (1922—8.05.1986), рәссам-график. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1986 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтененең художество мөхәррире. 1962 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969). «Главполиграфиздат»тың Бөтә Рәсәй китап һәм графика күргәҙмәһе (Мәскәү, 1958), Бөтә Рәсәй китап сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1981) дипломанты.
- Мырҙаханова Сәйҙә Нуриман ҡыҙы (1947—20.06.2024), мәғариф, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, архивсы. 1971 йылдан Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1972 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының мәктәптәр бүлеге мөдире, 1973 йылдан — беренсе секретары; 1978 йылдан КПСС-тың Бәләбәй район комитеты секретары; 1983 йылдан Башҡортостандың Йәмәғәт берекмәләренең берләштерелгән үҙәк дәүләт архивының ғилми хеҙмәткәре, 1999—2006 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан.
тулы исемлек
- Рәмил Йәнбәк (1952—11.01.2017), шағир һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәкимов Зөфәр Ҡасим улы (1952), партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1989 йылдан Өфө ҡалаһының Дим район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары; 1995 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 1997—2016 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы һәм Рәсәйҙең II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының үҙәге Барнаул ҡалаһынан.
- Гәрәев Вячеслав Юрьевич (1957), педагог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Краснокама районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, шул иҫәптән 1982 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбе директоры; 1991 йылдан Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Нефтекаманың бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (1918—3.08.1976), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, снайпер, өлкән сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1942) кавалеры.
- Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (1923—27.04.1998), балет артисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Бухарест, 1953). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (1928—26.04.2015), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы, профессор. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (1928—7.02.2006), башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
- Хәйруллин Ирек Хәниф улы (1938), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983—2000 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991). Сығышы менән Үзбәк ССР-ынан.
- Әхмәтов Морат Хөсәйен улы (1948—26.02.2006), башҡорт композиторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Халиуллин Юрий Михайлович (1943), хәрби инженер-механик-ғалим, контр-адмирал (1990). Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1992—1998 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге Ленинград Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы начальнигы, 1998—2000 йылдарҙа — Хәрби-диңгеҙ инженер институты етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Ҡырым Республикаһының 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» (1988) һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1998) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Анисимова Поляна ауылынан.
- Поспелов Пётр Иванович (1924—11.12.2006), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкы разведчигы, рядовой. 1967—1982 йылдарҙа Учалы ҡалаһындағы 146-сы төҙөлөш тресы тимер-бетон заводының слесарь-инструментальщигы. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ләүәле ауылынан.
- Баянов Алек Хәмзә улы (1949), спортсы, тренер. 1972 йылдан Күмертау ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, директоры, методист-инструкторы һәм өлкән методист-инструкторы. Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастерлығына кандидаты (1972), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (1998), Башҡорт АССР-ының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яңауыл ауылынан.
тулы исемлек
- Ғайсин Миңлеғәли Зәйнулла улы (1949—2017), механизатор, йәмәғәтсе. 1970—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы тракторсыһы. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976). Ленин (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сосновка ауылынан.
- Әхмәтова Розалия Фәйзелғаян ҡыҙы (1949), иҡтисадсы, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкыһы Ҡариҙел бүлексәһенең элекке идарасыһы, 1990—1995 йылдарҙа Ҡариҙел район Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).
- Масленникова Татьяна Александровна (10.08.1964), сәнғәт белгесе-ғалим. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2000 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2011). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Ғилметдинов Динар Заһит улы (1969), юрист, эске эштәр һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы, запастағы полиция полковнигы. 2021 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Рәсәй Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2015).
- 1810 йыл: Камилло Кавур, граф, Италия хөкүмәтенең беренсе етәксеһе.
- 1830 йыл: Окубо Тосимити, Япония сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1845 йыл: Абай Ҡонанбаев, Ҡаҙағстандың мәғрифәтсе-шағиры, ҡаҙаҡ классик әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.
- 1860 йыл: Сергей Сазонов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1910—1916 йылдарҙа сит ил эштәре министры.
- 1865 йыл: Александр Глазунов, Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, дирижёр һәм педагог, Республиканың халыҡ артисы (1922).
- 1874 йыл: Герберт Гувер, АҠШ-тың 31-се президенты.
- 1890 йыл: Серафима Бирман, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1946).
- 1900 йыл: Андрей Лобанов, СССР-ҙың театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905 йыл: Кларенс Джон Лафлин, АҠШ-тың сюрреалист фоторәссамы.
- 1935 йыл: Гия Канчели, СССР һәм Грузия композиторы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1940 йыл: Вениамин Смехов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, режиссёр, сценарист, әҙип.
- 1940 йыл: Бобби Хатфилд, АҠШ йырсыһы, «The Righteous Brothers» вокал дуэты ағзаһы.
- 1945 йыл: Александр Адабашьян, СССР һәм Рәсәй кинодраматургы, актёр, рәссам, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1950 йыл: Алексей Брунов, СССР һәм Рәсәй бард-йырсыһы.
- 1960 йыл: Антонио Бандерас, Испания һәм АҠШ актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы.
- 1960 йыл: Мамука Кикалейшвили, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры, кинорежиссёр.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре