Кувыкин Степан Иванович
Файл:Кувыкин Степан Иванович.jpg
Степан Иванович Кувыкин
Кувыкин Степан Иванович (7 ноябрь 1903 йыл — 16 сентябрь 1974 йыл) — инженер-нефтсе, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1942—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе начальнигы, 1965—1970 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948),Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың 3—6-сы саҡырылыш, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһы лауреаты, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Степан Иванович Кувыкин 1903 йылдың 7 ноябрендә Һарытау губернаһы (хәҙер Һарытау өлкәһе) Балтай районы Алай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе һәм икенсе баҫҡыс ауыл мәктәбендә уҡый. 1925 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, хәрби хеҙмәтен 1927 йылдың октябрендә рота политругы вазифаһында Баҡы ҡалаһында тамамлай һәм «Азнефть» тресының быраулау партияһында ябай эшсе булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
- 1938 йылдан — «Востокнефть», «Бугурусланнефть» трестарында (Ырымбур өлкәһе) эшләй.
- 1942 йылдан — «Башнефтекомбинат», 1945 йылдан «Башнефть» берекмәһе етәксеһе. 1947 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай.
- 1957 йылдан — Башҡортостан иҡтисади-административ районы Халыҡ хужалығы совнаркомының Нефть сығарыу сәнәғәте идаралығы етәксеһе.
- 1958 йылдан — Башҡортостан иҡтисади-административ районы Халыҡ хужалығы совнаркомы рәйесе урынбаҫары, рәйесе.
- 1963 йылдан — РСФСР Халыҡ хужалығы совнаркомы рәйесенең 1-се урынбаҫары.
- 1965 — 1970 йылдар — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. 1970 йылдан - Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.
- 1970—1974 йылдар — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтының баш консультанты.
Кувыкин Степан Иванович ҡатнашлығында девон нефтенең ҙур ятҡылыҡтары асыла, респ. нефть сығарыу сәнәғәте үҫеш ала. Уның етәкселегендә Туймазы нефть ятҡылығында нефть ҡатламдарына контур аръяғы буйлап һыу ебәреү индерелә. Ул — «Уфимец» быраулау ҡулайламаһын эшләп сығарыусыларҙың береһе. 60 фәнни хеҙмәт авторы. Күп тапҡырҙар КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, КПСС-тың өс съезына делегат, шулай уҡ 3—6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советының һәм 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһына лайыҡ була, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе»(1973) ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ул — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).
С. И. Кувыкин 1974 йылдың 16 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Ғилми хеҙмәттәре
- Алмазное бурение нефтяных скважин. — Уфа, 1962 (авторҙ.);
- Бурение нефтяных и газовых скважин малого диаметра. — М., 1967 (авторҙаш).
Хәтер
Нефтекама, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында урамдар һәм Октябрьский нефть колледжы Степан Кувыкин исемен йөрөтә, баш ҡалалағы ул эшләгән бинаға (Пушкин урамы, 95) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- Кувыкин С. И. //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. — Уфа, 1970;
- Кувыкин С. И. //Герои труда. — Уфа, 2011.
Һылтанмалар
- Кувыкин Степан Иванович. «Герои страны» сайты.
- Баймөхәмәтов К. С. Кувыкин Степан Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- YouTube, «Заман» каналы: Степан Кувыкин: видевший землю насквозь (рус.) Энгель Зәйнетдинов