Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө
1957 йылдан 2001 йылға тиклем Антарктида өҫтөндәге озон ҡатламының торошо.
1957 йылдан 2001 йылға тиклем Антарктида өҫтөндәге озон ҡатламының торошо.
Төрө Экологик
Башҡа төрлө Международный день охраны озонового слоя
Мәғәнәһе Кешелектең иғтибарын озон ҡатламы проблемаларына йүнәлтергә.
Ҡабул ителгән в 1994 йылда
Нигеҙләүсе БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
Дата 16 сентябрь
Бәйле Озон ҡатламын емергән матдәләр Буйынса Монреаль протоколына ҡул ҡуйыу менән бәйле

Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. International Day for the Preservation of the Ozone Layer, ғәр. اليوم العالمي للحفاظ على طبقة الأوزون,исп. Día International de la Preservación de la Capa de Ozono, ҡыт. 保护臭氧层国际日, франц. la Journée internationale de la protection de la couche d'ozone) — 16 сентябрь. Йыл һайынү ткәрелеүсе халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө 1994 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан махсус резолюцияла (№ A/RES/49/114) иғлан ителә.

Халыҡ-ара көн датаһы озон ҡатламын емергән матдәләр буйынса Монреаль протоколына ҡул ҡуйыу көнө иҫтәлегенә һайлана.

БМО ағзалары булған дәүләттәргә Был Халыҡ-ара көндө Монреаль протоколының бурыстарына һәм маҡсаттарына ярашлы конкрет эшмәкәрлекте пропагандалауға бағышларға тәҡдим ителә.

[Халыҡ-ара көн датаһы озон ҡатламын емергән матдәләр Буйынса Монреаль протоколына ҡул ҡуйыу көнө иҫтәлегенә һайлана.

БМО ағзалары булған дәүләттәргә Был Халыҡ-ара көндө Монреаль протоколының бурыстарына һәм маҡсаттарына ярашлы конкрет эшмәкәрлекте пропагандалауға бағышларға тәҡдим ителә.

БМО-ның Генераль секретары Кофи Аннан 2006 йылдағы мөрәжәғәтнамәһендә озон ҡатламын һаҡлау буйынса тырышлыҡтарҙа ҙур алға китеш булыуын билдәләй, озон ҡатламының тергеҙелеүен күҙаллаған оптимистик фараздар тураһында һөйләй.

Көн темалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың сентябрендә Антарктида өҫтәндә озон ҡатламында тишек
  • 2002 йыл — «Беҙҙең күкте һаҡлайыҡ: үҙегеҙҙе һәм озон ҡатламын һаҡлағыҙ».
  • 2003 йыл — «Беҙҙең күкте һаҡлайыҡ: балаларыбыҙ өсөн бик күп эшләр башҡараһы бар».
  • 2004 йыл — «Беҙҙең күкте һаҡлайыҡ: беҙҙең маҡсат — озон ҡатламы өсөн уңайлы планета».
  • 2005 йыл — «Хәүефһеҙ ҡояш өсөн — озон тураһында уйлап!»
  • 2006 йыл — «Озон ҡатламын һаҡлау: Ерҙәге ғүмерҙе ҡотҡарыу».
  • 2007 йыл — «2007 йылда уңышҡа өлгәшеүҙең 20 йыллығын байрам итеү».
  • 2008 йыл — «Монреаль протоколы — глобаль мәнфәғәттәр өсөн глобаль хеҙмәттәшлек».
  • 2009 йыл — «Дөйөм ҡатнашыуҙы тәьмин итеү: озон ҡатламын һаҡлау донъяны берләштерә».
  • 2010 йыл — «Озон ҡатламын һаҡлау: яҡшы идара итеү һәм ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәү өлгөһө».
  • 2011 йыл — «Гидрохлорфторуглеродтарҙан этаплап баш тартыу: уникаль мөмкинлек».
  • 2012 йыл — «Киләсәк быуындар өсөн атмосфераны һаҡлау».
  • 2013 йыл — «Сәләмәт атмосфера — беҙ теләгән киләсәк».
  • 2014 йыл — «Озон ҡатламын һаҡлау: миссия дауам итә».
  • 2015 йыл — «Озон: һеҙҙең менән ультрафиолет нурҙары араһында».
  • 2016 йыл — «Берҙәм донъя менән тергеҙелгән озон һәм климат».
  • 2017 йыл — «Ҡояш аҫтындағы тормоштоң бөтә формаларын ҡайғыртыу».
  • 2018 йыл — «Тыныслыҡты һаҡлағыҙ һәм дауам итегеҙ: Монреаль протоколы».
  • 2019 йыл — «Тергеҙеүҙең 32 йылы».
  • 2020 йыл — «Ғүмер өсөн озон: озон ҡатламын һаҡлауҙың 35 йыллығы».
  • 2021 йыл — «Монреаль протоколы. Үҙебеҙ өсөн, ризығыбыҙ өсөн, вакцинабыҙ өсөн һыуыҡ тәьмин итеү».
  • 2022 йыл — «Монреаль протоколы. 35 йыл: Ерҙәге тормош өсөн донъя берләшмәләре».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]