Уҡытыусылар көнө

Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Рәсәйҙә Бөтә донъя уҡытыусылар көнө менән бер көндө, 5 октябрҙә билдәләнә, ғәҙәти эш көнө[1][2].

Тарихы

ЮНЕСКО һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тарафынан 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда саҡырылған Уҡытыусылар статусы (рус.)баш. тураһындағы Махсус хөкүмәт-ара конференцияһы (англ. Special Intergovernmental Conference on the Status of Teachers) — халыҡ-ара байрамды булдырыуға тарихи тәүшарт. Унда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡи статусын билдәләүсе тәүге халыҡ-ара документ — «Уҡытыусылар хәле тураһында» рекомендация ҡабул ителә (англ. Recommendation concerning the Status of Teachers).

1994 йылда ЮНЕСКО Бөтә донъя уҡытыусылар көнөн булдыра, ул ошо Рекомендацияның ҡабул ителгән көнө иҫтәлегенә 5 октябрҙә билдәләнә.

Байрамдың әһәмиәте

Байрамдың төп идеяһы — уҡытыусыларҙың белем биреүҙәге һәм йәмғиәт үҫешендәге өлөшөн таныу. Уҡытыусылар көнөнөң маҡсаттары:

  • педагогтарға уларҙың хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдереү;
  • уҡытыусыларҙың йәмғиәттәге хәленә, уларҙың хоҡуҡтарына, хеҙмәт шарттарына һәм һөнәри үҫешенә иғтибар йәлеп итеү;
  • тарихи дәүерҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәт үҫеше өсөн сифатлы белем биреүҙең мөһимлегенә баҫым яһау;
  • кадрҙар етешмәгән күп илдәрҙә йәш белгестәрҙе педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.

Рәсәйҙә

СССР-ҙа Уҡытыусылар көнө байрам сифатында 1965 йылда булдырыла. 29 сентябрҙә СССР Юғары Советы Президиумының байрамды булдырыу тураһындағы Указы сыға, был көндө бөтә союздаш республикаларҙа ла билдәләй башлайҙар[3]. Башта байрамдың датаһы октябрҙең беренсе йәкшәмбеһе була. 1994 йылда, ЮНЕСКО Бөтә донъя уҡытыусылар көнөн булдырғас, Рәсәй Президентының Указы менән байрам Бөтә донъя уҡытыусылар көнөнә яраҡлаштырыу маҡсатынан 5 октябргә күсерелә[4].

2024/2025 уҡыу йылына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй мәктәптәрендә 1,04 миллиондан 1,5 миллионға тиклем уҡытыусы һәм педагогик хеҙмәткәр эшләй, уҡыусылар һаны 18,5 миллион тәшкил итә. Дөйөм белем биреү системаһында уртаса бер педагогҡа 13,4 уҡыусы тура килә[5].

Байрам итеү традициялары

Традиция буйынса, был көндә уҡыусылар үҙ педагогтарын ҡотлай, уларға сәскәләр бирә һәм бүләктәр тапшыра. Күп мәктәптәрҙә байрам концерттары һәм үҙидара көндәре уҙғарыла, уларҙа өлкән синыф уҡыусылары кесе кластар өсөн дәрестәр үткәрә[6][7].

Ҙур уҡытыусылар аҙналығы

Байрамдың төп ваҡиғаһы булып сентябрь аҙағы — октябрь башында үтә торған «Ҙур уҡытыусылар аҙналығы» һанала[8]. Аҙналыҡ барышында форумдар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, шулай уҡ бөтә Рәсәй конкурстарына йомғаҡ яһала:

  • «Рәсәйҙең иң яҡшы йыл уҡытыусыһы». Был иң мөһим төп конкурс еңеүсеһенә «Ҙур хрусталь пеликан» призы тапшырыла[7].
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы йыл директоры».
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы йыл тәрбиәсеһе».
  • «Тәүге уҡытыусы».
  • «Йыл оҫтаһы».

Үҙәк сараларҙың береһе — мәктәп уҡытыусылары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының төркөм етәкселәре ҡатнашлығындағы «Синыф етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумы»[9].

Аҙналыҡ Дәүләт Кремль һарайындағы байрам концерты менән тамамлана[8].

