18 июль
18 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 199-сы (кәбисә йылында 200-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 166 көн ҡала.
| ← июль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Нельсон Мандела көнө.
Ер:
- Һоҡландырғыс (өлгөлө) ғаилә көнө.
- «Тетрис» уйынының тыуған көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Эске эштәр органдарының хужалыҡ хеҙмәте көнө.
- Янғындан һаҡланыуҙы күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1872 йыл: Бөйөк Британияла донъяла тәүге тапҡыр йәшерен тауыш биреү үткәрелә.
- 1885 йыл: Рәсәй империяһы уйлап табыусыһы Николай Бенардос электр дуғаһы менән иретеп йәбештереү йәки «электрогефест» ысулын тәҡдим итә.
тулы исемлек
- 1898 йыл: Атом һаны 84 булған радиоактив химик элемент полоний асыла.
- 1945 йыл: Хәҙерге Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Череповец районы һәм Ярославль өлкәһенең Брейтов районы биләмәләрендә Дарвин дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы ойошторола.
Был көндә тыуғандар
- Шутко Александр Степанович (1890—25.02.1972), агроном-ғалим, селекционер, юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1936—1959 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының селекция һәм орлоҡсолоҡ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1937 йылға тиклем агрономия факультеты деканы, 1937—1938 йылдарҙа институт директорының уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1950), профессор (1950). Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков өлкәһе Люботин ҡалаһынан.
- Түләшев Иҙрис Әбделкәрим улы (1925—6.05.2023), журналист, мәҙәниәт өлкәһе, партия органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия капитаны. Һуғыштан һуң Хәйбулла районы Иләс ауыл клубы мөдире, ВКП (б) район комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, 1956—1985 йылдарҙа — «Знамя труда»—«Хеҙмәт байрағы» район гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире, яуаплы секретары, мөхәррир урынбаҫары. СССР Журналистар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Һабыр ауылынан.
тулы исемлек
- Итбаев Салауат Мостафа улы (1945—10.12.2020), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, эстрада режиссёры, сценарийҙар, йыр текстары, көләмәстәр һәм ҡыҫҡа мәҙәк хикәйәләр авторы. 1977—1992 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы, конферансьеһы, 1999 йылдан — эстраданың художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).
- Йомағужин Валерий Әфтәх улы (1950), математик-ғалим. 1972—1976 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1985 йылдан (өҙөклөк менән СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Ярославль өлкәһе Переславль-Залесски ҡалаһындағы А. К. Айламазян исемендәге Программа системалары институтының системалы анализ тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре, 1992 йылдан өлкән, 2011 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Переславль университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2010).
- Нәзифуллин Вил Лотфи улы (1950—3.12.2023), терапевт-ғалим. 1982—2023 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2023 йылдарҙа — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Буковский Сергей Анатольевич (1960), СССР һәм Украинаның кино режиссёры. Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996) һәм халыҡ артисы (2008), Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Никитина Ирина Леонидовна (1970), фармаколог-ғалим. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2006 йылдан Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы Лицензиялау консультатив-методик үҙәге филиалы хеҙмәткәре, 2007—2012 йылдарҙа — директоры. Медицина фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Мари Иле Республикаһының баш ҡалаһы Йошкар-Оланан.
- Путенихин Сергей Константинович (1975), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитика һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Эксперт-контроль, артабан Эксперт идаралығы начальнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Йосопов Данир Рифҡәт улы (1980), спортсы. 1998—1999 һәм 2002—2010 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2008). Бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы (1999, 2002—2007, 2009, 2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лазарев Николай Иванович (1926—28.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Танк бригадаһының автоматсылар батальоны автоматсыһы, өлкән сержант (1945). Советтар Союзы Геройы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡарама утарынан. Башҡортостан биләмәләрендә тыуған аҙаҡҡы Советтар Союзы Геройы.
- Анохин Виктор Фёдорович (1951), спортсы, тренер. 1974—1979 йылдарҙа еңел атлетика буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы, 1976 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. РСФСР һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1975) чемпионы, ябыҡ биналарҙа 800 метрға йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1977).
тулы исемлек
- Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы (1956), тарихсы-ғалим. 1979—1980, 1983—1989 һәм 1998—2005 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1989—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2005 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Банников Александр Геннадьевич (1961—24.09.1995), уҡытыусы, шағир, Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1990 йылдан Ҡариҙел районы Магинск урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1989 йылда Корея Халыҡ Демократик Республикаһында уҙған Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале делегаты. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Шмелёв Илья Григорьевич (1927—25.03.1997), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1987 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы слесары һәм машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Трости ауылынан.
