Бөтә донъя океандар көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Бөтә донъя океандар көнө
Белая ночь над Белым морем.JPG
Төрө Экологик
Мәғәнәһе Кешелектең иғтибарын ер планетаһының океандары проблемаларына йүнәлтеү
Ҡабул ителгән 2008 йыл
Нигеҙләүсе БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
Дата 8 июнь
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Бөтә донъя океандар көнө (рус. Всемирный день океанов) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының иҫтәлекле көнө. 2009 йылдың 12 февралендә БМО Генераль Ассамблеяһының a/RES/63/111 һанлы резолюцияһы менән раҫланған. Йыл һайын 8 июндә билдәләнә.

"Бөтә донъя океандар көнө"н үткәреү беренсе тапҡыр рәсми рәүешетә 1992 йылда Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара саммитта тәҡдим ителә.

Шунан алып эшмәкәрлектәре Донъя океаны менән бәйле булған ойошмаларҙың һәм белгестәрҙең барыһы ла тиерлек "Бөтә донъя океан көнө"н киң билдәләй. Ғалим-экологтар, ихтиологтар, күп кенә аквариумдар, зоопарктар, дельфинарийҙар хеҙмәткәрҙәре был көндө Донъя океанының ҡабатланмаҫ флораһын һәм фаунаһын кеше хиреслегенән һаҡлап ҡалыу буйынса саралар ойоштора.

2024 йыл — «Яңы тәрәнлектәрҙе уятығыҙ»
2023 йыл — «Океан планетаһы: Һыу күтәрелеүҙәре үҙгәрә»
2022 йыл — «Йәнләнеү: океан файҙаһына коллектив ғәмәлдәр»
2021 йыл — «Океан: тормош һәм йәшәү сығанаҡтары»
2020 йыл — «Тотороҡло океан өсөн инновациялар»
2019 йыл — «Гендер һәм океан»
2018 йыл — «Пластик ҡалдыҡтар менән бысраныуға ҡаршы көрәш һәм океандарҙың һаулығын тәьмин итеү ҡарарҙары»
2017 йыл — «Беҙҙең океандар, беҙҙең киләсәк»
2016 йыл — «Сәләмәт океандар, сәләмәт планета»
2015 йыл — «Сәләмәт океандар, сәләмәт планета»
2014 йыл — «Бер планета, бер океан»
2013 йыл — «Океандар һәм кешеләр»
2012 йыл — «Йәштәр: киләсәк үҙгәрештәр тулҡыны»
2011 йыл — «Беҙҙең океандар: киләсәгебеҙҙе тергеҙеү»[1]
2010 йыл — «Беҙҙең океандар: мөмкинлектәр һәм һынауҙар»
2009 йыл — «Беҙҙең океандар, беҙҙең яуаплылыҡ».

Бөтә донъя диңгеҙ көнө
Бөтә донъя һыу ресурстары көнө
Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө
Бөтә донъя киттар көнө.

  1. Всемирный день океанов. Справка. Веб-сайт Российского агентства международной информации «РИА Новости» (8 июнь 2011). — «Тема Дня в 2011 году». Дата обращения: 8 июнь 2015. Архивировано 8 июнь 2015 года.