Донъя илдәрендә

Бөтә донъя уҡытыусылар көнөн уҡытыусыларҙың халыҡ-ара көнө тип һанау ҡабул ителгән; бынан тыш, төрлө илдәрҙә йыл дауамында тейешле милли байрамдар ҙа билдәләнә[10]:

Рәсәйҙә уҡытыусыларға ҡуйылған һәйкәлдәр

Рәсәйҙә уҡытыусыларға арналған һәйкәлдәр күп ҡуйылған, был һөнәрҙең юғары әһәмиәтен һәм йәмғиәттең педагогтарға рәхмәтен күрһәтә. Монументтар (рус.)баш. йыш ҡына мәктәпте тамамлаусыларҙың, урындағы халыҡтың йә властарҙың башланғысы менән ҡуйыла, улар быуындарҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу эшенә уҡытыусыларҙың өлөшө өсөн рәхмәтлек символдарына әйләнә.

Беренсе билдәле һәйкәлдәр

Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа уҡытыусыға тәүге билдәле һәйкәл 1974 йылда Тверь өлкәһе Торопец ҡалаһының 1-се мәктәбе алдында ҡуйыла. Һәйкәл булдырыу идеяһы 1968 йылда мәктәптең 30 йыллығын билдәләгәндә барлыҡҡа килә, унда мәктәпте тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышына киткән педагогтарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар итә. Мәскәү скульпторҙары Ю. Г. Орехов һәм В. Х. Думанян тарафынан бушлай башҡарылған һәйкәл мәктәп партаһына таянып торған, урта йәштәге ябыҡ ғына кәүҙәле ир-атты кәүҙәләндерә, ул дәрес алып барған уҡытыусыны символлаштыра. Постаментта «Рәхмәтле уҡыусыларҙан Уҡытыусыға» тигән һүҙҙәр уйылған.

Һарытауҙа 1999 йылдың 1 сентябрендә асылған «Тәүге ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыға» һәйкәле Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыға айырым бағышланған тәүге һәйкәл тип һанала. 1918 йылға тиклем ул Александр II монументының өлөшө була, әммә революциянан һуң яңыса үҙгртелә һәм педагогтарға бағышлана[17].

Башҡа ҡалаларҙағы билдәле һәйкәлдәр

  • Силәбе: Балаһы менән ҡатын-ҡыҙҙы кәүҙәләндергән композиция йыш ҡына тәүге уҡытыусы менән ассоциациялана. Скульптор Анна Шарикова үҙенең уҡытыусы булған әсәһе образын ҡулланған[18]. Һәйкәл 2014 йылда урындағы халыҡ инициативаһы буйынса «12 яҡшы эш» конкурсы буйынса ҡуйылған[18].
  • Мәскәү: 2010 йылдың 2 октябрендә 1925-се белем биреү үҙәге территорияһында ике уҡыусы менән уҡытыусыны һынландырған скульптура төркөмө асыла. Проект авторы — архитектор Евгений Кашов.
  • Стәрлетамаҡ (Башҡортостан): 31-се мәктәп янында йәш уҡытыусы һәм уның уҡыусыһын кәүҙәләндергән скульптура композицияһы урынлашҡан. Авторҙар — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы ағзалары Рөстәм Хасанов менән Радик Хөсәйенов, архитекторы — Владимир Харжевский[19]. Һәйкәл 2010 йылда ҡуйылған.
  • Ставрополь: Халыҡ йыйған аҡсаға эшләнгән һәйкәл 2006 йылдың 3 октябрендә Ставрополь дәүләт университеты алдында асыла.
  • Сочи: 2008 йылда скульптор Петр Хрисанов яһаған һәйкәл ҡуйыла. Ул дүрт бронза фигуранан (рус.)баш. тора: өс уҡыусы һәм XIX быуатта Волковка ауылында тәүге мәктәп асҡан уҡытыусы Мария Арсеньевна Быкова. Постаментҡа «Уроки Ваши мыслить заставляют, дерзать, творить и верить в чудеса…» тигән һүҙҙәр уйылған[18].
  • Дмитров: 2003 йылда Кропоткин урамында линейка һәм журнал тотоп, уҡыусыларына табан барған йәш уҡытыусының скульптураһы ҡуйыла. Уның образы, фаразлауҙар буйынса, Наталья Гончарованан илһамландырылған[18].
  • Липецк: «1 сентябрь» һәйкәле 2010 йылда 44-се мәктәп ишеге алдында асыла. Авторы, халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук, һөнәрҙең абруйын һәм уҡытыусы менән уҡыусыларҙың берҙәмлегенә баҫым яһау маҡсатында, йәш уҡытыусы-ҡыҙҙы кәүҙәләндергән[18].
  • Санкт-Петербург: 2010 йылда скульптор Андрей Гуляев эшләгән һәйкәл ҡуйыла. Ҡулдар рәүешендәге мемориал уҡытыусының ҡайғыртыуын, ә ус эсенән осоп сыҡҡан ҡоштар — уҡыусылар быуындарын символлаштыра. Постаментта Константин Ушинскийҙың «Дело учителя, скромное по наружности, — одно из величайших дел в истории» тигән һүҙҙәре уйылған[18].
  • Новосибирск: 2010 йылда урындағы халыҡ башланғысы менән эскәмйәлә ултырған һәм уйнап йөрөгән балаларға ҡарап торған уҡытыусы һәйкәле ҡуйыла. Авторы — скульптор Алексей Дьяков. Һәйкәл Уҡытыусылар скверында урынлашҡан[18].
  • Рязань: 2024 йылда Ленин урамындағы Педагогтар скверында уҡытыусыға скульптор Олег Седов яһаған һәйкәл асыла.

