16 сентябрь
16 сентябрь — рәсми календарь буйынса йылдың 259-сы көнө (кәбисә йылында 260-сы). Йыл аҙағынаса 106 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Эшләүсе ата-әсәләр көнө.
- Пластилин көнө.
Ҡаҙағстан: Әсәйҙәр көнө.
Малайзия: Федерация көнө.
Мексика: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Папуа — Яңы Гвинея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Сент-Китс һәм Невис: Батырҙар көнө.
Ҡырғыҙстан: Дәүләт һағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Малайзия: Ҡораллы көстәр көнө.
- 1492: Христофор Колумб Саргасс диңгеҙен аса.
- 1810: Мексика Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
тулы исемлек
- 1857: Джейн Пирпонт «Jingle Bells» йырына авторлыҡ хоҡуғы ала.
- 1907: Санкт-Петербургта трамвай йөрөй башлай.
- 1908: «General Motors» компанияһы ойошторола.
- 1908: Өфө медицина колледжы асыла.
- 1918: СССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла.
- 1931: Башҡорт АССР-ы Балтас район гәзитенең тәүге һаны баҫыла.
- 1931: С. В. Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры эш башлай.
- 1975: Папуа — Яңы Гвинея бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1998: «Нотр-Дам де Пари» мюзиклы тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйыла.
- 2000: Сиднейҙа XXVII Йәйге Олимпия уйындары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горчилин Александр Михайлович (1925—6.05.1970), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия мотоуҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары, рядовой, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Семавин Владимир Петрович (1935), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. 1970 йылдан Ҡарман ГРЭС-ында өлкән мастер, 1972 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1978 йылдан — цех начальнигы, 1983 йылдан — бүлек начальнигы, 1986 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 2004—2007 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1996) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Панферов Владимир Дмитриевич (1945), энергетика тармағы хеҙмәткәре. 1973—2004 йылдарҙа «Күмертау электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы эшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
- Парамонов Сергей Владимирович (1945), спортсы-фехтовальщик һәм тренер, ғалим-педагог һәм ғалим-философ. 1989 йылдан фехтование буйынса СССР йыйылма командаһының, 1992 йылдан — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. 1976 йылдан Киев дәүләт физик культура институты уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа фехтование, хәҙерге бишалыш,ат спорты һәм атыу кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), философия фәндәре докторы (1997). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры һәм тренеры (1991), Украина ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1985). Олимпия уйындары призеры (1972).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиев Ғатаулла Фәсхетдин улы (1861—1939), шағир-импровизатор. 1892—1929 йылдарҙа тыуған ауылында мөҙәрис һәм мулла. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
- Батанов Николай Яковлевич (1916—13.03.1983), партия һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан КПСС-тың Боҙаяҙ район комитетының икенсе, 1952 йылдан — Хәйбулла һәм 1962 йылдан — Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының беренсе секретары. 1972—1979 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия комиссияһы рәйесе. РСФСР-ҙың 5-се, Башҡорт АССР-ының 4—9-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
тулы исемлек
- Абдуллин Кинйәғәли Әбүбәкир улы (1941—14.01.2020), агроном, журналист, шағир, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1988—2001 йылдарҙа Көйөргәҙе район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 2001 йылдан Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011), райондың почётлы гражданы (2018).
- Яҡупова Валентина Тимофеевна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1963—2001 йылдарҙа Кушнаренко ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992).
- Михайлова Ирина Даниловна (1956), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, хореограф. Белорет ҡалаһының «Вдохновение» халыҡ бейеү театрын ойоштороусы һәм 1981 йылдан уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо ҡаланан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мирғәзов Шәүҡәт Мирғәзетдин улы (1927—8.10.2004), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, операторы, мастеры. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969) һәм почётлы нефтсеһе (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылынан.
- Арыҫланов Салауат Сафа улы (1942—2007), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1993—2007 йылдарҙа Нуриман районы «Луч» фермер хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Мәүлитова Разия Фәтих ҡыҙы (1947), педагог. 1967 йылдан Баймаҡ районы 2-се Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы; 2004 йылдан мәктәптең Д. С. Ибраһимов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Ниғәмәт ауылынан.
- Йомағужин Юлай Мөхәмәт улы (1952), ғалим-физик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Баҙарғол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Чаругин Константин Петрович (1928—1998), рәссам-педагог, 1963—1988 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Спасск районы Устрань ауылынан.
тулы исемлек
- Хәйретдинов Әлфәт Фәзлетдин улы (1938), ғалим-урмансы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1990) атҡаҙанған урмансыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Новиков Михаил Павлович (1919—1996), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Нефтекама ҡалаһының «Красное Знамя» гәзитен ойоштороусы һәм 1965—1979 йылдарҙа баҫманың мөхәррире. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Ҡаланың почётлы гражданы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районынан.
- Хәбирйәнов Илфир Хәбирйән улы (1934—14.01.2007), төҙөүсе. 1966—1996 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе ташсыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
тулы исемлек
- Самохвалова Надежда Павловна (1949), төҙөүсе. 1967 йылдан Күмертауҙағы «Башкируголь» комбинатының йүнәтеү-төҙөү идаралығы, 2000—2005 йылдарҙа — «Стройка» муниципаль унитар прпедприятиеһының штукатур-маляры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ковалевка ауылынан.
- Мельников Анатолий Иванович (1954), нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «БИД» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Сергиенко Иван Викторович (1969), иҡтисадсы- һәм педагог-ғалим. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000), педагогия фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Рөстәм Ғиззәтуллин (1974), йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1745: Михаил Кутузов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
- 1853: Альбрехт Коссель, Германия биохимигы.
тулы исемлек
- 1900: Иван Масленников, (1954 йылда үлгән), СССРҙың хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
- 1916: Атилла Расих, яҙыусы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- 1936: Михаил Кокшенов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002). Уйнаған фильмдары — «Женя, Женечка и „катюша“», «Спортлото-82», «Вечный зов», «В зоне особого внимания», «Гараж», «Самая обаятельная и привлекательная» һәм башҡалар).
- 1938: Валерий Гатаев, СССР һәм Рәсәйҙең кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1942: Ангели́на Вовк, СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһы дикторы, тапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006).
- 1945: Евгений Петросян, СССР һәм Рәсәйҙең юмор артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1947: Александр Руцкой, Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең беренсе һәм һуңғы вице-президенты.
- 1956: Дэвид Копперфильд, АҠШ иллюзионисы.
тулы исемлек
- 1925: Александр Александрович Фридман, Рәсәй математигы.
- 1946: Джеймс Джинс, Англия физигы.
- 1974: Степан Кувыкин, инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).