Боҙаяҙ районы
Боҙаяҙ районы — 1935 йылдың 31 ғинуарында ойошторола һәм 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлә.
Район үҙәге — Боҙаяҙ ауылы. Район үҙәгенән Өфәгә тиклем ара — 56 км, Стәрлетамаҡҡа тиклем — 79 км, Ҡарламан (станцияһы) тимер юлы станцияһына тиклем — 37 км. 1952 йылда район территорияһы 1060 квадрат километр тәшкил итә, 17 ауыл советы була.
Тарих
1935 йылдың 31 ғинуарында Әлшәй, Асҡын, Благовар, Боҙаяҙ, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе, Малаяҙ, Тәтешле, Федоровка, Шаран, Йомағужа райондары ойошторола.
1952 йылдың 29 майынан район Стәрлетамаҡ өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.
1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абҙан районы, Байҡыбаш районы, Боҙаяҙ районы, Воскресенск районы (БАССР), Ҡандра районы, Матрай районы, Оло Теләк районы.
Боҙаяҙ районы ауылы советтары күрше Ауырғаҙы (8) һәм Ҡырмыçкалы райондарына бирелә.
География
Райондың майҙаны - 1060 км2 . Район Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Шишмә райондары менән сиҡтәш.
Халыҡ
1939 йылда Боҙаяҙ районы халҡы 39 957 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптә «махсус контингент» — 852 кеше.[1] Милли составында татарҙар өҫтенлек иткәндәр — 21 366 кеше (53,5%), урыҫтар — 12 330 кеше (30,9%), украиндар — 2 017 кеше (5,0%), башҡорттар — 1 704 кеше (4,3%), мордва — 1 356 (3,4%), сыуаштар — 1 070 кеше (2,7%).[2]