Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы
Биографияһы
Рәмил Зөфәр улы Мөҙәрисов 1956 йылдың 18 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын «тарихсы» квалификацияһы буйынса тамамлай. 1979—1980, 1983—1989 һәм 1998—2005 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1989—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта[1].
1987 йылда тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Развитие горнозаводской промышленности Южного Урала в первой половине XIX века» темаһына диссертация яҡлай. 2003 йылда тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века: 1801-1861 гг.» темаһына диссертация яҡлай[2].
2005 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, «Философия, тарих һәм хоҡуҡ» кафедраһы профессоры.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни хеҙмәттәре тау сәнәғәте, алтын табыу сәнәғәте, тоҙ сығарыу кәсептәре, эшкәртеү сәнәғәте, Көньяҡ Уралдың эшселәр синыфы тарихына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы[1].
Төп хеҙмәттәре
- Горнозаводская промышленность Южного Урала в первой половине XIX в. Уфа, 1998;
- Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Винокуренные заводы
- Кожевенные заводы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мударисов Рамиль Зуфарович
Сығанаҡтар
- Мөҙәрисов Рәмил Зөфәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.