27 ноябрь
27 ноябрь (рус. 27 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 331-се көнө (кәбисә йылында 332-се). Йыл тамамланыуға 34 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Система инженерҙары көнө.
- Гитарала уйнаусылар көнө.
Бразилия: Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр көнө.
Венесуэла: Хәрби авиация көнө.
Испания: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Диңгеҙ пехотаһы көнө.
- Баһалаусылар көнө.
- Үҙмәшғүлдәр көнө.
- 1895 йыл: Альфред Нобель милек-мөлкәтенең күп өлөшөн Нобель премияһы фондына тапшырыу тураһында васыятнамәгә ҡул ҡуя.
- 1953 йыл: Башҡортостандағы Шкапов нефть ятҡылығы асылған көн.
тулы исемлек
- 1974: Өфө ҡалаһы Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
- 1992: Рәсәйҙең Юғары иҡтисад мәктәбе эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәсән Туфан (1900—10.06.1981), шағир. 1914—1918 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте. Айырым әҫәрҙәрендә Башҡортостандың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә дан йырлана. РСФСР Яҙыусылар союзының 1958 йылда Өфөлә үткән Ойоштороу комитеты пленумында, Башҡортостан яҙыусыларының 4—6-сы съездарында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы (1920—16.03.1993), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1981 йылдарҙа дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ибраһимов Әнүәр Камил улы (1965), ветеран спортсы, фехтовальщик. 1984 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2000 йылдан Рәсәйҙең рапира һәм фехтование буйынса үҫмер спортсылар командаһының өлкән тренеры, 2005 йылдан — ирҙәр йыйылма командаһы тренеры. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия уйындары чемпионы (1988). СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Почёт ордены (1989), II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2004) кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тайсинов Солтан Нурғәле улы (1906—3.09.1982), ғалим-агроном-тупраҡ белгесе. 1933—1982 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире; 1949—1951 йылдарҙа агрономия факультеты деканы; бер үк ваҡытта 1939—1947 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1948), профессор (1949). РСФСР-ҙың (1968) һәм Башҡорт АССР-ының (1951) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1950, 1973) ордендары кавалеры.
- Мирзаянов Эдуард Мирзаян улы (1931), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Победа» колхозы механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Мишкин Пётр Павлович (1941—22.10.2013), инженер-химик-технолог. 1961—2004 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дмитриевка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (1932—11.10.2004), башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1957—2001 йылдарҙа Өфө Фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән һәм әйҙәүсе хеҙмәткәре. Филология фәндәре докторы (1981), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Кәлимуллин Әхмәтзаһит Кәлимулла улы (1942), ветеринария табибы. 1967 йылдан Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының баш ветеринар табибы, 1976 йылдан — хужалыҡ рәйесе урынбаҫары, 1991 йылдан — ветеринар табибы; 1994—2003 йылдарҙа район ветеринария лабораторияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Ҡоҙабаев Ғәлей Йәнтимер улы (1962), таусы. 1979 йылдан Бүребай руда идаралығы ярҙамсы эшсеһе, токарь өйрәнсеге; 1983 йылдан Сибайҙағы Башҡортостан еҙ-көкөрт комбинатының быраулаусы ярҙамсыһы, 1987 йылдан быраулау ҡоролмаһы машинисы; 1991 йылдан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты быраулау ҡоролмаһының ер аҫты машинисы. Рәсәй Федерацияһының почётлы таусыһы (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (2013). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фидаи Салауат Фидай улы (1972), рәссам, скульптор-миниатюрист.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Васильева Александра Павловна (193З), педагог. 1962 йылдан Салауат ҡалаһының 11-се, 1968 йылдан — 8-се, 1987—1995 йылдарҙа 4-се мәктәп уҡытыусыһы; 1981 йылдан — ҡала мәғариф бүлегенең өлкән инспекторы. Уҡытыусыларҙың Бөтә Союз съезы делегаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Путятино ауылынан.
- Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (1933—12.08.2015), театр актёры, драматург. 1954—1989 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
тулы исемлек
- Хунафин Зәкәриә Ишмөхәмәт улы (1933), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1957—1998 йылдарҙа Хәйбулла район ҡулланыусылар йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан контроль-ревизия бүлеге начальнигы, 1985 йылдан — баш бухгалтер, 1990 йылдан — ревизия комиссия рәйесе. Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1992), «Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәһе менән бүләкләнеүсе (1996). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
- Байымбәтов Альберт Апуш улы (1938), социолог-ғалим. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Хорол районы Благодатное ауылынан.
- Авдонин Александр Николаевич (1948), философ-ғалим. 1976 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2001 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Бөтә Рәсәй философия йәмғиәте ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайының Түбәнге Хила ауылынан.
- Суханов Владимир Павлович (1948), баянсы-музыкант, педагог. 1974 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—1994 йылдарҙа халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, 2006 йылдан – музыка факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1975 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концертмейстеры. Профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Хохлов Иван Сергеевич (1948), ер төҙөүсе-инженер. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары, 2007 йылдан — Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ер төҙөлөшө идаралығы начальнигы, 2009—2022 йылдарҙа Рәсәй Кадастр палатаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, атҡаҙанған ер төҙөүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең почётлы ер төҙөүсеһе һәм почётлы геодезисы. Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһе Дмитриев районы Мельничище ауылынан.
- Морозкин Николай Данилович (1953), математик-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 2013 йылдан — университет ректоры, 2022 йылдың 8 апреленән — университет президенты. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исламов Мырҙағол Буранғол улы (1909—1.11.1974), ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Ғәлиев Ғәйнулла Ғәли улы (1919—19.06.2003), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Салауат районы Малаяҙ интернат-мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Лағыр ауылынан.
тулы исемлек
- Плахута Филипп Алексеевич (1929—7.11.2008), механик-инженер. 1959—1991 йылдарҙа Өфөләге «Гидравлика» агрегат предприятиеһының конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы урынбаҫары, 1964 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974 йылдан — баш технолог урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Прохладное ауылынан.
- Ҡаҙаҡҡолов Риф Ғүмәр улы (1949), урмансы, дәүләт органы хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры, 2006—2008 йылдарҙа — министр урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауылынан.
- Асҡаров Ғәлим Сәлим улы (1959—12.11.2018), инженер. Ауыл һәм урман хужалығы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары, Өфө урман хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004).
- Хисаметдинов Илдар Иҙел улы (1959), композитор, педагог. 1981—1997 йылдарҙа Өфө балалар сәнғәт мәктәбе, 1996 йылдан урта махсус музыка колледжы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сироткина Татьяна Ивановна (1964), медицина хеҙмәткәре. 1984—2010 йылдарҙа Күмертау район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы, операция бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Күмертау ҡалаһы ҡала округының Маяҡлы ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1701 йыл: Андерс Цельсий, Швеция астрономы.
- 1920 йыл: Асатрян Гегам Магносович, СССР-ҙың театр һәм кино рәссамы.
тулы исемлек
- 1920: Башкиров Виктор Андреевич, хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы.
- 1921: Александр Дубчек, Чехияның дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1940: Брюс Ли, көнсығыш көрәш оҫтаһы, актёр һәм режиссёр.
- 1960: Юлия Тимошенко, Украина сәйәсмәне.
- 1982: Александр Кержаков, Рәсәй футболсыһы.
- 1984: Санна Нильсен, Швеция йырсыһы.
- б. э. т. 65 йыл: Гораций, Боронғо Рим шағиры.
- 511 йыл: Хлодвиг I, франктар короле.
тулы исемлек
- 1972: Ярослав Смеляков, СССР шағиры, тәржемәсе, тәнҡитсе.