Бөтә донъя күсмә ҡоштар көнө

Бөтә донъя күсмә ҡоштар көнө (World Migratory Bird Day; WMBD) — йыл һайын майҙың икенсе шәмбеһендә һәм икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнгән халыҡ-ара экологик байрам. Ул АҠШ-тағы Корнелл университеты лабораторияһының орнитологтары тәҡдиме буйынса 1993 йылдан алып үткәрелә.

Байрам 1993 йылда Корнелл лабораторияһы орнитологтары инициативаһы буйынса ойошторолдо. Иң тәүҙә ул башлыса Төньяҡ Америкала билдәләнһә лә, ваҡыт үтеү менән ул донъя кимәлендә киң танылыу тапты. 2016 йылдан алып төп байрам көнө тип 10 май билдәләнгән. 2018 йылдан алып WMBD рәсми рәүештә йылына ике тапҡыр — яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендә — үткәрелә, был ҡоштарҙың миграцияһының ике төп осорона тура килә.[1]

Тасуирлама

Байрамдың маҡсаты — йәмғиәт иғтибарын глобаль экологик үҙгәрештәргә йүнәлтеү. Улар экосистемаларҙы, шул иҫәптән ҡоштарҙың ареалдарын (ҡышҡы һәм йәйге) боҙа, шулай уҡ ҡоштарҙың үрсеүе, күсеүе һәм инкубацияһы өсөн ғәҙәттәге тәбиғи шарттарҙы кире ҡайтарыуҙы күҙаллай.

2016 йылдан алып байрам 10 майҙа билдәләнә.

Бөтә донъя күсмә ҡоштар көнө — йыл һайын үткәрелгән мәғлүмәт таратыу кампанияһы. Ул күсмә ҡоштарҙы һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был — глобаль йүнәлешле сара, ҡоштарға янай торған хәүефтәр, уларҙың экологик әһәмиәте, һәм һаҡлау өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлек кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт таратыуҙың һөҙөмтәле ысулы.

Саралар

Һәр йыл һайын, WMBD сиктәрендә, бөтә донъяла төрлө саралар ойошторола:

  • Ҡоштарға бағышланған фестивалдәр һәм байрамдар,
  • Белем биреү программалары һәм дәрестәр,
  • Күргәҙмәләр,
  • Орнитологик экскурсиялар һәм ҡоштарҙы күҙәтеүҙәр,
  • Онлайн-акциялар һәм социаль селтәрҙәге саралар.

Был саралар төрлө илдәрҙә йә төбәктәрҙә төрлө ваҡытта уҙғарылыуы мөмкин, сөнки миграция миҙгеле бөтә ерҙә лә бер ваҡытта булмай. Әммә төп халыҡ-ара байрам көнө — 10 май.

1918 йылда уҡ «Күсмә ҡоштар тураһында халыҡ-ара килешеү»гә ҡул ҡуйыла. Әммә ул ҡоштарҙың миграцияһы менән бәйле проблемаларҙы тулыһынса хәл итмәй.

Бөгөнгө көндә һәр унынсы күсмә ҡош төрө юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында. Бының сәбәптәре:

  • йәшәү мөхитен юғалтыу,
  • климат үҙгәреше,
  • тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы,
  • аулау һәм браконьерлыҡ,
  • яҡтылыҡ һәм тауыш бысраныуы — ҡоштарҙың йүнәлеш тоторға һәләтенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Иң оҙон миграцияны поляр сарлаҡтар[ru] башҡара — улар йылына Арктика менән Антарктика араһында 70 000 км-ҙан ашыу ара үтә.
  • Ҡайһы бер ҡош төрҙәре Ерҙең магнит ҡырына, ҡояшҡа һәм йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеш ала.
  • Миграциялар ҡоштарға экстремаль шарттарҙан ҡасып, үрсеү һәм туҡланыу өсөн уңайлы урындар табырға ярҙам итә.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Всемирный день мигрирующих птиц. ИнфоУрок.
  2. Всемирный день мигрирующих птиц. Республиканская научно-техническая библиотека.