Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө)
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА ӨФҮ ТТӘИ) | |
---|---|
Файл:IIJLLogo.jpg | |
Нигеҙләнгән | 1932 |
Төрө | дәүләт |
Директор | Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы; |
Урынлашҡан | Өфө |
Юридик адрес | Рәсәй Федерацияһы, Өфө, Октябрь проспекты, 71-се йорт |
Сайт | rihll.ru |
Наградалар |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы[1]. 1932 йылдың 5 мартында ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.
ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый[2].
Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.
Бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 7 бүлектән тора:
- археологик тикшеренеүҙәр бүлеге;
- этнология бүлеге;
- Башҡортостан тарихы бүлеге;
- Башҡортостандың яңы тарихы бүлеге;
- тел белеме бүлеге (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән);
- фольклористика бүлеге;
- әҙәбиәт ғилеме бүлеге.
Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.
1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.
1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора:
«Беренсе марттан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй башланы. Директор М.Солянов»[3].
Башҡортостан Республикаһы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Ҡ. З. Әхмәров, И. Ғ. Ғәләүетдинов, В. А. Иванов, Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Ғ. Кузеев, Н. Х. Мәҡсүтова, С. Ф. Миржанова, Ғ. Й. Рамазанов, К. В. Сальников, Ә. М. Сөләймәнов, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ф. Усманов, Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов һ.б.
Институттың атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1932 йылда Башҡортостан комплексы ғилми-тикшеренеү институты (1930) базаһында Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты сифатында ойошторола. 1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1943 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә. Хәҙерге атамаһында — 1951 йылдан, шул уҡ ваҡытта институт СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы составына индерелә.
2019 йылдың февраленән рәсми атамаһы: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрлө осорҙа институттың етәкселәре:
- Солянов Михаил Арефьевич (1932, март — сентябрь)
- Чанышев Әмир Иҙрис улы (1932, сентябрь — 1933, апрель), яҙыусы, шағир, филология фәндәре кандидаты;
- Амантаев Абдулла Сәхибгәрәй улы (1933, май — 1936, апрель), (1937, апрель — октябрь), яҙыусы, шағир;
- Таһиров Афзал Мөхөтдин улы (1936, октябрь — 1937, апрель), дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы, БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе (1931—1937);
- Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1937, декабрь — 1939, сентябрь), (1943, июнь — 1951, март), тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитеты секретары (1941—1943);
- Хамматов Хәлил Хәйрулла улы (1939, сентябрь — 1941, июнь);
- Байков Шаһисолтан Шаһимәрҙән улы (1941, июнь — 1942, февраль);
- Ҡудашев Афзал Ғәлләм улы (1942, февраль — 1943, июнь), әҙәбиәт белгесе, библиограф, филология фәндәре кандидаты;
- Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (1951, март — 1952, июль), партия эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитетының икенсе секретары (1945—1947);
- Типеев Шәмсүн Ислам улы (1952, июль — 1954, апрель), тарих фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр академияһы БФ Президиумы рәйесе урынбаҫары (1951—1952);
- Харисов Әхнәф Ибраһим улы (1954, декабрь — 1963, декабрь), әҙәбиәт белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы;
- Сайранов Хәйҙәр Сайран улы (1963, декабрь — 1980, февраль), тарих фәндәре кандидаты, партия эшмәкәре, КПСС өлкә комитеты секретары (1954—1963);
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1980, февраль — 1988, май), тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы;
- Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (1988, май — 2002, февраль), филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы;
- Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (2002, февраль — 2005, февраль), сәйәси фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры (2005—2010 йй.);
- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (2005—2015), филология фәндәре докторы, профессор.
- Псәнчин Айбулат Вәли улы (2016 йылдан вазифа башҡарыусы), география фәндәре докторы.
- Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (2021 йылдың 18 ноябренән)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт института 2016 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- Узиков Ю. А. Кузницей кадров учёных стал институт(недоступная ссылка) // «БАШвестЪ», 02.03.2007
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН 2016 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Об институте «Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН» 2013 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ БАШвестЪ — Первая интернет-газета Республики Башкортостан(недоступная ссылка)