Байҡыбаш районы
район | |
Байҡыбаш районы | |
---|---|
Байҡыбаш районы † | |
Ил | |
Входит в | БАССР |
Включает | 16 ауыл советын (1952 йыл) |
Адм. центр | Байҡыбаш |
Тарихы һәм географияһы | |
Ойошторолған | 1937 йыл |
Майҙаны | 1 412 |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
БАССР-ҙың Байҡыбаш районы 1937 йылдың 20 мартында ойошторола һәм 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлә.
Район үҙәге — Байҡыбаш ауылы. Район үҙәгенән Өфөгә тиклем алыҫлыҡ — 166 км, Байҡы Тамағы пристаненә тиклем 25 км, Щучье Озеро тимер юл станцияһына тиклем — 85 км. 1952 йылда район территорияһы 1412 квадрат километр тәшкил итә, ауыл советтары һаны — 16.
Ауыл Советтары: Әртәкүл, Байҡыбаш, Дәүеш, Дубровка, Ельдякск, Мерәсем, Нәһретдин, Подлуб, Расстреляевск, Сиҙәш, Иҫке Аҡбүләк, Тигермән, Тургенеев, Урғыш, Хорошаев, Яугилде.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының "Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында" 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары[1] нигеҙендә Башҡортостанда 6 яңы район ойошторола: Байҡыбаш, Воскресенск, Ҡандра, Ишембай, Матрай, Покровка[2].
1952 йылдың 29 майында Байҡыбаш районы Өфө өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.
1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абзан, Байҡыбаш, Бузовьязовск, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло-Теләк.
1956 йылдың 31 авгусында РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Байҡыбаш районының үҙәге итеп Ҡариҙел ауылы ҡуйыла, ошоноң менән бәйле Байҡыбаш районының исеме Ҡариҙел районы[3] тип үҙгәртелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Melgrosh Politics(недоступная ссылка)
- ↑ История административно-территориального деления — Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2010 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 31.08.1956 «Об установлении районного центра Байкибашевского района и переименовании Байкибашевского района Башкирской АССР» (Протокол N 22, ст. 2)