Шулай уҡ Белгород, Ульяновск, Брянск, Орёл, Красноярск, Надым, Волгоград, Аткарск, Томск, Иркутск һәм Ырымбур ҡалаларында уҡытыусыға һәйкәлдәр ҡуйылған[18].

Иҫкәрмәләр

  1. День учителя в России: когда отмечают, история и традиции. Кубань 24. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  2. Что такое День учителя. istracult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2026.
  3. Краткий курс истории. День учителя. История. РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 10 август 2025 года.
  4. Всемирный день учителя (5 октябрь 2018). 1 июнь 2026 тикшерелгән.
  5. В Минпросвещения заявили, что в России на одного учителя в среднем приходится более 13 школьников. Учительская газета (4 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 27 июль 2025 года.
  6. День учителя (26 сентябрь 2024). 1 июнь 2026 тикшерелгән.
  7. 1 2 День учителя 2025: когда поздравлять педагогов и что можно дарить. piter.tv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  8. 1 2 В России стартует Большая учительская неделя. Учительская газета (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 15 июль 2025 года.
  9. Тема Большой учительской недели в 2024 году – «Учителя – герои». НИА (27 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2024.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 What is Teachers’ Day and Why Do We Celebrate it? (ингл.). Edarabia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 24 октябрь 2021 года.
  11. Дату празднования Дня учителя изменили в Казахстане. Пресс-служба Правительства Республики Казахстан (10 март 2023).
  12. Указ Президента РФ от 03.10.1994 № 1961 «О праздновании дня учителя». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 29 сентябрь 2017 года.
  13. What is Teachers’ Day and Why Do We Celebrate it? (ингл.). Edarabia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 24 октябрь 2021 года.
  14. Australia Recognizes World Teachers' Day 2007 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған.
  15. Historia (исп.). jardindeinfantesdfs.com.ar. Архивировано 20 август 2011 года.
  16. 教師節的由來 (ҡыт.). Синьхуа (5 сентябрь 2008). Архивировано 13 сентябрь 2011 года.
  17. Памятник первой учительнице в Саратове // Тонкости туризма. — Дата обращения: 01.10.2025.
  18. 1 2 3 4 5 6 7 8 Луговская Е. В каких городах России установлены памятники учителям: Сочи, Липецк, Торопец, Челябинск и другие // Мел. — 2021. — 13 января. — Дата обращения: 01.06.2026.
  19. Памятник Первой учительнице // МБОУ «СОШ № 31» г. Стерлитамак. — Дата обращения: 01.06.2026.

Тема буйынса өҫтәмә