Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө (Рәсәй)
Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө (рус. День работника статистики (Россия)) — статистика өлкәһендә эшләгән белгестәрҙең, шул иҫәптән дәүләт статистика органдары хеҙмәткәрҙәренең, аналитиктарҙың һәм шәхси статистика ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Рәсәйҙә йыл һайын 25 июндә билдәләнә.
Берләшкән Милләтәр Ойошмаһының Статистика комиссияһы иғлан иткән Бөтә донъя статистика көнө 20 октябрҙә биш йылға бер тапҡыр билдәләнә. Элекке СССР республикаларында статистиктарҙың һөнәри байрамын төрлө көндәрҙә: Ҡаҙағстанда 8 ноябрҙә, Украинала 5 декабрҙә, Белоруссияла 23 августа билдәләйҙәр.
Тарихы
Рәсәйҙә статистика хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүен XVIII быуат аҙағы менән бәйләйҙәр. Шул ваҡытта ирекле эшҡыуарлыҡтың үҫеше сәбәпле уның иҡтисадҡа һәм йәмәғәт тормошона йоғонтоһон өйрәнеү кәрәклеге барлыҡҡа килә.
1802 йылдың сентябрендә Император тарафынан «Юғары манифест» раҫланған. Уға ярашлы Хөкүмәт Сенаты аша һәр министр уға ышанып тапшырылған бөтә ведомстволар менән идара итеү буйынса йыл һайын яҙма отчет бирергә тейеш була. Тап ошо датанан Рәсәйҙә рәсми статистика хеҙмәте эшмәкәрлеген ойоштороу башлана.
1811 йылдың 20 мартында император Александр I Полиция Министрлығы ҡарамағында Карл Герман етәкселегендә статистика бүлеге ойоштроу тураһында манифестҡа ҡул ҡуя.
1834 йылда Эске эштәр министрлығы Советында махсус Статистика бүлеге булдырыла. Бүлектең маҡсаты — Эске эштәр Министрлығына ҡараған бөтә өлкәләрҙең торошон ентекле һәм теүәл тасуирлау. Шул уҡ йылда губернияларҙа губернатор ҡарамағындағы Статистика комитеттары асыла башлай. Улар йылына бер тапҡыр отчет туплаусы йәмғиәт башланғысындағы ойошма була. Тарихи Башҡортостан биләмәһендә губерния статистика комитеты 1834 йылдың 9 мартында, яңы стиль буйынса 21 мартҡа тура килә, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Өфөлә ойошторола.
1863 йылда Александр II Эске эштәр Министрлығы ҡарамағында Статистика советын һәм Үҙәк статистика кабинетын раҫлай. Улар урындағы статистика комитеттарынан һәм башҡа ведомстволарҙан килгән мәғлүмәттәр эшкәртеү өсөн яуаплы була.
1866 йылда «Статистический временник Российской империи» исемле статистика белешмә йыйынтығы беренсе тапҡыр баҫтырыла.
Рәсәй империяһының беренсе Дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылдың 28 ғинуарында (9 февраль) бер үк датаға бөтә халыҡтан туранан-тура һорау алыу юлы менән үткәрелә.
1918 йылда Үҙәк статистика идаралығы ойошторола. Халыҡ һанын, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттарын даими иҫәпкә алыу уның бурысы булып тора. 1920 йылдың авгусында бөтә Рәсәйҙә киң йүнәлешле халыҡтың демографик-профессиональ торошон, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиеларын ҡыҫҡаса иҫәпкә алыу ойошторола. Был Совет дәүләт статистикаһы өлкәһендәге ҙур ваҡиға булып тора. Тикшеренеүҙәр нигеҙендә дәүләт пландары, шул иҫәптән Рәсәйҙе электрлаштырыуҙың Дәүләт планы төҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Үҙәк статистика идаралығы һәм урындағы инспектуралар хеҙмәт һәм матди ресурстарҙы оператив иҫәпкә алыу, етештереү көстәрен илдең көнсығыш райондарына күсереүҙе күҙәтеү буйынса мөһим бурыстарҙы хәл итә.
1987 йылда хөкүмәт ҡарары менән СССР-ҙың Үҙәк статистика идаралығы СССР-ҙың Статистика буйынса Союз-республика дәүләт комитеты итеп үҙгәртелә[1].
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң илдә яңы социаль һәм иҡтисади йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Уларҙы өйрәнеү маҡсатында Рәсәй статистика хеҙмәтенең принциптарын яңыртыуҙы һәм халыҡ-ара стандарттарға күсеүҙе талап итә. Бының өсөн бер нисә дәүләт программаһы төҙөлә, Рәсәй белгестәре Евростат, Берләшкән Милләтәр ойошмалары, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя банкы һәм башҡа учреждениелар менән берлектә эшләй[2].
2004 йылдың мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ойошторола[3].
Рәсәйҙә статистика хеҙмәткәрҙәре көнө 2014 йылда Росстат бойороғо менән раҫлана[4].
Традициялар
25 июндә статистика учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Статистика хеҙмәткәрҙәре көнөндә шулай уҡ ветерандарҙы һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен бүләкләйҙәр.
Кемдәр билдәләй
Статистика хеҙмәткәрҙәре көнөн Росстат хеҙмәткәрҙәре, аналитиктар, шәхси статистика ойошмалары хеҙмәткәрҙәре билдәләй.
2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Росстат составына 66 территориаль статистика органы, шулай уҡ 22 идаралыҡты берләштергән Үҙәк аппарат инә. Росстатта 17 меңдән ашыу кеше эшләй, шуларҙың 15 580-не дәүләт хеҙмәткәрҙәре, 92 % — ҡатын-ҡыҙҙар, 8 % — ир-егеттәр[5].
Хәҙерге статистика
Росстат йәмғиәттең иҡтисади һәм социаль тормошонда барған күмәк процестар һәм күренештәр тураһында статистик мәғлүмәттәр йыя, эшкәртә, һаҡлай һәм анализлай. Рәсәй Федерацияһының состав субъекттары өсөн үҫеш стратегиялары рәсми статистикаға нигеҙләнеп төҙөлә. Халыҡ иҫәбен алыуҙан һәм статистик күҙәтеүҙәрҙән тыш, дәүләт статистикаһы шулай уҡ социаль мәғлүмәт менән идара итә: халыҡ, хеҙмәт шарттары, мәшғүллек һәм эшһеҙлек, килем һәм сығымдар, социаль хәл, ауырыуҙар һәм инвалидлыҡ тураһында демографик мәғлүмәттәр, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары тураһында мәғлүмәттәр. Росстаттың бөгөнгө бурыстары статистиканы үҙәкләштереүҙе һәм мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртергә яңы технологиялар эшләүҙе үҙ эсенә ала[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хронология российской статистики. Федеральная служба государственной статистики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2024.
- ↑ 25 июня — День работника статистики в 2023 году: история и традиции праздника. Известия (24 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 09.03.2004 г. № 314. О системе и структуре федеральных органов исполнительной власти. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2024.
- ↑ Установление профессионального праздника - Дня работника статистики. Российская газета. Документы (20 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2024.
- ↑ Российские статистики отмечают профессиональный праздник. РИА Новости (25 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2029.
- ↑ Пресс-релиз: 25 июня – День работника статистики. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.