Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө

Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө (БМО телдәрендә: ингл. World Environment Day, исп=Día mundial del medio ambiente, фр=Journée mondiale de l’environnement, ғәрәп=اليوم العالمي للبيئة , ҡыт=世界环境日) — тотош планетала тирә-яҡ мөхит проблемаларына кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн булдырылған көн. Йыл һайын бөтә донъяла 5 июндә билдәләнә .

Тарихы

БМО Генераль Ассамблеяһының 1972 йылдың 15 декабрендә үткән 27-се сессияһында иғлан ителә (№ A/RES/2994 (XXVII) резолюция).

Был көндө билдәләү датаһы 5 июнь — 1972 йылда Стокгольмда тирә-яҡ мөхит проблемалары буйынса БМО конференцияһы башланған көн алына.

Генераль Ассамблея резолюцияһында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы системаһына ингән дәүләттәр һәм ойошмаларҙы йыл һайын был көндө тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм яҡшыртыуға ынтылыштарын раҫлаған саралар үткәрергә саҡыра.

Генераль Ассамблеяның 27-се сессияһында шулай уҡ БМО системаһының яңы ойошмаһы — БМО-ның Тирә-яҡ мөхит программаһы (ЮНЕП) булдырыла. Тап ЮНЕП ҡанаты аҫтында йыл һайын Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө билдәләнә.

Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө тематикаһы һәм девиздары

Һәр йылдың тематикаһы һәм девизы билдәләнә, төп халыҡ-ара саралар үткәреү урыны һайлана.

undefined
  • 2021 год — «Ҡайтанан аңларға. Ҡайтанан булдырырға. Тергеҙергә»
  • 2020 год — «Тәбиғәт ваҡыты»
  • 2019 год — «Һауаны бысратыу менән көрәш»
  • 2018 йыл — «Пластик менән бысратыуға ҡаршы көрәш»
  • 2017 йыл — «Мин тәбиғәт менән»
  • 2016 йыл — «Ҡырағай хайуандарҙы законһыҙ рәүештә һатыуға ҡаршы һис түҙеп тормаусылыҡ сәйәсәте»
  • 2015 йыл — «Ете миллиард төш. Бер Планета. Һаҡлыҡ менән файҙалан»
  • 2014 йыл — «Тауышыңды күтәр, әммә диңгеҙ кимәлен түгел!» (ингл. Raise Your Voice Not The Sea Level)[1]
  • 2013 йыл — «Уйла. Аша. Һаҡла» (ингл. Think.Eat.Save)[2]
  • 2012 йыл — «Йәшел иҡтисад: ә һин уның өлөшөмө?»
  • 2011 йыл — «Урмандар: тәбиғәт биргәнде файҙаланып»
  • 2010 йыл — «Төрҙәр күплеге. Бер планета. Бер киләсәк»
  • 2009 йыл — «Һеҙҙең планетағыҙ һеҙгә мохтаж»
  • 2008 йыл — «Бәйлелектән ҡотол! Иҡтисадҡа юлда углерод бүлеп сығарыуҙы кәметеп!»
  • 2007 йыл — «Боҙ иреүе — Ҡыҙыу тема!»
  • 2006 йыл — «Сүлдәр һәм сүлләнеү — Ҡоролоҡло ерҙәрҙең сүлгә әйләнеүенә — юҡ!»
  • 2005 йыл — «„Йәшел ҡалалар“: Планета өсөн план!»
  • 2004 йыл — «Диңгеҙҙәр һәм океандар кәрәк! Үле түгел, тере килеш»
  • 2003 йыл — «Һыу — ике миллиард кеше уға ныҡ мохтажлыҡ кисерә!»
  • 2002 йыл — «Ергә мөмкинлек бирергә»
  • 2001 йыл — «Бөтә донъя тормош селтәренә инергә»
  • 2000 йыл — «Тирә-яҡ мөхиттең мең йыллығы — эшкә күсергә ваҡыт»
  • 1999 йыл — «Беҙҙең Ер — беҙҙең киләсәк. Ҡотҡарайыҡ уны!»
  • 1998 йыл — «Ерҙәге тормош хаҡына — диңгеҙҙәребеҙҙе ҡотҡарайыҡ»
  • 1997 йыл — «Ерҙәге тормош хаҡына»
  • 1996 йыл — «Беҙҙең Ер, беҙҙең көнкүреш мөхите, беҙҙең йорт»
  • 1995 йыл — «Беҙ, халыҡтар: глобаль тирә-яҡ мөхит хаҡына берләшеү»
  • 1994 йыл — «Бер Ер — бер ғаилә»
  • 1993 йыл — «Ярлылыҡ һәм тирә-яҡ мөхит — ҡулсаны өҙөргә»
  • 1992 йыл — «Ер барыбыҙға берәү — уның тураһында бергә хәстәрлек күрәйек»
  • 1991 йыл — «Климат үҙгәреүе. Глобаль партнерлыҡ зарурлығы»
  • 1990 йыл — «Балалар һәм тирә-яҡ мөхит»
  • 1989 йыл — «Глобаль йылыныу, глобаль иҫкәртеү»
  • 1988 йыл — «Кеше тирә-яҡ мөхитте беренсе урынға ҡуйғанда, үҫеш туҡтамаҫ»
  • 1987 йыл — «Тирә-яҡ мөхит һәм йәшәр урын: ҡыйыҡ ҡына түгел»
  • 1986 йыл — «Донъя өсөн ағас»
  • 1985 йыл — «Йәштәр: халыҡ һәм тирә-яҡ мөхит»
  • 1984 йыл — «Сүлгә әйләнеү»
  • 1983 йыл — «Хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы, юҡ итеү һәм күмеүҙе ойоштороу: кислоталы ямғырҙар һәм энергия»
  • 1982 йыл — «Стокгольмдан һуң ун йыл (тәбиғәтте һаҡлау проблемаларына күҙәтеү)»
  • 1981 йыл — «Ер аҫты һыуҙары; кеше сынйырында токсик химик матдәләр»
  • 1980 йыл — «Яңы ун йыллыҡҡа яңы оран: ҡыйралыштарһыҙ үҫеш»
  • 1979 йыл — «Балаларыбыҙ өсөн бер генә киләсәк — ҡыйралыштарһыҙ үҫеш»
  • 1978 йыл — «Ҡыйралыштарһыҙ үҫеш»
  • 1977 йыл — «Тәбиғәттә озон ҡатламын һаҡлау проблемаһы; ерҙәрҙе юғалтыу һәм тупраҡ деградацияһы»
  • 1976 йыл — «Һыу — тормоштоң төп ресурсы»
  • 1975 йыл — «Кеше йәшәгән пункттар»
  • 1974 йыл — «Ер берәү генә»

Рәсәй

Был көндә Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхит көнө менән бер рәттән 2008 йылдан башлап Экологтар көнө лә билдәләнә.

Башҡортостан

2018 йылдан башлап «Экология» милли проектына ярашлы дүрт: «Таҙа ил», «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең комплекслы системаһы», « Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау», «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекттары тормошҡа ашырыла. 2019 йылдан алып рөхсәтһеҙ сүп түгеү урындары бөтөрөлә. 2023 йылдың мартына ҡарата барлығы 2675 шундай сүп түгеү урыны ябылған[3]

Италия

Италияла Тирә-яҡ мөхит көнө уңайынан 2010 йылдан OIKOS компанияһы тирә- яҡ мөхитте яҡшыртыу буйынса акциялар серияһы үткәрә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Тирә-яҡ мөхит көнө (Украина)
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау
  • Халыҡ-ара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хоҡуҡиәте

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә