Географтар көнө

Гео́графтар көнө (рус.  День географа) — Рәсәй Федерацияһында география тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы, йыл һайын 18 августа билдәләнә. Рәсәй Президенты В. В. Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад үҫеш министрлығының 2020 йылдың 3 апрелендәге 198-се бойороғо менән раҫланған[1].

Байрам датаһы Император Рус география йәмғиәте нигеҙләнгән көнгә — 1845 йылдың 18 авгусына тап килтерелгән[2].

Тарихы

Тәүшарттар

1845 йылдың 18 авгусында император Николай I эске эштәр министры граф Л. А. Перовскийҙың (рус.)баш. Санкт-Петербургта "Император Рус география йәмғиәт"ен булдырыу тураһындағы тәҡдимен раҫлай. Уны булдырыу башланғысы менән адмирал Ф. П. Литке сығыш яһай[3]. Тарих дауамында йәмғиәт төрлөсә атала: Дәүләт география йәмғиәте (1926—1938), Бөтә Союз география йәмғиәте (1938—1992); 1992 йылдан — Рус география йәмғиәте (РГО). 1956 йылдан РГО Халыҡ-ара география союзына инә[1].

Байрамды булдырыу

Рус география йәмғиәте Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путинға «Географ көнөн» булдырыу башланғысы менән мөрәжәғәт итә[2].

2019 йылдың 15 майында Рәсәй Президенты был башланғысты хуплай һәм ил халҡы араһында географияны популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы билдәләй[1].

2020 йылдың 3 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының 198-се бойороғо менән (министр М. Г. Решетников) байрам көнө итеп 18 август — Император Рус география йәмғиәте нигеҙләнгән көн билдәләнә. Географ көнөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин бойороғона ярашлы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡул ҡуйҙы[1][2].

Байрамды булдырыуҙың төп маҡсаты булып Рәсәй географтарының ил һәм донъя география фәне алдындағы ҡаҙаныштарын таныу тора[2].

Байрам итеү

«Рус география йәмғиәте»нең 180 йыллығы йылында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «Рус география йәмғиәте»нең дүрт ағзаһына «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» исемен бирҙе. Бөгөнгө көнгә торошло, был исем 19 ғалим, сәйәхәтсе, йәмәғәт эшмәкәренә бирелгән.

Ҡатнашыусылар

Географ көнө география фәненең төрлө йүнәлеш белгестәрен берләштерә: геоморфологтарҙы, ландшафт белгестәрен, криолитологтарҙы, гляциологтарҙы, палеогеографтарҙы, гидрологтарҙы, океанологтарҙы, экологтарҙы, тупраҡ белгестәрен, метеорологтарҙы, климатологтарҙы, биогеографтарҙы, картографтарҙы, геодезистарҙы, геоинформацион системалар белгестәрен, геоинформатиктарҙы, иҡтисад-географтарҙы, демографтарҙы, илдәрҙе өйрәнеүселәрҙе һәм башҡаларҙы[2].

Байрам ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан билдәләнә, шул иҫәптән:

  • Рус география йәмғиәте;
  • РФА География институты;
  • РФА Себер бүлексәһенең География институты;
  • РФА Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Тымыҡ океан география институты;
  • Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институты.

Шулай уҡ уны юғары уҡыу йорттарының география факультеттары уҡытыусылары һәм студенттары, мәктәп география уҡытыусылары һәм коммерция ойошмаларында эшләүсе географтар билдәләй[2].

Бүләкләүҙәр

Йыл һайын байрам сиктәрендә география фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе бүләкләү тантаналары уҙғарыла[2]:

  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» маҡтаулы исеме;
  • Константинов миҙалы — бөйөк кенәз Константин Николаевич тарафынан 1846 йылда булдырылған Рус география йәмғиәтенең юғары бүләге[3];
  • Ғилми хеҙмәттәр өсөн ҙур алтын миҙал;
  • П. П. Семёнов-Тян-Шанский исемендәге миҙал;
  • Ф. П. Литке исемендәге миҙал;
  • Н. М. Пржевальский исемендәге миҙал һәм башҡалар.
  • «Рус география йәмғиәтенә 175 йыл» миҙалы;
  • 2014 йылдан Рус география йәмғиәте премияһы тапшырыла.

Саралар

Рус география йәмғиәте күргәҙмәләр, кино күрһәтеү һәм тематик лекциялар ойоштора[3].

2020 йылда байрам тәүге тапҡыр үткәрелгәндә (Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығы менән бер үк ваҡытта) бер нисә сара уҙғарыла[3][2]:

  • Рус география йәмғиәтенең Мәскәү лекторийында сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр менән лекциялар һәм осрашыуҙар үтә, шул иҫәптән тәбиғәт фотографы И. П. Шпиленоктың («Йөҙ ҡурсаулыҡ йылы»), ҡырағай тәбиғәт фотографы С. В. Горшковтың («Ҡырағай тәбиғәт объективта»), капитан Н. К. Зорченконың («Паллада» һәм «Седов» елкәнле кәмәләрендә йөҙөү тураһында), продюсер һәм режиссёр Г. Л. Васильевтың («Мульти-Рәсәй» мультфильмдар серияһын булдырыу) сығыштары була;
  • Санкт-Петербургта Волков лютеран зыяратында Ф. П. Литке ҡәберенә һәм Петропавловск ҡәлғәһендә император Николай I ҡәберенә сәскәләр һалына; Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты А. Н. Чилингаров Петропавловск ҡәлғәһенең Нарышкин бастионынан атыу яһай;
  • Санкт-Петербургтағы «Рус география йәмғиәте»нең Төп фатирында почта маркаһын һүндереү тантанаһы уҙа, шулай уҡ «Рәсәйҙе өйрәнеүгә 175 йыл: география, этнография, статистика» һәм «Донъя тирәләй сәйәхәт» күргәҙмәләре ойошторола, унда Рус география йәмғиәте фондтарынан уникаль баҫмалар, шул иҫәптән 1745 йылғы «Рәсәй атласы» данаһы күрһәтелә;
  • Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә «География төнө» акцияһы (лекциялар, квесттар һәм күргәҙмәләр) уҙғарыла; атап әйткәндә, Абаканда «Хакас» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында «Күсмә ҡоштар — континенттар бәйләнеше» тигән тура эфир уҙа, Тунистағы (Сус) Россотрудничество вәкиллегендә «Антарктида. Беҙ уның тураһында нимә беләбеҙ?» викторинаһы үткәрелә, Тирасполдәге Приднестровье Рус география йәмғиәте үҙәгендә онлайн-лекция ойошторола.

«География төнө» проекты һәм Географтар көнөнә арналған башҡа саралар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үтә. Акцияға Әрмәнстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм башҡа илдәр ҙә ҡушыла.

undefined

Иҫтәлекле объекттар

2020 йылда Краснодарҙа Географ көнөнә ҡарата Рус география йәмғиәтенең «45-се параллель» скульптураһы ҡуйыла һәм өс «географик трамвай» ебәрелә[4].

Байрамға ҡарата «18 август — Географ көнө» тигән нәфис маркалы почта конверты сығарыла.

undefined

Бәйле һөнәри байрамдар

Рәсәйҙең география фәне менән бәйле һөнәри байрамдары[2]:

БМО-ның география темаһына бәйле халыҡ-ара көндәре[2]:

Билдәле ватан географтары

Рәсәй империяһы, СССР һәм Рәсәйҙең географтары[3]:

Башҡортостанда Географтар көнө

Башҡортостанда был көндә Рус география йәмғиәтенең профиль сменаһы, квесттар, спилс-карталар чемпионаты, географик фильмдар күрһәтеү ойошторола. Республиканың төрлө райондарында уҡыусылар өсөн лекциялар, күргәҙмәләр, интерактив уйындар үтә.

2025 йылда Өфөлә Географтар көнөнә арналған саралар Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең 70 йыллығын байрам итеү менән берлектә үткәрелде. Әүҙем географтарға Рус география йәмғиәтенең ағзалыҡ билеттары, «Урал барсы» һәм «Башҡортостан тирәләй» маршруттарын үткәндәргә түш билдәләре, Рәхмәт хаттары, Почёт грамоталары тапшырыла. Рәсәй кимәлендә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» исеме, Рус география йәмғиәтенең Ҙур алтын миҙалы, Семёнов миҙалы тапшырыла.

Шулай уҡ йыл һайын География диктанты 1000-дән ашыу майҙансыҡта үтә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Правительство объявило 18 августа Днём географа. 26 июнь 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 День географа 2025: какого числа, история и традиции праздника. 26 июнь 2026 тикшерелгән.
  3. 1 2 3 4 5 День географа в России в 2025: какого числа, традиции, что подарить (13 август 2024). 26 июнь 2026 тикшерелгән.
  4. В Краснодаре к 175-летию РГО установили скульптуру «45 параллель» (18 август 2020). 26 июнь 2026 тикшерелгән.
  5. В Уфе отметили 70-летие Башкирского отделения Русского географического общества. Республика Башкортостан (8 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә