Семёнов-Тян-Шанский Пётр Петрович

Семёнов-Тян-Шанский Пётр Петрович (1906 йылдан документтарҙа һәм артабанғы историографияла Семёнов-Тян-Шанский булараҡ билдәле; 2 ғинуар 1827 йыл26 февраль 1914 йыл — урыҫ география белгесе һәм сәйәхәтсеһе, ботаник, статистик, экономист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тянь-Шань тауҙарын тасуирлағаны өсөн фамилияһына «Тян-Шанский» ҡушымтаһы өҫтәлә (1906).

Император Рус география йәмғиәтенең вице-рәйесе (1873) һәм Рус энтомология йәмғиәтенең президенты (1889). Император Фәндәр академияһының (1873) һәм Художество академияһының (1874) почётлы ағзаһы. Хөкүмәт Сенатының 2-се (крәҫтиән) департаменты сенаторы (1882). Дәүләт советы ағзаһы (1897). Рус тау йәмғиәте ағзаһы (1900). Рәсәй университеттарының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Витебск губернаһының ғилми архив комиссияһының почётлы ағзаһы.

18561857 йылдарҙа Тянь-Шань тауҙарын тикшергән, тау системаһының орографияһы һәм бейеклек зоналығы схемаһын тәүге тапҡыр төҙөүсе. Үҙәк Азияға бер нисә экспедицияны башлап ебәреүсе. 1859—1860 йылдарҙа 1861 йылғы крәҫтиән реформаһын әҙерләү буйынса Редакция комиссияһының эксперт-ағзаһы һәм идара итеүсеһе. 1897 йылда Рәсәй империяһында халыҡтың беренсе иҫәбен алыуҙы ойоштороусы.

Биографияһы

Пётр Петрович Семёнов-Тян-Шанский 1827 йылдың 2 (иҫкесә 14) марында хәҙерге Липецк өлкәһе Чаплыгин районы Рязанка ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы офицер һәм яҙыусы Пётр Николаевич Семёнов ғаиләһендә тыуған. Дүрт бала араһынан Пётр өсөнсөһө була. Атаһының имениеһында үҙ аллы белем ала, география менән мауығып, уның нигеҙендә ботаниканы өйрәнә, өй оранжереяһындағы һәм яҡындағы урмандағы үҫемлектәрҙе тикшерә. Атаһының вафатынан һуң, әсәһе аҡылындан яҙа. Пётр Петровичҡа алты йөҙ крәҫтиән йәне булған имение менән етәкселек итергә тура килә. 15 йәшендә Гвардия подпрапорщиктары һәм кавалерия юнкерҙары мәктәбенә уҡырға инә. Яҡшы хәрби карьера яһай алырлыҡ мөмкинселеге булһа ла, фәнде һайлай[3].

Гвардия подпрапорщиктары һәм юнкерҙар мәктәбендә уҡыуын 1845 йылда тамамлағас, Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында тәбиғәт фәндәре бүлегендә уҡый. Кандидат дәрәжәһенә имтихан тапшырғас, 1849 йылда Император Рус география йәмғиәтенә ағза итеп һайлана, һәм шул ваҡыттан йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнаша: тәүҙә физик география бүлеге секретары, һуңынан шул уҡ бүлектең рәйесе, 1873 йылдан йәмғиәттең вице-рәйесе[4].

Фәнни экспедициялары

Тәүге экспедицияһы Петербургтан Мәскәүгә Новгород аша үтеп, үҫемлектәрҙе өйрәнеү була. Ул артабан тикшеренеүҙәрен Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы һыҙатында — Воронеж губернаһында, Дондың үрге ағымында дауам итә. Һөҙөмтәлә ботаника магистры дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Артабан Европа буйлап сәйәхәт итә; Берлин университетында уҡыуын дауам итә. Унда Семёнов XIX быуаттың күренекле ғалимы Александр Гумбольдт менән таныша, уның Үҙәк Азияны тикшереү пландары менән уртаҡлаша. «Тянь-Шандан вулкан тоҡомо өлгөһөн алып кил», — тип үтенә унан Гумбольдт[5].

1851 йылда Ока һәм Дон йылғалары бассейнына сәфәр ҡыла, уның һөҙөмтәһе булып «Придонская флора в её отношениях с географическим распределением растений в Европейской России» тигән тикшеренеү эше тора. Был хеҙмәте менән ботаника магистры дәрәжәһенә эйә була. 1853 йылда Семёнов сит илгә юллана һәм өс йыл дауамында Берлин университетында лекциялар тыңлай, шул уҡ ваҡытта ул «Герман геология йәмғиәте хеҙмәттәрендә» «Über die Fossilien der Schlesischen Kohlenkalkes» тигән хеҙмәтен баҫтыра. Кабинет дәрестәренән ҡалған ваҡытын Германия, Швейцария һәм Италия буйлап күп һанлы фәнни сәфәрҙәргә бағышлай[5].

Тянь-Шань тау илен асыу

1856 йылда Карл Риттерҙың «Азия географияһы» тигән хеҙмәтенең беренсе томын үҙенең өҫтәмәләре менән баҫтыра. Шул уҡ йылда Рус география йәмғиәте ҡушыуы буйынса Тянь-Шань тау системаһын тикшереү өсөн экспедицияға юллана. Ике йыл эсендә Семёнов Алтай, Тарбағатай, Етеһыу тауҙарында, Ысыҡ-Күлдә була. Тянь-Шанға беренсе булып күтәрелә һәм иң бейек Хан-Тәңре тау төркөмөнә беренсе булып менә. Ысыҡ-Күлдә Сёменов каталан картаһында телгә алынған христиан монастырын эҙләй, ул хәҙерге ваҡытта Аҡ-Булундағы (Аҡ-Болон) археологик комплекс менән тиңләштерелә[6].

1856 һәм 1857 йылдарҙағы ике экспедиция барышында ул 23 тау үткәүелен тикшерә, 50 түбәнең бейеклеген билдәләй, 300 тау тоҡомо өлгөһө, бөжәктәр һәм моллюскылар коллекцияһын һәм 1000 үҫемлек экземплярын йыя, шул иҫәптән фәнгә билдәһеҙҙәрен дә, һәм Тянь-Шандың вулкан сығышлы булыуы тураһындағы иҫке ҡараштарҙы кире ҡаға. П. П. Семёнов экспедицияһы ваҡытында Томск рәссамы П. М. Кошаров яһаған һүрәттәр Санкт-Петербургтағы Рус география йәмғиәте архивында һаҡлана. 1906 йылдың 23 ноябрендәге Император указы менән Тянь-Шань тау илен асыуҙағы һәм беренсе тикшереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн уның фамилияһына «Тянь-Шанский» ҡушымтаһы өҫтәлә[3].

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

1858 йылда Семёнов крәҫтиән эштәре буйынса ҡатнашырға саҡырыла, ә 1859 йылда «Редакция комиссияларының» ағза-эксперты һәм мөдире итеп тәғәйенләнә. Я. И. Ростовцевтың яҡын хеҙмәткәрҙәренең береһе булараҡ, ул крәҫтиәндәрҙе азат итеү һәм 1861 йылдың 19 февралендәге Положениеларҙы төҙөү буйынса бөтә эштәрҙә әүҙем ҡатнаша[6].

1864 йылда В. И. Меллер менән берлектә Семёнов Урта Рәсәйҙәге девон һәм ташкүмер системалары араһындағы күсмә ҡатламдар тураһында геологик тикшеренеүҙе «Bulletin de l’Acad. Imper. des Sciences» баҫтырып сығара[7].

1864 йылда ул үҙәк статистика комитеты директоры итеп тәғәйенләнә, унда 16 йыл эшләй; 1875 йылда — статистика советы рәйесе, уны 1897 йылға тиклем етәкләй. Был ваҡыт эсендә ул рәсми статистиканың дөрөҫ системаһын ойоштора һәм статистика буйынса бер нисә эш башҡара (мәҫәлән, «Рәсәйҙә ер биләү статистикаһы» һәм халыҡ-ара статистика конгрестарында бер нисә доклад). Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы етәкләй[6].

1882 йылда Хөкүмәт сенатының 2-се (крәҫтиән) департаментына сенатор итеп тәғәйенләнә. 1873 йылда Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы итеп һайлана.

1888 йылда Семёнов Каспий аръяғы өлкәһе һәм Төркөстан буйлап сәйәхәт ҡыла, уның һөҙөмтәһе булып ҙур энтомологик коллекциялар йыйылмаһы тора, һәм «1888 йылда Төркөстан һәм Каспий аръяғы крайы» мәҡәләһе баҫылып сыға[7].

