Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө

Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө — Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың 2000 йылдың 11 ноябрендәге 1867-се Указы менән раҫланған геодезистар һәм картографтарҙың күсмә даталы рәсми һөнәри байрамы. Йыл да марттың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә[1].

Тарихы

Тап март айында Рәсәй геодезияһы һәм картографияһына бәйле мөһим ваҡиғалар була. 1720 йылда Петр I Рәсәйҙә картографик съёмкаға башланғыс һалған указға ҡул ҡуя[2]. 1919 йылдың 15 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан РСФСР халыҡ хужалығы юғары советының Ғилми-техник бүлеге ҡарамағындағы «Юғары геодезия идаралығын (ВГУ) булдырыу тураһында»ғы декретҡа ҡул ҡуйыла[3].

undefined

Саралар

Ғәҙәттәгесә, байрам хөрмәтенә был һөнәр вәкилдәренә иғтибарҙы йәлеп иткән лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, китап күргәҙмәләре һәм башҡа мәғрифәтселек саралары үткәрелә.

2017 йылда Пермь дәүләт тикшеренеү университетының ғилми китапханаһында геодезия һәм картография мәсьәләләренә арналған әҙәбиәт күргәҙмәһе ойошторола.

2020 йылда Шушенск ауыл хужалығы колледжында геодезист һәм картограф көнө хөрмәтенә уҡыусылар өсөн мәғрифәтселек саралары үткәрелә[4].

2022 йылда, байрамға бағышлап бөтә Рәсәй буйынса (Мәскәү[5], Тамбов[6] һәм Екатеринбург[7], Тавда[7]), Росреестр «Геодезия объективта» тигән фотоһүрәттәр күргәҙмәләре үткәрә. Шул уҡ йылда Хакасияның Күп функциялы үҙәгендә XX быуатта геодезия һәм картография үҫешенә арналған фотокүргәҙмә ойошторола[8].

2023 йылда Рус география йәмғиәтенең сыуаш бүлексәһе И. Н. Ульянов исемендәге университет студенттары һәм уҡытыусылары менән бергә «Рәсәй донъя карталарында — боронғонан бөгөнгөгә тиклем» мәғрифәтселек сараһын ойоштора[9][10]. Росреестрҙың Марий Эл буйынса бүлексәһе «Геодезия һәм картографияның оло йөрәктәре» патриотик күргәҙмәһен үткәрә[11]. 2023 һәм 2024 йылдарҙа байрамға Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш бүлексәһе Үҙәк ғилми китапханаһында «Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта геодезия һәм картография» исемле китаптар күргәҙмәһе әҙерләнә[12][13].

2024 йылда Рәсәй дәүләт китапханаһында байрам көнөндә «Картография-2024» китап күргәҙмәһендә төрлө ватан һәм сит ил атластары һәм карталары күрһәтелә[14].

2025 йылда Алтай дәүләт аграр университеты геодезист һәм картограф һөнәренә арналған бер нисә белем биреү һәм мәғрифәтселек сараһы әҙерләй[15]. Буртаков китапханаһы — Башҡортостандағы Буртаковка ауылындағы 6-сы филиал — «Геодезистар һәм картографтар» мәғлүмәт сәғәте ойоштора[16].

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Президент России. special.kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  2. Эпоха великих петровских реформ: карты и атласы XVIII века. rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026.
  3. Столетний путь Декрета «Об учреждении высшего геодезического общества» — Центр государственной кадастровой оценки. cgko.sakha.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  4. Magneex web-studio. День работника геодезии и картографии | Шушенский Сельскохозяйственный Колледж. xn--j1anmk.xn--p1ai. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  5. В управлении Росреестра по Москве проходит фотовыставка «Геодезия в объективе», организованная при участии Мосгоргеотреста - ГБУ Мосгоргеотрест. 2 март 2026 тикшерелгән.
  6. В тамбовском Росреестре открылась уникальная фотовыставка «Геодезия в объективе». 2 март 2026 тикшерелгән.
  7. 1 2 Геодезия в объективе. adm-tavda.ru (25 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  8. В Хакасии организовали ретро-выставку ко Дню работников геодезии и картографии. amotash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  9. День работников геодезии и картографии (10 март 2023). 2 март 2026 тикшерелгән.
  10. Administrator. День работников геодезии и картографии. igf.chuvsu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  11. В Йошкар-Оле организована патриотическая выставка «Большие сердца геодезии и картографии» — «Йошкар-Ола» | городская газета. gg12.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  12. Выставка, посвященная Дню работников геодезии и картографии России – Центральная научная библиотека Дальневосточного отделения Российской академии наук. cnb.dvo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  13. Выставка приуроченная ко Дню работников геодезии и картографии – Центральная научная библиотека Дальневосточного отделения Российской академии наук. cnb.dvo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  14. Инфодизайн. Выставка «Картография-2024» (Москва, 3 февраля – 29 марта 2025 г.) - Новости / Календарь событий / Главная. GEOPROFI.RU Электронный журнал по геодезии, картографии и навигации. geoprofi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  15. Студентов и преподавателей АГАУ приглашают посетить мероприятия, приуроченные ко Дню геодезиста | P-Reliz.ru (ингл.). p-reliz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  16. Информационный час «Геодезисты и картографы» 2025, Мечетлинский район — дата и место проведения, программа мероприятия. 2 март 2026 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә