Ляшко Вениамин Иванович
Биографияһы
Ляшко Вениамин Иванович 1925 йылдың 10 авгусында Маҡан ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1943 йылдың ғинуар айынан Ҡыҙыл Армияла. Армияға хеҙмәткә Иркутск өлкәһенең Черемховский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Балтик Буйы һәм Ленинград фронттары ғәскәрҙәре составында, миномет ротаһының миномет взводы командиры вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуғыш бөткәндән һуң һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла уҡыуҙы тамамлағас, полк һәм П. И. Чапаев исемендәге гвардия мотоуҡсылар дивизияһы командиры булып хеҙмәт итә. 1972 - 1980 йылдарҙа — Н. В. Фрунзе исемендәге ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Киев юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың XXIV съезына, Украина коммунистар партияһының XXV съезына делегат итеп һайлана, партияның Киев ҡала комитеты ағзаһы була, күп тапҡыр халыҡ депутаттарының урындағы советтарына депутат итеп һайлана[асыҡлыҡ].
1980 йылдың 18 июлендә ауырыуҙан вафат була. Киев ҡалаһында Лукьяновский хәрби зыяратында ерләнгән.
Наградалары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- II һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
- миҙалдар
- Украина ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Сайт выпускников КВОКУ(рус.)