1896 йылда Семёнов Түбәнге Новгородтағы Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенең Себер бүлеген ойоштора, Париждағы бөтә донъя күргәҙмәһендә ситке бүлекте ойоштороусы була.

1897 йылда үткәрелгән Рәсәйҙең беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу Семёновтың төп етәкселеге аҫтында әҙерләнә һәм башҡарыла, ул ошо уңайҙан «Характерные выводы из первой всеобщей переписи» тигән мәҡәлә баҫтыра[6].

1897 йылдан Семёнов Дәүләт советы ағзаһы була, закондар департаментында ҡатнаша[6].

Ғаиләһе

1850 йылдың ҡышында Рязанка усадьбаһынан бер нисә километр алыҫлыҡтағы Гремячка ауылында Пётр Петрович Вера Александровна Чулкова (1833—1853) менән таныша; 1851 йылдың көҙөндә улар өйләнешә. 1852 йылда улдары Дмитрий тыуа; ярты йылдан һуң ҡатыны тиҙ арала үпкә ауырыуынан вафат була.

1861 йылда икенсе тапҡыр өйләнә — Елизавета Андреевна Заблоцкая-Десятовскаяға (1842—1915). Уларҙың ете балаһы тыуа: Ольга, Андрей, Мануил (1868—1871), Вениамин, Валерий (1871—1968), Измаил һәм Ростислав (1878—1893, туберкулездан үлә), ҡалғандары бөйөк атаһының эшен лайыҡлы дауам итеүселәр була. Биш улынан уның ун өс ейәне була[7].

undefined

Вафаты

Пётр Петрович Семёнов-Тян-Шанский 1914 йылдың 26 февралендә (11 март) Петербургта 88-се йәшендә үпкә шешеүенән вафат була. Смоленск православие зыяратында, 1906 йылда вафат булған ҡыҙы Ольга янында, ерләнә[8]. 1915 йылда, бер йылдан һуң, уның икенсе ҡатыны Елизавета Андреевна ла (1842—1915) шунда уҡ ерләнә, уның менән Петр Петрович 50 йылдан ашыу йәшәй. Ә 1942 йылдың апрелендә бында уларҙың улы Андрей Петрович Семёнов-Тян-Шанский (1866—1942) ерләнә, энтомолог, эколог, шағир, зоология профессоры, блокадала вафат була, шулай уҡ Пётр Петровичтың тағы ла ике улы ерләнгән. Ҡәберҙәге хәҙерге һәйкәл 1958 йылда ҡуйыла[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Pjotr Semjonov-Tjan-Sjanski // RKDartists (нидерл.)
  2. Хронология российской статистики (урыҫ)Росстат.
  3. 1 2 Семёнов-Тян-Шанский, История РФ, histrf.ru/. 11 июнь 2025 тикшерелгән.
  4. Петр Петрович Семёнов-Тян-Шанский: полвека во главе Русского географического общества, Национальная библиотека имени С.Г. Чавайна Республики Марий Эл (14 ғинуар 2022). 11 июнь 2025 тикшерелгән.
  5. 1 2 Фрадкин Г.. Учитель географов и его биография: как Пётр Семенов-Тян-Шанский совершал открытия, «объединив в своем лице геолога, ботаника и зоолога», Вокруг света. 12 июнь 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 3 4 5 Пятнов А. П.. Семёнов-Тян-Шанский Пётр Петрович, Большая российская энциклопедия (15 ноябрь 2023). 11 июнь 2025 тикшерелгән.
  7. 1 2 3 Богданов А.. Отец русской географии - Пётр Петрович Семёнов-Тян-Шанский. 11 июнь 2025 тикшерелгән.
  8. Биография Петра Семенова-Тян-Шанского. РИА Новости (14 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2025.
  9. Пирожков Г. В., Кобак А. В., Пирютко Ю. М. Смоленское православное кладбище // Исторические кладбища Санкт-Петербурга / А. В. Кобак, Ю. М. Пирютко. — Изд. 2-е, дораб. и испр. — М. : Центрполиграф ; СПб. : Русская тройка — СПб, 2011. — С. 345. — ISBN 978-5-227-02688-0. — OCLC 812571864.

Категориялар