Орнитологтар көнө
Орнитологтар көнө— Рәсәйҙә йыл һайын 19 февралдә билдәләнгән һөнәри байрам[1]. Байрам элекке СССР республикаларында 1983 йылдан башлап билдәләнә башлай — быйыл 19 февралдә СССР фәндәр Академияһы ҡарамағында «Бөтә союз орнитология йәмғиәте» ойошторола[2]. 1992 йылдан йәмғиәт «Мензбиров орнитология йәмғиәт»е исемен йөрөтә.
Тап Бөтә союз орнитология йәмғиәтенең ойоштороу съезында 1983 йылдың 19 февралендә «Орнитология йәмғиәте»нә нигеҙ һалыу көнөн рәсми булмаған Орнитологтар көнө тип иҫәпләргә тәҡдим ителә[3].
Орнитологтарҙың тәбиғәтте һаҡлауға өлөшө
Күп ҡоштарҙың төрҙәре йәшәү мөхитен юғалтыу, браконьерлыҡ һәм климат үҙгәреүе арҡаһында ҡурҡыныс аҫтында. Орнитологтар, тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеп, был төрҙәрҙе күҙәтеү һәм һаҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Уларҙың тырышлығы арҡаһында күп һирәк осрай торған төрҙәрҙең популяцияһы һаҡланып ҡала.
Орнитолог көнө тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм ҡанатлыларҙы өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ғүмерен арнаған тикшеренеүселәргә ихтирамлы мөнәсәбәттең мөһимлеген иҫкә төшөрә.
Орнитолог көнөндәге саралар
Был көндө ҡоштар тураһында мәғлүмәтте арттырыуға һәм уларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө саралар уҙғарыла. Орнитологик ойошмалар һәм экологик берекмәләр балалар һәм ололар өсөн экскурсиялар, лекциялар, күргәҙмәләр һәм конкурстар ойоштора, ҡоштарға һәм уларҙың тәбиғәт өсөн әһәмиәтенә иғтибар йәлеп ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министерство экологии и природных ресурсов Нижегородской области — День орнитолога — 19 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2015. Архивировано 23 февраль 2015 года.
- ↑ В России сегодня отмечается день орнитолога Архивная копия от 23 февраль 2015 на Wayback Machine
- ↑ Союз Охраны птиц — С Днем орнитолога! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2015. Архивировано 23 февраль 2015 года.