- Мөхәмәтхафизова Миңсафа Мөхәмәтхафиз ҡыҙы (1908—26.10.2010), йөҙйәшәр. 1924—1961 йылдарҙа Дүртөйлө районы Калинин исемендәге колхоз һауынсыһы, ветеринария хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Мәскәү ауылынан.
- Пантелеев Геннадий Александрович (1913—?), төҙөүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1977 йылдарҙа «Башнефтепроект» институтының төркөм етәксеһе, бүлек начальнигы, баш инженер урынбаҫары. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Васильевка ауылынан.
тулы исемлек
- Мәмлиев Әнүәр Миңлегәрәй улы (1923—2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Филимонов Александр Андреевич (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресы быраулау контораһының вышка монтажлау цехы слесары, начальнигы; 1963—1982 йылдарҙа Шкапов газ эшкәртеү заводының цех начальнигы. Рационализатор. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы (1928—1.07.2013), геолог-ғалим. 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1976—1991 йылдарҙа — институт директоры. Бер үк ваҡытта 1974—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Экология академияһы һәм Урал Геология академияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почётлы ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986) кавалеры.
- Черных Сергей Прокопьевич (1928—19.11.2011), инженер-ғалим. 1955—1962 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), Рәсәйҙең атҡаҙанған химигы (2004), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1985), РСФСР-ҙың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1987), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән Урал өлкәһенең Чернова ауылынан.
- Буйлов Андрей Петрович (1948), педагог, мәғариф, комсомол,партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1973 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы Сихонкин урта мәктәбенең директор урынбаҫары, директоры; 1985 йылдан Калинин исемендәге колхоздың партбюро секретары, 1987 йылдан КПСС район комитетының дөйөм бүлек мөдире; 1991 йылдан район мәктәптәре директоры; 1995 йылдан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2000 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары, 2004 йылдан — район советы секретары. СССР-ҙың мәғариф, Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Андреевка ауылынан.
- Латипов Рәйес Әфтәх улы (1948), инженер, 1986—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ғәлиева Минзәлә Рәшит ҡыҙы (1958), тпровизор. 1986 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы 28-се үҙәк район дарыуханаһы хеҙмәткәре, 1988 йылдан 210-сы, 1989 йылдан 28-се дарыухана мөдире; 1998 йылдан Өфө ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәре, 2011—2015 йылдарҙа «Талҡаҫ» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Урғаҙа ауылынан.
- Әкрәмов Фаил Мирзанур улы (1963), нефтсе. 1985 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехы мастеры, 2-се цех мастеры, әйҙәүсе геолог, цех начальнигы; Үҙәк инженер-технология хеҙмәте начальнигы; 3-сө цехтың әйҙәүсе инженеры; 1-се цех мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Ябалаҡ ауылынан.
- Шириев Шәех Ширияздан улы (1924—3.03.2013), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 1954 йылдан Краснокама районы Яңы Ҡабан урта мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1977—1984 йылдарҙа — директоры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1955), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1980 йылдарҙа атом электр станцияһы төҙөү менән бәйле күсерелгән Иҫке Ҡабан ауылынан.
- Сергеев Пётр Васильевич (1929—14.11.1981), механизатор. 1958—1981 йылдарҙа Бишбүләк районының Максим Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Баҙлыҡ ауылынан.
- 1820 йыл: Гевонд Алишан, Әрмәнстан шағиры, филолог һәм тарихсы.
- 1855 йыл: Аксель Паульсен, Норвегия фигурисы, конькиҙа йүгереүсе.
тулы исемлек
- 1875 йыл: Рихард Хёнигсвальд, Германия һәм АҠШ философы.
- 1900 йыл: Натали Саррот (төп исеме Наталия Ивановна Черняк), Франция яҙыусыһы, сығышы менән Рәсәй империяһынан.
- 1910 йыл: Иван Курилов, СССР-ҙың балет артисы, балетмейстер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968).
- 1918 йыл: Нельсон Мандела, Көньяҡ Африка Республикаһының 8-се президенты.
- 1925 йыл: Анатолий Ананьев, СССР яҙыусыһы, 1973—2001 йылдарҙа «Октябрь» журналының баш мөхәррире, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).
- 1960 йыл: Андрей Ильин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1993).
- 1975 йыл: Дарон Малакян, АҠШ-тың «System of a Down» рок-төркөмө гитарисы.
- 1980 йыл: Рёко Хиросуэ, Япония йырсыһы, актриса.
- 1995 йыл: Суй Вэньцзин, Ҡытай фигуристкаһы, бер нисә тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре
